Бикҡолов Мөбәрәк Мираҫбай улы
Биҡҡолов Мөбәрәк Мираҫбай улы (8 март 1956 йыл) — инженер-механик, хәрби хеҙмәткәр, полковник. 2000—2011 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары[1]. Почёт ордены кавалеры (2007).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөбәрәк Мираҫбай улы Биҡҡолов 1956 йылдың 8 мартында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында тыуған. Урындағы урта мәктәпте һәм 1982 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ауыл хужалығын механизациялау һәм электрификациялау факультетын тамамлаған.
Уҡыу йылдарында студент төҙөлөш отряды составында йәйге хеҙмәт семестрында әүҙем ҡатнаша, республика райондары баҫыуҙарында үҫтерелгән иген уңышын йыя. Ҡуйылған бурыстарҙы өлгөлө үтәгәне һәм фиҙаҡәрлеге өсөн «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәтте СССР Дәүләт именлеге комитетының Сик буйы ғәскәрҙәрендә үтә.
Запасҡа сыҡҡандан һуң именлек органдары ветерандары ойошмаһында әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Бының өсөн 2013 йылда Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Почёт ордены (2007).
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
- Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы (2013)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОРГАНЫ ВЛАСТИ СУБЪЕКТОВ РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ. Управление Федеральной службы безопасности РФ по Республике Башкортостан. БИККУЛОВ Мубарак Миразбаевич. Заместитель начальника. Сайт «rosvlast.ru»(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 апрель 2021)
- ↑ Указ Президента Республики Башкортостан от 11 марта 2013 г. N УП-49 «О награждении Почетной грамотой Республики Башкортостан ветеранов Управления Федеральной службы безопасности Российской Федерации по Республике Башкортостан». Система ГАРАНТ (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 апрель 2021)