Башҡорт ярусы
Башҡорт ярусы |
Башҡорт ярусы - таш күмер системаһының урта бүлеге түбәнге бүлексәһе [1] [2].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стратотипта (Аҫҡын йылғаһы, Таулы Башҡортостан) һай диңгеҙ һыуы ултырма карбонат тоҡомдары - 225 м ҡеүәтле доломит ҡатламлы эзбизташтарҙан барлыҡҡа килгән.
Беренсе тапҡыр ярусты геология-минералогия фәндәре докторы, палеонтолог, брахиоподтарҙы ғилми хеҙмәткәр Софья Викторовна Семихатова (1889-1973) 1934 йылда Көньяҡ Уралда, Елем һәм Йүрүҙән йылғалары бассейнында Юғары Лука ҡасабаһы (Силәбе өлкәһе) янындағы Йүрүҙән йылғаһының типик киҫелеше булған һул ярында айырып күрһәтә.
Аҫҡын йылғаһы (Инйәр йылғаһы ҡушылдығы) буйы гипостратотибында һай диңгеҙ карбонат ултырмаларынан (доломит ҡатыш эзбиз) тора; ҡалынлығы 225 м. Ылымыҡтар, фораминиферҙар, брахиоподтар һ. б. менән үҙенсәлекле. 4 ярым ярусҡа бүленә: һүрәм, әкәүәҙ, аҫҡынбаш,архангел; түбәнгеһе һәм үргеһе һәр береһе — ике горизонтҡа, икенсе һәм өсөнсөһө шул уҡ исемдәге горизонттар кимәленә тап килә.
Башҡортостандың платформалы өлөшөндә башлыса карбонат тоҡомдарынан тора, скважиналарҙағы ҡалынлығы 20-90 м; Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүендә Елем һәм Егән йылғалары районында ҡалынлығы 195-275 м. Йүрүҙән һәм Әй йылғалары бассейнында ғәҙәттә ярым ярус ултырмалары юҡ, ҡалынлығы 110-210 м. Йылайыр синклинорийында һүрәм, әкәүәҙ һәм аҫҡынбаш ярым ярустары — карбонат тоҡомдарынан, архангел ярым ярусы — аргиллит, ҡомташ, эзбиз конгломераты, мергелдән (күгәрсен свитаһы) тора; ҡалынлығы 400-500 м. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнсығыш битләүендә Йәнгел йылғаһы районында органоген эзбизташтарҙан, һирәгерәк карбонат - терриген тоҡомдарҙан ғибәрәт; ҡалынлығы 200-250 м.
Башҡортостандың платформа өлөшө булған өлөшөндә улар эзбизташлы быраулау скважиналары буйынса ғына билдәле, унда улар урта ташкүмер карбонат нефть-газ йөрөтөү комплексы составына инәләр. Ярустың иң яланғас карбонат киҫелештәре Ағиҙел, Егән, Аҫҡын йылғалары буйында; был урындарҙа уларҙың ҡеүәте 195-275 метрға етә. Оло Ыҡ йылғаһынан көньяҡтараҡ урындағы ярым ярус кремний-балсыҡ-карбонат ҡатламдары ҡеүәте 250-300 м. Юғары ярым ярус үрге башҡорт-мәскәү флиш ҡалынлығы составына инә, уның ҡеүәте 2000 м самаһы[3]. .
Көньяҡ Уралдың көнбайыш тау итәгендә органик һәм биоген эзбизташтары яланғас булып 370 метрға тиклем Оло Ҡыҙыл, Төйәләҫ йылғалары ярҙары буйлап һуҙылған, ҡомташ, алевролит, аргиллит ҡатламдары 2000 метрға тиклем осрай [4].
Мәскәү ярусы менән бәйләнеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәскәү ярусын [5] тапҡан һәм фәнни яҡтан тасуирлаған ғалим С.Н. Никитин Мәскәү ярусын карбондың урта бүлеге эквиваленты булараҡ айырып күрһәткән һәм уның Урал карбонының бөтә урта бүлегенә параллеллеге тураһында һөҙөмтәгә килгән.[6].
Мәскәү ярусы урта бүлектең башҡорт ярусы артынан эйәрә һәм таш күмер системаһының түбәнге бүлегенең ҡасим ярусына тиклем бара. Ярус тупһаларын 311,7 ± 1,1-307,2 ± 1 млн йыл элек интервал менән билдәләнгән[3]..
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ [1](недоступная ссылка)
- ↑ Башкирский ярус
- ↑ 3,0 3,1 Ammonit.ru, paleontological internet portal. Московский ярус (Moscovian) . www.ammonit.ru. Дата обращения: 15 декабрь 2017.
- ↑ Башкирский ярус(недоступная ссылка)
- ↑ Московский ярус
- ↑ https://og-mgri.ru/data/documents/2001.Srednij.karbon.Moskowskoj.sineklizy.Vol.1.Stratigrafija.pdf
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирский ярус // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 3-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969-1978.
- Стратиграфические схемы Урала. Екатеринбург, 1993.