Баянов Мөкамил Ғаязетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Баянов Мөкамил Ғаязетдин улы (14 декабрь 1929 йыл) — ғалим-зоолог. 1961 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1967—1971 йылдарҙа биология факультеты деканы, 1985—2000 йылдарҙа зоология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1984), профессор (1985). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөкамил Ғаязетдин улы Баянов 1929 йылдың 14 декабрендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны[1]Рәжәп ауылында тыуған.

1952 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетын тамамлай; 1952-1955 йылдарҙа Мәскәү ветеринария академияһында аспирантурала уҡый.

1956 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Башҡорт дәүләт университетының зоология кафедраһында «Көньяҡ Урал һыу экосистемаларында гельминттар» темаһына докторлыҡ диссертацияһын башҡара, 1983 йылда Мәскәүҙә К.И.Скрябин исемендәге Бөтә Союз гельминтология институты советында яҡлай.

1956 йылдан алып Иркутск ветеринария фәнни-тикшеренеү станцияһында, 1958 йылдан — Иркутск ауыл хужалығы институтында эшләй. 1961 йылдан башлап БДУ‑ла уҡыта: 1967—1971 йылдарҙа биология факультеты деканы, 1985—2000 йылдарҙа зоология кафедраһы мөдире.

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының биология бүлеге һәм БДАУ диссертацион советы ағзаһы.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баянов Мөкамил Ғаязетдин улының баҫылып сыҡҡан ғилми хеҙмәттәре һаны 180-дән ашыу, шул иҫәптән 4 монография авторҙашы. Ғилми хеҙмәттәренең төп йүнәлештәре: Көньяҡ Урал гидробионттары – һыу-һаҙ ҡоштары, амфибиялар, балыҡтар һәм умыртҡаһыҙ хайуандарҙың гельминттары; төрлө типтағы һыу ятҡылыҡтары менән һыу ағымдарында йәшәгән бентик организмдар фаунаһы; Башҡортостан Республикаһының орнитофаунаһы; Башҡортостан Республикаһында хайуандарҙың һирәк төрҙәре. «Башҡорт АССР‑ының Ҡыҙыл китабы» («Красная книга Башкирской АССР»; 1987), «Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабы» («Красная книга Республики Башкортостан»; 2004) һәм «Башҡортостандың хайуандар донъяһы» («Животный мир Башкортостана»; 1995) китаптары авторҙарының береһе.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Эштәге яҡшы уңыштары өсөн» билдәһе (1978),
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәре
  • Урман рыцары (2005).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]