М. И. Калинин исемендәге Благовещен дәүләт педагогия университеты
Уҡыу көйләүҙәре
(Благовещенский государственный педагогический университет имени М. И. Калинина битенән йүнәлтелде)
М. И. Калинин исемендәге Благовещен дәүләт педагогия университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1930 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Благовещенский педагогический институт |
Кем хөрмәтенә аталған | Калинин Михаил Иванович |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Благовещен |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | bgpu.ru |
Указания, как добраться | улица Ленина, 104 |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Благовещенск педагогика университеты уҡытыусылары |
М. И. Калинин исемендәге Благовещен дәүләт педагогия университеты Викимилектә |
Благовещен дәүләт педагогия университеты (БДПУ) — Благовещен ҡалаһы университеты (Амур өлкәһе).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1930 йылдың 16 октябрендә аграр-педагогия институты (һуңынан педагогик) булараҡ нигеҙ һалына, Алыҫ Көнсығышта беренсе юғары уҡыу йорттарының береһе була. Яңы юғары уҡыу йорто үҙ ҡарамағына Благовещен ирҙәр гимназияһының бинаһын ала (1913 йылда архитектор Эдуард Шефер проекты буйынса төҙөлә)[2].
1980 йылда институт педагогик кадрҙар әҙерләүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә. 1995 йылда Благовещен дәүләт педагогия институты (БДПИ) университет статусын ала һәм 1996 йылдың 23 декабрендә Благовещен дәүләт педагогия университеты тип үҙгәртелә.
Кафедралары һәм факультеттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тарих-филология факультеты 2018 йыл 1 октябрь архивланған.
- Рәсәй тарихы һәм махсус тарихи дисциплиналар кафедраһы
- Дөйөм тарих, философия һәм культурология кафедраһы
- Урыҫ теле һәм әҙәбиәте кафедраһы
- Физика-математика факультеты
- Математика һәм физиканан белем биреү кафедраһы
- Информатика һәм информатиканы уҡытыу методикаһы кафедраһы
- Тәбиғи-география факультеты
- География кафедраһы
- Химия кафедраһы
- Биология һәм биологияны уҡытыу методикаһы кафедраһы
- Сит ил телдәре факультеты 2019 йыл 16 апрель архивланған.
- Инглиз теле филологияһы һәм инглиз телен уҡытыу методикаһы кафедраһы
- Роман-герман һәм көнсығыш телдәре кафедраһы
- Педагогика һәм башланғыс белем биреү методикаһы факультеты
- Педагогика һәм башланғыс белем биреү методикаһы кафедраһы
- Логопедия һәм олигофренопедагогика кафедраһы
- Махсус һәм мәктәпкәсә педагогика һәм психология кафедраһы
- Индустриаль-педагогия факультеты
- Иҡтисад, идаралыҡ һәм технологиялар кафедраһы
- Һынлы сәнғәт һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы
- Физик культура һәм спорт факультеты
- Физик тәрбиә һәм спорт кафедраһы
- Физик культура теорияһы һәм методикаһы, йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге һәм һаулыҡ кафедраһы
- Психология-педагогия факультеты
- Психология кафедраһы
- Педагогика кафедраһы
- Халыҡ-ара факультет
- Сит тел булараҡ урыҫ теле кафедраһы
- Филологик белем биреү кафедраһы
- Кадрҙар әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү факультеты
Билдәле тамамлаусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Еремин, Игорь Алексеевич — Алыҫ Көнсығыш шағиры һәм журналисы, СССР яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Кушнир, Алексей Михайлович — башланғыс мәктәптә урыҫ телен һәм башҡа «предметтарҙы» уҡытыу методикаһы өлкәһендә билдәле ғалим һәм уйлап табыусы, Макаренконы өйрәнеү һәм Рәсәйҙә Макаренко хәрәкәтен башлап барыусы эшмәкәрҙәрҙең береһе, психологик фәндәр кандидаты, «Народное образование» журналының баш мөхәррире.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ М. Е. Базилевич Благовещенский архитектор Э. И. Шефер // Academia. Архитектура и строительство. — 2017. — № 2. — С. 12—19.