Божья Матерь «Шифа сығанағы» иконаһы сиркәүе (Петровка)
Православный храм | |
Церковь иконы Божией Матери «Живоносный источник»
| |
Ил | Россия |
Координаталар | 47.48158/N/39.446297/E |
Конфессия | Православие |
Епархия | Ростовская и Новочеркасская |
Проект авторы | Вальпреде Иван Осипович |
Төҙөлөшө | 1850—1858 йылдар |
Бөгөнгө хәле | действующая |
Божья Матерь «Шифа сығанағы» сиркәүе — Ростов өлкәһе Мясниковский районының Петровка слободаһындағы сиркәү. Ростов һәм Новочеркасск епархияһына ҡарай, Рус православие сиркәүенең Мясниковский благочиниеһы
Храм адресы: Рәсәй, Ростов өлкәһе, Мясниковский районы, Петровка слободаһы, Туғай урамы, 12
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Шифа сығанағы» ҡорамын төҙөү тарихы 1841 йылдан башлана. XIX быуатта ҡорам булған урын эргәләге шишмәгә Божья Матерь килеүе менән дан ала. Шишмә үҙенең мөғжизәләре һәм ауырыуҙарҙы дауалауға шифаһы менән билдәлелек ала.
Риүәйәт буйынса, 1841 йылдың йәйендә Петровка ауылы эргәһендә бер нисә крәҫтиән ҡунырға ҡала. Икенсе көндә уларҙың кесеһе шишмәгә бара һәм унда уң ҡулында Сабый тотоп торған Божья Матерь иконаһын күрә. Шул уҡ ваҡытта изге икона йөҙөп йөрөмәй, ҡоҙоҡ төбөндә ятҡан ташҡа нигеҙе менән тейеп вертикаль тора. Крәҫтиән был хаҡта башҡа кешеләргә һөйләй. Бөтә крәҫтиәндәр һыу сығанағына килә һәм шул уҡ хәлде күрә. Һуңынан улар Бабинский ҡасабаһы идарасыһына күргәндәрен һөйләй. Криницалағы Божья Матерь иконаһының күренеүе тураһында хәбәр йән-яҡҡа тиҙ тарала. Изге тип һаналған урынға динсел кешеләр килә башлай. Был сығанаҡ «Бабинский» исеме аҫтында билдәле була, ә тағы ла уны йыш ҡына «Кринички» тип атайҙар.
1848 йылда сығанаҡ янында изне иконалар менән биҙәлгән сиркәү төҙөлә. 1849 йылдың аҙағында полковник Иловайский Петр һәм есаул Иван Каршин тырышлығы арҡаһында бында Божья Матерь Шифа сығанағына арналған ағас сиркәү ҡорола. Бабинский шифалы сығанағы янында мәхәллә төҙөлә.
1850 йылдың 6 авгусында Ғәскәри Наказлы Атаман Михаил Григорьевич Хомутов ҡатнашлығында әлеге ҡормадың нигеҙенә таш һалына.
Ҡорамды сығанаҡтың өҫ яғындағы яһалма майҙансыҡта сығанаҡҡа таш баҫҡыстар эшләп төҙөйҙәр. Ғибәҙәтхана тирәләй сауҡалыҡ ултыртыла. Ҡорам архитектор Иван Иосифович Вальпреде планы һәм һүрәттәре буйынса төҙөлә. Төҙөлөш 8 йыл дауам итә, һәм 1858 йылға тиклем бара.
1903 йылда ғибәҙәтханаға ике төкәтмә төҙөргә ҡарар итәләр, ләкин аҡса етмәү сәбәпле, 1908 йылда бер генә төкәтмәгә нигеҙ һалына, 1911 йылдың 16 авгусында изге апостол һәм игеһаусы Иоанн Богослов хөрмәтенә изгеләндерелә.
Совет власы йылдарында сиркәү ябыла, изге сығанаҡ ташландыҡ хәлгә килә. Егерменсе быуат уртаһында ҡорамдың көмбәҙен, ҡыңғырауын һүтеп алалар. Ҡорамда күпмелер ваҡыт ауыл хужалығы техникаһының оҫтаханаһы була. Сығанаҡҡа сүп-сар ташлана, әммә ул барыбер ер аҫтынан бәреп сыға.
2012 йылдың 20 апрелендә Ростов һәм Новочеркасск митрополиты Меркурий Указы менән «Шифа сығанағы» ҡорам комплексы Петровка ауылындағы Изге Ивесркий ҡатын-ҡыҙҙар монастырына тапшырыла. Ошо ваҡыттан алып бында тергеҙеү эштәре башлана. 2014 йылға сиркәү ремонтлана, һәм изге апостол һәм игеһаусы Иоанн Богослов хөрмәтенә төкәтмәһе тергеҙелә.
«Шифа Сығанағы» ҡорамы Изге Иверский ҡатын-ҡыҙҙар могастыры хужалығына ҡарай, уның эргәһендә Дини-ағартыу үҙәге ойошторола, ҡорамда ғибәҙәттәр үтә[1].
Дин әһелдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иеромонах Тихон (Балабанов)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Петровка. Церковь иконы Божией Матери "Живоносный источник"
- Петровка. Церковь иконы Божией Матери «Живоносный Источник» 2018 йыл 10 июнь архивланған.
- История прихода