Башҡорт телендә редупликация

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Пустой элемент Викиданных

Башҡорт телендә  редупликация — башҡорт телендә тәүге ижектең, нигеҙҙең (тулыһынса йә өлөшләтә) йәки һүҙҙең ике тапҡыр ҡабатланыуынан торған фономорфологик күренеш.

Башҡорт телендә редупликация   эмоциональ-экспрессив лексика, өноҡшаш, һыноҡшаш һүҙҙәр,  дөйөмләштереүсе мәғәнәле, ирониялы исемдәр һәм рәүештәр яһау ысулы булараҡ киң ҡулланыла.

Башҡорт телендә редупликацияның  төрҙәре:

  • тулы редупликация: үҙ аллы ҡулланыла торған өн оҡшатыу  йәки һын оҡшатыу  һүҙҙәренең  (шыптыр-шыптыр,  шыпын-шыпын, ҡытыр-ҡытыр) редупликацияһы; һүҙҙәрҙең, атап әйткәндә сифаттарҙың, башланғыс формаһының  редупликацияһы (оло-оло, ҙур-ҙур,  киң-киң); һүҙҙең аффикслы формаһының редупликацияһы  (бара-бара, уҡый-уҡый, йүгерә-йүгерә);
  • структур морфема өҫтәп, һүҙҙең беренсе ижеген генә ҡабатлау һәм баҫымды редупликатҡа күсереү (ҡып-ҡыҙыл, ҡап-ҡара, бәп-бәләкәй);
  • һүҙҙең  фонема төҙөлөшөн үҙгәртеп ҡабатлау,  сингармонизм билдәһе буйынса  фономорфологик контраст яһау  (тимер-томор, иҫке-моҫҡо, фәлән-төгән);  
  • һүҙҙең беренсе һуҙынҡыһын йә һүҙ башында торған тартынҡыны  алмаштырыу (һирәк-мирәк, ҡыйыҡ-мыйыҡ, соҡор-саҡыр, ҡаты-ҡото);
  •  тартынҡы өндән торған структур морфема өҫтәү (ағас-мағас,   имеш-мимеш, урыҡ-һурыҡ).

Редупликация ике йүнәлештәге  фономорфологик үҙгәрештәр менән бара. 

  • Нигеҙҙең  тулы мәғәнәле беренсел компонентының фонетик йәһәттән үҙгәргән варианттары: ағас-мағас, ботаҡ-сатаҡ’, ҡарсыҡ-ҡорсоҡ, әбей-һәбей, малай-шалай, сыбыҡ-сабыҡ, сатыр-сотор, тамыр-томор һ.б.
  • Нигеҙҙең тулы мәғәнәле беренсел компонентының  фонетик йәһәттән  алыҫлашҡан варианттары: егет-елән, етем-еһер, кеше-ҡара, күрше-күлән, мал-тыуар, мулла-монтағай, сүп-сар, тай-тулаҡ һ.б.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юлдашев А. А. Аналитические формы глагола в тюркских языках. М., 1965

Юлдашев А. А. «Грамматика современного башкирского литературного языка» — М.: Наука, 1981.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

http://www.ceninauku.ru/page_18347.htm