Баһадирҙар (Васнецов картинаһы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баһадирҙар
Нигеҙләү датаһы XIX быуат[1]
Рәсем
Атамаһы Богатыри
Урын Дәүләт Третьяков галереяһы[d]
Жанр мифологическая живопись[d]
Булдырыусы Виктор Михайлович Васнецов[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән майлы буяуҙар[d] һәм киндер[d]
Һүрәтләнгән объект Батырҙар (рус фольлоры) һәм Өс баһадир
Коллекцияләре Дәүләт Третьяков галереяһы[d]
Инвентарный номер 1019
Киңлек 446 сантиметр[1]
Бейеклеге/буйы 295,3 сантиметр[1]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d]
 Баһадирҙар Викимилектә

«Баһадирҙар»[2] — Виктор Васнецовтың картинаһы. Васнецов картина өҫтөндә егерме йыл самаһы эшләй. 1898 йылдың 23 апрелендә эш тамамлана һәм оҙаҡламай уны П. М. Третьяков үҙенең галереяһы.өсөн һатып ала. Инв. 1019[3].

Сюжеты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

В М. Васнецов үҙе (П. П. Чистяковҡа яҙған хатында) картинаны былай һүрәтләй: «Баһадирҙар Добрыня, Илья һәм Алёшка Попович баһадирҙар күҙәтеүендә — осһоҙ-ҡырыйһыҙ даланы иғтибарлап күҙәтәләр: уғры-ҡараҡ, баҫҡынсы юҡмы, халыҡ яфаланмаймы?»[4].

Картинала һүрәтләп өс баһадир — Добрыня Никититич, Илья Муромец, Алёша Попович (рус былиналарының төп геройҙары). Уртала ҡара ат өҫтөндә Илья Муромец, усын маңлайына ҡуйып алыҫҡа текләгән, батырҙың бер ҡулында һөңгө һәм ҡалҡан, икенсе ҡулында булат суҡмар. Һулда аҡ (күк) атта Добрыня Никитич, ҡурҡыныс янағанда, ҡылысын ҡынынан һурып сығарып, алышҡа ташланырға әҙер. Уңда көрән атта Алёша Попович, ҡулына уҡ менән йәйә тотҡан. Иптәштәре менән сағыштырғанда, улар араһында иң йәше. Алёша Поповичтың ҡырында уҡ һауыты йәғни ҡалъян. Ә икенсе ҡырында гусли. Өс баһадир бейек булмаған ҡалҡыулыҡтарға күскән киң тигеҙлектә, һулыған үлән һәм һирәк күренгән шыршы үҫентеләре араһында баҫып тора. Күк болотло һәм шомло, баһадирҙарға хәүеф янағанын аңлата.

«Үҙенең рухи ҡеүәте менән йәлеп иткән Боронғо Русь былина һаҡсылары — Илья Муромец, Добрыня Никитич һәм Алёша Попович образдарын тергеҙеп — XX быуатҡа аяҡ баҫҡанда, Васнецов рус халҡының героик үткәне менән уның бөйөк киләсәге араһындағы күсәгилешлелекте билдәләргә тырышҡан. Образдар ни тиклем конкрет булһа ла, баһадирҙар рус ере мифик ижади көсөнөң кәүҙәләнеше кеүек ҡабул ителә. Ат өҫтөндәге мөһабәт һындар, тауҙарға йә ҡөҙрәтле ағастарға оҡшап, күккә олғашҡандай. Баһадирҙар аттарының тояҡтары аҫтында шыршыҡай һәм ҡарағайсыҡтың йәш һәм мурт үҫентеләре — быуындар күсәгилешлелеге метафораһы. Һынлы гипербола ҡулланып, Васнецов үҙенең геройҙарында рус характерының төп, боронғо, сифатын күрһәткән. Илья Муромец халыҡтың тәжрибәһе һәм йолаларына хас төплө һалмаҡлыҡҡа таянғанлыҡты кәүҙәләндерә. Добрыня Никитичта яугир рух һәм үҙ ерен яҡларға ынтылыш тупланған. Ә Алёша Попович образында рус халҡының шиғри күңеле,хыялға бирелеүсәнлеге йәғни күҙәтеүсәнлеге, бөтә төр матурлыҡҡа һиҙгерлеге сағылыш таба»[5].

Картина идеяһының барлыҡҡа килеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

В. М. Васнецов «Баһадирҙар» картинаһының тәүге һыҙмаһы, 1871—1874 йй.

В. М. Васнецов картинаның идеяһы нисек барлыҡҡа килеүен былай тип һөйләгән[6]:

Өс баһадирҙың һыҙмаһы күҙенә салына. Василий Дмитриевич Поленовтың оҫтаханаһында яҙған. Репиндың һыу аҫты батшалығы хаҡында һөйләшә инек, шул саҡта Вася Павел Петрович Чистяковтың хатын күрһәтте. Әүлиә остаз ер аяғы ер башы алыҫ араға кәңәштәрен еткергәйне.

