Баш разведка идаралығы (СССР)
Баш разведка идаралығы (ГРУ) — махсус хеҙмәт, СССР оборона министрлығының тышҡы разведка органы, СССР Ҡораллы Көстәре хәрби разведкаһының үҙәк идара итеү органы.
СССР Ҡораллы Көстәренең Генераль штабы начальнигына һәм СССР оборона министрына буйһоноусы Баш разведка идаралығы начальнигы етәкселек иткән. Идаралыҡ һәм уның структуралары СССР Ҡораллы Көстәре мәнфәғәтендә, шул иҫәптән агентура, йыһан, радиоэлектрон һәм башҡа төрлө разведка менән шөғөлләнә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йыдың ноябрендә Республиканың революцион хәрби советы (РВСР) РВСР-ҙың Ялан штабы штатын раҫлай, уның структураһына РККА подразделениеларҙың разведка органдары көстәрен координациялаусы һәм РККА-ның Ялан штабы өсөн разведка мәғлүмәттәрен әҙерләүсе Теркәү идаралығы инә. Теркәү идаралығы хәрби идаралыҡтың РККА хәрби агентура разведкаһының һәм хәрби контрразведканың беренсе үҙәк органы була. Сөнки йәшерен РСФСР Реввоенсоветының Ялан Штабы штаты тураһында 197/27 һанлы (Региструра штатын индереп) йәшерен бойороғо 1918 йылдың 5 ноябре, менән билдәләнгәнлектән, был көн совет (ә хәҙер рәсәй) хәрби разведкаһының тыуған көнө тип иҫәпләнә. Хәрби разведканың беренсе начальнигы Аралов Семен Иванович була.