Эстәлеккә күсергә

Бер бабайҙың көндәлеге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бер бабайҙың көндәлеге
Атамаһы Le journal d'un vieil homme
Нигеҙендә эшләнгән Скучная история[d]
Жанр фильм-драма[d]
Ил  Канада[1]
Әҫәр яҙылған тел Француз теле
Нәшер ителеү ваҡыты 7 февраль 2015
Режиссёр Бернар Эмон[d][1]
Сценарист Бернар Эмон[d][1]
Ролдәрҙә Поль Савой[d][2]
Marie-Thérèse Fortin[d]
Патрик Дролет[d]
Marie-Ève Pelletier[d]
Ariane Legault[d]
Дэниэл Пэрент[d]
Madeleine Péloquin[d]
Juliette Bierre[d]
Композитор Робер Марсель Лепаж[d]
Продюсер Бернадетт Пейор[d]
Етештереүсе компания Association coopérative de productions audio-visuelles[d][2]
Таратыусы Les Films Séville[d]
В результате влияния работы Чехов Антон Павлович
Оҙайлылыҡ 82 Минут
Төҫ төҫлө[d]

«Бер бабайҙың көндәлеге» (франц. Le journal d'un vieil homme) — Канада драматик фильмы, 2015 йылда режиссёр Бернар Эмон төшөргән. Фильмдың сюжеты урыҫ яҙыусыһы Антон Павлович Чеховтың «Күңелһеҙ тарих (Скучная история» повесы (1889) нигеҙендә эшләнгән [3]. Фильмды Монреаль университетының медицина факультетында һәм Оло (Большой) Монреалдең башҡа урындарында 27 көн буйына февралдән май айы бөткәнсе 2014 йылда төшөрәләр[4]. Фильмдың премьераһы 2015 йылдың 7 февралендә Берлин кинофестиваленең «Тәнҡитселәр аҙнаһында (Неделя критиков)» үтә[5][6][7].

Николас бөтә ғүмерен фән һәм медицина хеҙмәтенә бағышлай һәм шуларға шәхси тормошон ҡорбан итә. Хәҙер инде ул бик ҡарт, ҡаты төҙәлмәҫлек ауырыу менән ауырый, үҙенең тиҙҙән үләсәген аңлағанлыҡтан, кеше тормошондағы ҡиммәттәрҙе яңыса төшөнөргә булыша. Николас заманында үҙенән байтаҡҡа йәш ҡатынға өйләнгән була. Был донъяла уны тотоп торған бер генә кешеһе, уның балалыҡҡа ҡабул ителгән ҡыҙы Катя ғына, бар. Етмәһә, үс иткәндәй, Катя актёрлыҡ һөнәрен ташлап, әлеге көндә тәрән депрессияла ултыра.

Бүләктәре һәм номинациялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Йыл Награда Категория Номинанты Результат
{0}[13]{/0}} (1936) Whistler Film Festival Иң яҡшы актёр Пол Савойя Еңеү[9]
{0}[13]{/0}} (1936) Jutra Awards Иң яҡшы актёр Пол Савойя Номинация[10][11]

Фильм тәнҡитселәрҙең ҡатнаш баһаламаһын ала[12][13]. «Монреаль» гәзитен күҙәтеүсе Брендан Келли картинаны былай тип ҡылыҡһырлай: «Бернар Эмон Чеховтың 1889 йылда яҙылған „Күңелһеҙ тарих (Скучная история)“ хикәйәһен беҙҙең көндәрҙә, тап бына шундай еренә еткереп эшләнгән кинолар сығарыу дефициты ваҡытында, ышанырлыҡ итеп адаптациялай»[14][15].

Ҡалып:Экранизации Антона Чехова