Эстәлеккә күсергә

Бирҙеғол Теләүкәев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Бирҙеғол Теләүкәев — 1735—1740 йылдарҙағы Башҡорт ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Нуғай даруғаһы Бошман-Ҡыпсаҡ олоҫо (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Сәңкем-Ҡыпсаҡ) башҡорттарынан. Тархан. Абыҙ. Шул уҡ олоҫтоң старшинаһы.

  • 1737 йылдың июль-авгусында ихтилал етәкселәре Көҫәп Солтанғолов, Рысай Иғәмбәтов, Сәйетбай Әлкәлиндар менән хөкүмәт ғәскәрҙәре командованиеһының хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатыу хаҡындағы һөйләшеүҙәренә булышлыҡ итә.
  • 1740 йылда Бирҙеғол Теләүкәев отряды (яҡынса 500 кеше) Ҡараһаҡал етәкселегендәге баш күтәреүселәр ғәскәренә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша.
  • Бирҙеғол Теләүкәев июль-сентябрҙә 300-гә яҡын (ғаиләләре менән бергә) күтәрелештә ғәйепләнгән кешене Табын ҡәлғәһенә Башҡорт эштәре комиссияһы начальнигы Л. Я. Соймоновҡа оҙата.
  • Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
  • Материалы по истории Башкирии. Ч.1. Башкирские восстания в XII и в первой половине XVIII в. М.; Л., 1936. (рус.)
  • Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)