Биометрик технологиялар
Биометрик технологиялар |
Биометрик технологиялар биометрияға, айырым бер кешенең уникаль һыҙатламалары үлсәмдәренә таяна, мәҫәлән, тыумыштан алынған уникаль билдәләр (ДНК, бармаҡ эҙҙәре, күҙҙең төҫлө селтәре), ваҡыт үтеү менән барлыҡҡа килә йә үҙгәрә торған һыҙаттар (почерк, тауыш, атлап йөрөш).
Биометрик технологияларҙы классификациялағанда, ҡулланылған биометрик параметрҙарҙың төрҙәренә ҡарап, системаларҙың ике төркөмөн айыралар:
- Системаларҙың беренсе төркөмө статик биометрик параметрҙарҙы — бармаҡ эҙҙәрен, ҡул геометрияһын, күҙ шекәрәһен һәм башҡаларҙы — ҡуллана.
- Системаларҙың икенсе төркөмө идентификациялау өсөн динамик параметрҙарҙы — ҡултамғаны ҡуйыу йә асҡыс һүҙҙе ҡулдан яҙыу динамикаһын, тауышты һәм башҡаларҙы — ҡуллана.
Был темаға һуңғы ваҡытта иғтибар көсәйә, быны халыҡ-ара терроризмдың әүҙемләшеүе менән бәйләйҙәр. Күп дәүләттәр яҡын киләсәктә биометрик бирелмәләр теркәлгән паспорт индерергә йыйына.
Эшләү һыҙмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә биометрик системалар бер һыҙма буйынса эш итә. Беренсенән, система биометрик һыҙатлама өлгөһөн хәтерләп ҡала (яҙып алыу). Яҙып алғанда ҡайһы бер биометрик системалар, биометрик һыҙатламаның теүәллеген тәьмин итер өсөн, бер нисә өлгө һорарға мөмкин. Шунан алынған мәғлүмәт эшкәртелә һәм математик кодҡа әүерелдерелә.
Системаның биометрик өлгөнө билдәле бер кешегә «йәбештерер өсөн» башҡа ғәмәлдәр ҙә талап итеүе бар. Мәҫәлән, персональ идентификациялау номеры (PIN) билдәле бер өлгөгә беркетелә, йәки өлгө яҙылған смарт-карта уны уҡый торған ҡорамалға ҡуйыла.
Биометрик система буйынса идентификациялау дүрт баҫҡыс үтә[1]:
- Яҙып алыу — физик йә тәртип-ҡылыҡ өлөгөһө система тарафынан хәтергә яҙыла;
- Айырып алыу — уникаль мәғлүмәтте өлгөнән күсереп алып, биометрик өлгө төҙөлә;
- Сағыштырыу — һаҡланған өлгө тәҡдим ителгән өлгө менән сағыштырыла;
- Тап килеү/тап килмәү — система биометрик өлгөләрҙең тап килеүен тикшерә һәм ҡарар сығара.
Күптәр компьютер хәтерендә бармаҡ эҙенең, тауыштың йә күҙенең төҫлө селтәненең өлгөһө һаҡлана тип уйлай. Ғәмәлдә хәҙерге системаларҙың күпселегендә улай түгел. Махсус бирелмәләр базаһында 1000 битҡа тиклем оҙонлоҡтағы цифрлы код һаҡлана, ул инеү хоҡуғына эйә аныҡ кешегә бәйләнгән була. Сканер йә башҡа ҡулайлама кешенең тейешле биологик параметрын ҡабул итә, артабан алынған рәсемде йә тауышты цифрлы кодҡа әйләндереп эшкәртә. Шәхесте идентификациялау өсөн нәҡ ошо асҡыс махсус бирелмәләр базаһындағы мәғлүмәт менән сағыштырыла ла инде[2].
Ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Биометрик технологиялар мәғлүмәткә һәм матди объекттарға инеү хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, шулай уҡ шхесте уникаль идентификациялау менән бәйле күп өлкәләрҙә ҡулланыла.
Биометрик технологиялар төрлө осраҡта ҡулланыла, мәҫәлән, эш урынына һәм селтәр ресурстарына инеү, мәғлүмәтте һаҡлау, айырым ресурстарға инеүҙе һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү. Электрон эшҡыуарлыҡ һәм электрон хөкүмәт эштәрен алып барыу шәхесте идентификациялау буйынса процедуралар үткәндән һуң ғына мөмкин. Биометрик технологиялар банк әйләнештәрен, инвестициялау һәм башҡа финанс хәрәкәттәрен ғәмәлгә ашырғанда, ваҡлап һатыу сауҙаһында, хоҡуҡ тәртибен һаҡлауҙа, һаулыҡ һаҡлауҙа, социаль хеҙмәттәр өлкәһендә ҡулланыла. Биометрик технологиялар яҡын киләсәктә күп өлкәләрҙә персональ идентификациялау йәһәтенән төп ролде уйнаясаҡ. Биометрия иҡтисадтың һәм шәхси тормоштоң бөтә өлкәләренә үтеп инәсәк[1].
Стандарттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- BioAPI
- AAMVA
- CBEFF
- ANSI X9.84-2002
- CDSA
- CJIS-RS
- HA-API
- ISO/IEC JTC1/SC37
- XCBF (XML Common Biometric Format).