«Скажите ему, — просил передать, — что в его картине не цвет воды задает тон, а веяние впечатления от былины задать должно тон воде и всему; вода тут ни при чём. Цвет и густота воды бывают разные, а былина такая — одна». Слова Чистякова о былине напомнили об одной старой мыслишке, он её карандашиком, а может быть, и углем зарисовал сразу по возвращении из Рябова: лохматые могучие кони, могучая троица богатырей.

Так и встало перед глазами: взгорья, простор, богатыри. Дивный сон детства.

Нарисовал в единочасье, поднес Васе в подарок, а тот поглядел и сказал строго, по-чистяковски, это в нём было, чистяковское — за все искусство ответ держать и о каждом рисунке заботиться.

Картинаның беренсе май эскизы, Поленовҡа бүләк итеп бирелгәнлектән, Поленов йорт-музейында һаҡлана. Унда ике дата — «75» һәм «1898 йылдың 10 марты» тора. Был ике датаны шулай аңлатыла: Васнецов был эскизды, Парижға килеү менән, Поленовтың оҫтаханаһында эшләгән. Поленов. Васнецов һыҙманы набросок дуҫына бүләк итергә йыйынған саҡта, Поленов, Васнецов ҙур картина яҙған осраҡта ғына, ҡараламаны ҡабул итәсәген әйткән. Ысынында йомғаҡлау "Баһадирҙар"ын рәссам, егерме йылдан артығыраҡ ваҡыт үткәс кенә, 1898 йылдың 27 апрелендә, тамамлаған. Һәм бынан бер ни тиклем алда, 10 мартта, Васнецов, бер юлы ике дата — беренсе һәм һуңғыһын бер буяу менән, бер үк ваҡытта ҡуйып, Поленовҡа эскизын бүләк иткән. Әйткәндәй, 1875 йыл яңылыш ҡуйылған — ысынында иһә, архив мәғлүмәттәре буйынса, Васнецов Парижға 1876 йылдың яҙында ғына килгән[7] Николай Моргунов, Моргунова Наталия-Рудницкая. Васнецов. «Сәнғәт», М., 1961. 436. б.</ref>.

Натурасылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илья Муромецтың прототиптарының береһе булып Васнецов 1893 йылғы этюдында сағылдырған Владимир губернаһы крәҫтиәне Иван Петров (һуңғараҡ — Большие Мытищи ауылы извозчигы)[8][9] булған. Иван Петров проораздарҙың береһе генә булған. «Рәссам Илья Муромец өсөн, йә Ивана Петровты, дәрәжәле, олпат, матур, тыныс һәм иғтибарлы ҡарашлы абрамцев тимерсеһен; йә Мәскәүҙә осратҡан һәм өлгө һын булып баҫырға күндергән булдыҡлы ломовой ылаусыны извозчик һүрәтләп, — яңынан-яңы типаж эзләгән. „Ҡырым күпере эргәһенән яр буйлап барһам, — тип һөйләгән аҙаҡтан В. Васнецов, — күреп ҡалдым: полк янында тап минең Ильяға оҡшаған таҙа кәүҙәле типһә тимер өҙөрҙәй егет тора“»[10].

Былиналарҙа Добрыня, [./https://ru.wikipedia.org/wiki/Алёша_Попович Алёша] кеүек, һәр саҡ йәш, әммә Васнецов уны мул һаҡаллы өлгөргән кеше итеп һүрәтләй. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр[11], йөҙөнөң һыҙаттары менән Добрыня рәссамдың үҙен хәтерләтә, тип иҫәпләй.

Этюдтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Васнецов ижадын өйрәнеүселәр, картина өҫтөндә эшләгәндә, рәссам май менән түбәндәге этюдтар атҡарған[7]тип иҫәпләй.

Йылы Илл. Исеме Күләме, техникаһы Урыны Иҫкәрмә
1876 Баһадирҙар Туҡыма, май.

27х41

В. Д. Поленовтың йорт-музейы Картинаның май менән эшләнгән беренсе эскизы.

Инв. КПП-5384[12]

1879 Абрамцев Туҡыма, май.

19х47,5

В. Д. Поленовтың йорт-музейы «Баһадирҙар» картинаһының беренсе планы өсөн этюдтар[13]
1880 Ваҡ урманлыҡ. Ахтырка Ҡатырғалағы киндер туҡыма, май.

14х48

Абрамцев музей-ҡурсаулығы Инв. Ж 156[14]
1880 һайман кейгән натурасы.

(Портрет. Тимер күлдәк кейгән ҡаһарман.)

Туҡыма, май.

15,8х22,56

Абрамцев музей-ҡурсаулығы Инв. Ж 166[15]
1881 Аттар

(этюд)

Фанераға нығытылған туҡыма, май.

