Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Беттәр (лат. Anoplura , (рус. Вши ) — ҡан һурыусы бөжәктәр отрядына ҡараған, кеше, ҡош, йәнлек тәнендә булған паразиттар; тиф, биҙгәк таратыусылар[ 1] ; тулы булмаған әүерелеш юлы менән үҫә торған бөжәктәр.
Кәүҙәһе ромб һымаҡ, ҙурлығы 2,5-тән алып 5 мм-ға ҡәҙәр, тығыҙ, һарғылт-һоро төҫтә; баш, күкрәк һәм ҡорһаҡ өлөштәренә бүленә. Күкрәгендә хәрәкәтсел тырнаҡлы өс пар ҡыҫҡа аяҡтары бар. Ауыҙ аппараты тирене тишеп һурыуга яйлашҡан. Беттәрнең төкөрөк биҙҙәре бүлентеләре кеше һәм хайуандарҙа ҡан ойошоуҙы тотҡарлай. Инә беттәр тәүлегенә 3-тән алып 15-кә ҡәҙәр, ә үҙ ғүмеренә (1,5 айға ҡәҙәр) барлығы 50-нән алып 350-гә ҡәҙәр күкәй (һеркә) һала. Кеше тәнендә 3 төрө бет паразитлык итергә мөмкин, кейем беттәре (Pediculus vestimenti), баш беттәре (P. capitis) һәм касык түмһәкәй бете (Phthirius inguinalis). Беттәр тешләгән урын ҡысыта, тырнау нәтижәһендә тире тупаҫлана, үлекләй.
Беттәр — паразитар тиф, волын йәки траншея биҙгәге, түләрәмә ауырыуҙарын таратыусылар.
↑ Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М.Т.Азнабаев, 2007)
Павловский Е.Н. Руководство по паразитологии человека. М.-Л., 1948; Соснина Е.Ф. Итоги изучения вшей в Волжско-Камском крае // Материалы итоговой научной конференции зоологов ВКК. Казань, 1970.