Эстәлеккә күсергә

Баҡыева Гөлсифа Тәҡиулла ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баҡыева Гөлсифа Тәҡиулла ҡыҙы
Бакиева Гөлсифа Такиулла ҡысы (себертатар)
Тыуған көнө

16 апрель 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (53 йәш)

Тыуған урыны

Төмән өлкәһе, Тубыл районы, Әремйән ауылы

Ил

Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

себертатарҙарҙың этнографияһы һәм тарихы

Эшләгән урыны

Рәсәй фәндәр академияһы Себер бүлеге Себерҙе үҙләштереү мәсьәләләре институты (2000 йылдан әлегә тиклем)

Альма-матер

Д.И.Менделеев исемендәге Тубыл дәүләт педагогия институты (1993)

Ғилми исеме

доцент

Ғилми етәксеһе

Н.А.Миненко

Баҡыева Гөлсифа Тәҡиулла ҡыҙы (16 апрель 1971 йыл) — ғалим, тарих фәндәре кандидаты. Рәсәй фәндәр академияһы Себер бүлеге Себерҙе үҙләштереү мәсьәләләре институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, Тубыл индустриал институтының гуманитар фәндәр кафедраһы доценты.

Гөлсифа Тәҡиулла ҡыҙы Баҡыева 1971 йылдың 16 апрелендә Төмән өлкәһенең Тубыл районы Әремйән ауылында тыуған.

1993 йылда Д. И. Менделеев исемендәге Тубыл дәүләт педагогия институтын тамамлай, квалификацияһы буйынса хоҡуҡ һәм тарих уҡытыусыһы. Институтты тамамлағандан һуң, 1995 йылға тиклем Тубыл районы Түбәнге Әремйән урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй, тарих фәнен уҡыта. 1998 йылдан 2000 йылға тиклем Д. И. Менделеев исемендәге Тубыл дәүләт педагогия институтының тарих факультеты тыуған ил тарихы һәм тарихты уҡытыу методикаһы кафедраһының һәм филология факультетының рус-татар бүлегенең өлкән уҡытыусыһы. Тубыл себертатар мәҙәни үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре.

2000 йылдан әлегә тиклем төп эш урыны — Рәсәй фәндәр академияһы Себер бүлеге Себерҙе үҙләштереү мәсьәләләре институтында. Бер үк ваҡытта Тубыл индустриаль институтында (2003 йылдан) уҡыта. Хоҡуҡ фәне, хужалыҡ хоҡуғы, хеҙмәт хоҡуғы, граждандар хоҡуғы буйынса лекциялар уҡый. 2000—2010 йылдарҙа Төмән дәүләт университетының, Төмән дәүләт архитектура-төҙөлөш институтының, Заман гуманитар академияһының Тубыл филиалдарында уҡыта.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1999 йылда «XVIII — XX баштарында Урал арты татарҙарның йәмғиәте» темаһына диссертация яҡлай һәм тарих фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә лайыҡ була. Гөлсифа Тәҡиулла ҡыҙының 70-тән артыҡ ғилми хеҙмәттәре, шул иҫәптән 3 монографияһы бар. Күп төрлө ғилми гранттарҙың етәксеһе йәки башҡарыусыһы. Ғилми эҙләнеүҙәр өлкәһе булып себертатарҙарҙың этнографияһы һәм тарихы, шул иҫәптән сәйәси тарихы, ҡануниәт мәҙәните тарихы, ауыл йәмғиәте, таралып ултырыуы, социаль ойошоу, милләт-ара бәйләнештәр, ғәҙәти хужалыҡ, социаль-демографик процесстар, мәҙәниәт, ғаилә һәм никах мөнәсәбәттәре, енестәр мәсьәләһе, дини йәшәйеш һорауҙары тора.

Монографиялары:

  1. Сельская община тоболо-иртышских татар (XVIII-начало XX в.). М.-Тюмень, 2003. 260 с.  (рус.)
  2. Тоболо-иртышские татары (историко-этнографические очерки). Тобольск, ИПОС СО РАН. Тип. «Полиграфист». 2009. 60 с. (в соавторстве с Ю. Н. Квашниным)  (рус.)
  3. Обычай и закон: очерки правовой культуры сибирских татар в XVIII-начале XX века. Новосибирск: академическое издательство «Гео», 2011. 214 с.  (рус.)

Рецензияланған баҫмаларҙағы мәҡәләләре:

  1. Приходское духовенство у сибирских татар в XVIII-начале XX в. // Вестник археологии, антропологии и этнографии. Тюмень, ИПОС СО РОАН. 2006. № 7. С. 166—171.
  2. Реформы в системе образования у сибирских татар во второй половине XIX-начале ХХ в. // Вестник археологии, антропологии и этнографии. № 8. Тюмень, ИПОС СО РАН. 2007. С.97-108.
  3. Российское государство и сибирские татары в XVII-начале XX в.: конфессиональный аспект // Известия Алтайского государственного университета. 2008. № 4/4. С. 7-15.
  4. Особенности развития судебной системы у сибирских татар в XVIII-начале XX в. // Вестник археологии, антропологии и этнографии. Тюмень, ИПОС СО РАН, 2008. № 9. С. 130—140.
  5. Некоторые особенности народной медицины у сибирских татар // Вестник археологии, антропологии и этнографии. Тюмень, ИПОС СО РАН, 2008. № 9. С. 202—204.
  6. Семейное право у сибирских татар в XVIII-начале XX века // Этнографическое обозрение. № 4. 2009. С. 158—171.
  7. Положение женщины в семье сибирских татар в XIX-начале XX в. // Вестник археологии, антропологии и этнографии. № 10. Тюмень, ИПОС СО РАН. 2009. С. 122—129.
  8. Брак у тоболо-иртышских татар в конце XVIII-начале XX века // Археология, этнография и антропология Евразии. № 1 (41). 2010. С. 83-90.
  9. Волостное управление у сибирских татар во второй половине XIX-начале XX в. // Вестник археологии, антропологии и этнографии. № 1 (12). Тюмень, ИПОС СО РАН, 2010. С. 156—164.
  10. Marriages among the tobol-irtysh tatars in the late 18-th — early 20-th centuries //Archaeology, Ethnology and Anthropology of Eurasia. 2010. Т. 38. № 1. P. 83-90.
  11. Современные социально-демографические и этнокультурные процессы у тоболо-иртышских татар //Вестник археологии, антропологии и этнографии. Тюмень: Изд-во ИПОС СО РАН, 2011. С. 182—190.