Эстәлеккә күсергә

Бидольо Людовико

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Футбол
Футбол
Людовико Бидольо
Информация
Ҡушаматы Vico
Тыуа 5 февраль 1900({{padleft:1900|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Буэнос-Айрес, Аргентина
Вафат 25 декабрь 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (70 йәш)
Буэнос-Айрес, Аргентина
Гражданлығы Аргентина Аргентина
Позиция һаҡсы
Карьера
Клуб карьераһы*
1916—1917 Аргентина Спортиво Палермо
1918—1919 Аргентина Эурека
1920—1921 Аргентина Спортиво Палермо
1922—1931 Аргентина Бока Хуниорс 209 (1)
Халыҡ-ара миҙалдары
Көньяҡ Америка чемпионаттары
Алтын Буэнос-Айрес 1925
Алтын Перу 1927
Олимпия уйындары
Көмөш Амстердам 1928 футбол

* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала.


Людовико Бидольо (исп. Ludovico Bidoglio; 5 февраль 1900 йыл, Буэнос-Айрес — 25 декабрь 1970 йыл) — Аргентина футболсыһы, һаҡсы, «Бока Хуниорс» һәм Аргентина йыйылма командаһында уйнауы буйынса билдәле. Латин Америкаһы футболының башланғыс тарихында иң яҡшы һаҡсы, иң күп трофей яулаусы булараҡ билдәле.

Карьераһын «Спортиво Палермо» клубында башлай. Тәүге ваҡытта һөжүмсе позицияһында уйнай, әммә бер матчта команда һаҡсыһы йәрәхәтләнгәс, Бильдо уның урынын биләй һәм башҡаса бер ҡасан да һөжүмсе булмай. «Спортиво Палермо» клубында ике миҙгел уйнағандан һуң, «Эурек» клубына күсә һәм унда дүрт миҙгел үткәрә. 1922 йылда Бидольо «Бока Хуниорс» клубына күсә һәм артабанғы карьераһын шунда үткәрә: ун миҙгел сығыш яһай, клуб өсөн 200-ҙән ашыу матч уйнай. Рамон Муттис менән бергә Людовико "Бока"ла көслө оборона бйләнешен тәьмин итә. Ул ваҡыттағы Көньяҡ Америка һаҡсыларының күпселегенең тупаҫ көс ҡулланыу ысулынан үҙенең элегант, күркәм уйын стиле Бильдоға көйәрмәндәре аарһында һәм киң мәғлүмәт сараларында танылыу килтерә.

«Бока» составында ул биш тапҡыр Аргентина чемпионы була. Аргентина йыйылма командаһы өсөн Бидольо 34 уйын уйнай. Был Латин Америкаһы футболында Аргентина-Уругвай футболының бер-береһенә ҡаршы тороуы осоро була. Ул ҡатнашҡан ҡитғаның биш чемпионатында уның командаһы ике тапҡыр еңә, өсөһөндә аргентиндарҙы икенсе урынға ҡалдырып, Уругвай беренселектә була; 1928 йылғы Олимпиадала ла Уругвай финалда Аргентинаны еңә; әйтергә кәрәк, бөтә был турнирҙарҙа ла Бидольо үҙ командаһы матчтарында уйнай. Олимпиада, унда иң эре иҫәбенә еңеп, Тәүге өс уйында аргентиндар ҙур иҫәп менән еңеп, финалда уругвайҙарҙан еңелгән Олимпиада Бидольоның карьераһында һуңғы халыҡ-ара турнир була переигровка ҡалышып, турнир һуңғы бидольо халыҡ-ара карьераһы башлана.

Клуб кимәлендә ул тағы ла өс йыл сығыш яһай әле. 1931 йыл, Аргенитна футболындағы тәүге профессионал миҙгел "Бока"ның еңеүе менән тамамлана һәм был Бидольоның һуңғы трофейы була. Ул миҙгел аҙағына тиклем уйнай алмай — «Эстудиантес» менән уйнағанда Альберто Сосая менән бәрелешеп, ауыр йәрәхәт ала һәм карьераһын туҡтата.

Футбол карьераһы тамамланғас, Бидольо электрик булып эшләй. 1970 йылда вафат була.

1999 йылда Футбол буйынса Америка кубогында Венесуэла йыйылма командаһы составында Аргентинала тыуған Эктор Бидольо уйнай. Ул Людовико Бидольоның бүләһе була.

«Бока Хуниорс»
  • Аргентина чемпионы (5): 1923, 1924, 1926, 1930, 1931
  • Аргентина чемпионатында 2-се урын (3): 1927, 1928, 1929
  • Аргентина чемпионатында 3-сө урын(1): 1922
Аргентина йыйылма командаһы
  • Көньяҡ Америка чемпионы (2): 1925, 1927
  • Көньяҡ Америка чемпионатында 2-се урын(3): 1923, 1924, 1926
  • 1928 йылғы Олимпия уйындарында 2-се урын