The Beatles

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Битлз битенән йүнәлтелде)
The Beatles
Битлз
логотип
фото

The Beatles

Һулдан уңға, өҫтән аҫҡа: Джон Леннон
Пол Маккартни
Джордж Һаррисон
Ринго Старр
Коллектив тураһында мәғлүмәт
Жанрҙар

рок[1], мерсибит[1], рок-н-ролл[1], фолк-рок[1], психоделик рок (1966—1968)[1]

Йылдар

19601970

Ил

Бөйөк Британия Бөйөк Британия

Ҡала

Ливерпуль

Язык песен

инглиз
алман[2]

Лейблы

Parlophone
Apple
Capitol
United Artists
Vee Jay
Polydor

Состав

Джон Леннон
Пол Маккартни
Джордж Һаррисон
Ринго Старр

Элекке
ҡатнашыусылар

Стюарт Сатклифф (1960—1961)
Пит Бест (1960—1962)
Джимми Никол (1964)[3]

Башҡа
проекттар

The Quarrymen,
Plastic Ono Band
Wings
The Fireman
The Dirty Mac
The Traveling Wilburys
Rory Storm and the Hurricanes
Ringo Starr and his All Starr Band

Официальный сайт

The Beatles (ХАФӘ: [ðə ˈbiː.tlz]; ансамблдең ағзаларын айырым алғанда «битл» тип атайҙар, шулай уҡ «һоҡланғыс дүртекәй» тип тә йөрөтәләр (ингл. Fab Four)) — Ливерпулдән Британия рок-төркөмө, 1960 йылда барлыҡҡа килгән, уйнаусылары: Джон Леннон, Пол Маккартни, Джордж Һаррисон, Ринго Старр. Шулай уҡ төрлө ваҡытта төркөмдә Пит Бест, Стюарт Сатклифф һәм Джимми Никол ҡатнашҡан. Күпселек композициялары Джон Леннон һәм Пол Маккартни тарафынан ижад ителгән, авторҙар тип уларҙың исеме атала.

1950-се йылдарҙағы Америка рок-н-ролл классиктарына оҡшарға тырышыуҙан башлап, The Beatles үҙ стилдәрен һәм моңон таба. The Beatles рок-музыкаға ныҡ йоғонто яһай һәм белгестәр тарафынан ижад яғынан да, коммерция яғынан да XX быуаттың уңышлы төркөмө тип һанала. Танылған күп рок-музыканттар the Beatles йырҙары шауҡымында ижад итә башлауҙарын әйтә тора. 1963 йылда «Please Please Me / Ask Me Why» синглын сығарып, бар донъяла танылыу яулайҙар, битломания барлыҡҡа килә. Был дүртәү АҠШ чарттарында беренсе урындарға күтәрелеп, пластинкалары иҫ киткес тиҙлек менән тарала, улар Британия төркөмдәре араһында беренсе булып шундай шөһрәт яулай. Төркөмдөң музыканттары менән уларҙың продюсерҙары, тауыш режиссерҙары Джордж Мартин тауыш яҙыу буйынса новаторлыҡ күрһәтә; төрлө стилдәрҙе: симфоник һәм психоделик музыканы ҡушып уйнау; шулай уҡ видеоклиптар төшөрөү — улар башланғысы.

Rolling Stone 500 тигән исемлектә беренсе урынды Sgt. Pepper’s Lonely Hearts Club Band альбомы биләй. Төркөм ете тапҡыр Грэмми ала. Дүртеһе лә, ил алдындағы хеҙмәттәре өсөн, MBE менән бүләкләнгән. 2001 йылға бер АҠШ-та ғына ла 163 млн-дан ашыу дискылары һатылған. Был мәлгә төркөмгә бәйле һатылған дискылар һәм кассеталар бер миллиард данаға етә[4].

The Beatles 1970 йылда тарҡала, уға тиклем дә, 1967 йылдан Пол һәм Джон шоу-бизнеста үҙ проекттары буйынса эшләй башлаған була инде. Таралышҡас, һәр кем үҙ соло карьераһын башлай. 1980 йылда үҙ йорто янында Джон Леннон үлтерелә, 2001 йылда Джордж Һаррисон рактан вафат була. Пол Маккартни һәм Ринго Старр ижадтарын дауам итә һәм әле лә музыка яҙа.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 William Ruhlmann. Frank Zappa. Allmusic. Архивировано 5 ғинуар 2013 года.
  2. 1964 йылда ике йыр алман телендә яҙылған: Sie liebt dich (She Loves You) и Komm, gib mir deine Hand (I Want To Hold Your Hand).
  3. 04.06.1964 — 15.06.1964
  4. Best Selling Group (ингл.). guinnessworldrecords. Архивировано 14 октябрь 2012 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инглиз телендә

  • Lewisohn, Mark. The Complete The Beatles Chronicle. — Hamlyn, 2000. — 368 с. — ISBN 978-0600600336.
  • Loker, Bradford E. History with The Beatles. — Dog Ear, 2009. — 412 с. — ISBN 1608440397.

Урыҫ телендә

  • Павел Бондаровский. The Beatles, спецвыпуск // Студенческий меридиан : журнал. — 1991. — № за июнь. — ISSN 0321-3803.
  • Gottfried Schmiedel, Thomas Buhé. Битлз. Жизнь и песни = Die The Beatles: ihr Leben u. ihre Lieder / пер. Н. А. Якубовой. — Peters, 1983. — С. 9. — 200 с. — ISBN 9780199880935.
  • Хантер Дэвис. Авторизованная биография Битлз = The Beatles: The Authorised Biography / Пер. с англ. В. Н. Чемберджи, В. В. Познера. — М.: Радуга, 1990. — 448 с. — ISBN 5-05-002569-9.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]