32х22

Г. Б. Смирнов йыйынтығы (1961 йылға ҡарата)
1881 Аттар

(этюд)

Туҡыма, май

33х47

Шәхси йыйынтыҡ
1882 Ахтырка пейзажы Туҡыма, май.

22,3х32,5

А. М. Бедняков йыйынтығы, Мәскәү (1961 йылға ҡарата)
1881 Абрамцевтағы урманлы ҡалҡыулыҡ һәм күҙ күреме ер пейзажы

(Абрамцев тирә-яғындағы пейзаж)

Туҡыма, май.

34,7х49,3

ГТГ Быға бик яҡын, Моргуновтың исемлегендә лә дата шул уҡ йыл — 1882 йыл, ГТГ каталогынан бер йылға һуңыраҡ, күрһәтелгән. 1929 йылда Остроухов йыйынтығынан алынған.

Инв. 11060

1883 Файл:Крәҫтиән Иван Петров.jpg Владимир губернаһы крәҫтиәне Иван Петров Туҡыма, май.

87,5х67,5

ГТГ Илья Муромец өсөн этюдтар.

1925 йылда Дәүләт Цветков галереяһынан алынған. Инв. 15066[16]

1898 Крәҫтиәндең башы Ҡатырғаға нығытылған туҡыма, май.

44,5х32

ГТГ Добрыня Никитич өсөн этюдтар.

1946 йылда К. Ф. Арнингтан алынған. Инв. 26644[17]

1898 Тимер күлдәк йәғни һайман Туҡыма, май.

28х7,8

В. М. Васнецовтың йорт-музейы Илья Муромец өсөн этюдтар
Ҡара ат Туҡыма, май.

33,2х25,8

В. М. Васнецов йорт-музейы
Турат Туҡыма, май.

33,5х45,2

В. М. Васнецов йорт-музейы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Google Arts & Culture — 2011.
  2. Распространенное название картины — «Три богатыря башҡ. Өс баһадир»
  3. SWE-ART Web-design&programming(www.swe.ru). Богатыри - Словарно-поисковая система. www.tez-rus.net. Дата обращения: 31 октябрь 2017. Архивировано 3 ноябрь 2017 года. 2017 йыл 3 ноябрь архивланған.
  4. П. п. Чистяков в. м. Васнецов хат, 25 апрель, 1882 й. 2017 йыл 15 октябрь архивланған.
  5. «Богатыри» Дәүләт Третьяков галереяһы мәғлүмәт базаһында
  6. Цит. по: Бахревский В. А. Виктор Васнецов. / серия «Жизнь замечательных людей». — М.: «Молодая гвардия», 1989. — ISBN 5-235-00367-5 2017 йыл 13 октябрь архивланған.
  7. 7,0 7,1 Николай Моргунов, Наталия Моргунова-Рудницкая. Васнецов. «Искусство», М., 1961. С. 436
  8. Е. м. васнецов в. и. Цветков хат, Мәскәү, 1911 йылдың 11 декабрендә 2017 йыл 13 сентябрь архивланған.
  9. Н Ковалент. Н. В. М. Васнецов. // Урыҫ сәнғәте тарихы. / Под общ. ред. И. Грабарь академигы, СССР Кеменов в. с. художество академияһының мөхбир ағзалары һәм ағза-корреспонденттары ссср фәндәр академияһының в. н. Лазарев. IX шул. Икенсе китап. — М.: Наука, 1965. 114. с.
  10. Рассказы о шедеврах - Васнецов В. «Богатыри». www.nearyou.ru. Дата обращения: 17 апрель 2016. 2016 йыл 6 сентябрь архивланған.
  11. Краснов Н. В. сәнғәте буйынса әңгәмә. — М.: Сәнғәт, 1965
  12. Государственный каталог Музейного фонда Российской Федерации. goskatalog.ru. Дата обращения: 2 ноябрь 2017. 2017 йыл 25 декабрь архивланған.
  13. Государственный каталог Музейного фонда Российской Федерации. goskatalog.ru. Дата обращения: 2 ноябрь 2017. 2017 йыл 25 декабрь архивланған.
  14. Государственный каталог Музейного фонда Российской Федерации. goskatalog.ru. Дата обращения: 3 ноябрь 2017. 2017 йыл 25 декабрь архивланған.
  15. Государственный каталог Музейного фонда Российской Федерации. goskatalog.ru. Дата обращения: 3 ноябрь 2017. 2017 йыл 25 декабрь архивланған.
  16. SWE-ART Web-design&programming(www.swe.ru). Витязь - Словарно-поисковая система. www.tez-rus.net. Дата обращения: 31 октябрь 2017. Архивировано из оригинала 3 ноябрь 2017 года. 2017 йыл 3 ноябрь архивланған.
  17. SWE-ART Web-design&programming(www.swe.ru). Каменный век. Пиршество - Словарно-поисковая система. www.tez-rus.net. Дата обращения: 1 ноябрь 2017. 2017 йыл 3 ноябрь архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]