Башҡорт телендә игенселек һәм баҡсасылыҡ терминдары
Башҡорт телендә игенселек һәм баҡсасылыҡ терминдары | |
Атамаһы | Башҡорт телендә игенселек һәм баҡсасылыҡ терминдары |
---|---|
Автор | Э.Ф.Ишбирҙин |
Нәшер итеүсе | Башҡорт дәүләт университеты |
Нәшер ителеү ваҡыты | 2002 |
Башҡорт телендә игенселек һәм баҡсасылыҡ терминдары— башҡорт телендәге игенселек һәм баҡсасылыҡҡа ҡараған һүҙҙәр тураһындағы китап. 2002 йылда Башҡорт дәүләт университеты нәшриәтендә донъя күргән итаптың авторы— филология фәндәре докторы Э.Ф.Ишбирҙин[1].
Эстәлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Китапта башҡорт телендә ҡулланылған игенселек һәм баҡсасылыҡ тармағына ҡараған лексика тикшерелә. Автор фекеренсә, үткән дәүерҙәрҙә башҡорт халҡының көнкүрешендә малсылыҡ төп урынды алып торһа ла, лексика үҙенсәлектәре ер эшкәртеүҙең дә хужалыҡта бик мөһим булыуын иҫбатлай[2]. Был фараз археология, этнография һәм башҡорт фольклоры материалдары менән нығытыла.
Китапта игенселек һәм баҡсасылыҡҡа ҡараған һүҙҙәрҙән тыш уларға бәйле аҙыҡ һәм аш-һыу атамалары, игенселек һәм баҡсасылыҡҡа ҡараған атамаларҙың һүҙлеге лә бирелә.
Э.Ф.Ишбирҙин китабында башҡорт телендә 1920-1940-сы йылдарҙа төрлө фәндәр буйынса булдырылған терминдар һәм уларҙың бөгөн дә ҡулланышта булғандары тураһында материал, шулай уҡ башҡорт телендә булған һүҙҙәр урынына рус теленән туранан-тура тәржемә ителеп, һүҙлектәргә инеп киткән һүҙҙәр тураһындағы мәғлүмәткә лә урын бирелгән (мәҫәлән, плавник-«балыҡ ҡанаты» урынына йөҙгөс[3] һ.б.).
Китап студенттар, ғалимдар һәм башҡорт теле һәм тарихы менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишбирҙин Э.Ф. Башҡорт телендә игенселек һәм баҡсасылыҡ терминдары. Башҡорт дәүләт университеты нәшриәте. - Өфө, 2002 йыл - 150 бит.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- [http://www.rusnauka.com/5_SWMN_2014/Philologia/8_159266.doc.htm К вопросу об истории лексики земледелия в
хакасском языке. Белоглазов П.Е. и Каскаракова З.Е.]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ишбердин Эрнст Файзрахманович
- ↑ Хозяйство
- ↑ [Йәнтүрин С.И. Зоология терминдарының русса-башҡортса, башҡортса-русса һүҙлеге. - Өфө, Китап, 2019. - 336 бит.pdf Зоология терминдары һүҙлеге. 161-се,162-се бит]