Эстәлеккә күсергә

Бикҡолов Мөбәрәк Мираҫбай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Биҡҡолов Мөбәрәк Мираҫбай улы битенән йүнәлтелде)

Биҡҡолов Мөбәрәк Мираҫбай улы (8 март 1956 йыл) — инженер-механик, хәрби хеҙмәткәр, полковник. 2000—2011 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары[1]. Почёт ордены кавалеры (2007).

Мөбәрәк Мираҫбай улы Биҡҡолов 1956 йылдың 8 мартында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында тыуған. Урындағы урта мәктәпте һәм 1982 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ауыл хужалығын механизациялау һәм электрификациялау факультетын тамамлаған.

Уҡыу йылдарында студент төҙөлөш отряды составында йәйге хеҙмәт семестрында әүҙем ҡатнаша, республика райондары баҫыуҙарында үҫтерелгән иген уңышын йыя. Ҡуйылған бурыстарҙы өлгөлө үтәгәне һәм фиҙаҡәрлеге өсөн «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

Саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәтте СССР Дәүләт именлеге комитетының Сик буйы ғәскәрҙәрендә үтә.

Запасҡа сыҡҡандан һуң именлек органдары ветерандары ойошмаһында әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Бының өсөн 2013 йылда Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Почёт ордены (2007).
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
  • Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы (2013)