Эстәлеккә күсергә

Бойондороҡһоҙлоҡ майҙаны (Гюмри)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бойондороҡһоҙлоҡ майҙаны
Рәсем
Дәүләт  Әрмәнстан
Административ-территориаль берәмек Гюмри[d]
Карта
 Бойондороҡһоҙлоҡ майҙаны (Гюмри) Викимилектә

Бойондороҡһоҙлоҡ майҙаны (әрмән. Անկախության Հրապարակ) — әрмән ҡалаһы Гюмриҙың ҙурлығы буйынса икенсе майҙаны.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамлағандан һуң,1940 йылдарҙа Гюмри ҡалаһында Ленин майҙаны (әрм. Լենինի հրապարակ) төҙөлгән. 1988 йылда Спитакта ер тетрәгәндә, майҙан байтаҡ зыян күргән. 1991 йылда Әрмәнстан бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, хәҙерге исемен — Бойондороҡһоҙлоҡ майҙаны атамаһын[1]алған.

2018 йылдың апрелендә Әрмәнстанда Бәрхәт революцияһы барышында Бойондороҡһоҙлоҡ майҙаны ғәмәлдәге хөкүмәт отставкаһы өсөн [2].сығыш яһаған оппозицион көстәр тарафынан баҫып алынған.

Бойондороҡһоҙлоҡ майҙаны квадрат формаһында (125×125 м), ул йәшел парк менән уратып алынған. Төньяҡтан Алек Манукян урамы, көньяҡтан — Тигран Меца проспекты, көнбайыштан—  Саят-Нова урамы һәм Гарегин Нжде проспекты, көнсығышта — Айрик  Хримян шоссеһы менән менән сикләнгән.

Майҙан уртаһында ҡулына ҙур тәре тоҡан әрмән ҡатын-ҡыҙы ҡуйылған. Монумент Спитак ер тетрәүендә ҡорбан булғандар иҫтәлегенә бағышланған. туҡыу фабрикаһы  Майҙан эргәһендә элекке туҡыу фабрикаһы, Гюмри ҡала  суды, Сәнғәт Академияһы, мәғлүмәт технологиялары үҙәге һәм «Прогресс»[3]университеты урынлашҡан.

  1. Ամբողջանում է Գյումրիի Անկախության հրապարակը (әрм.). armenpress.am (4 февраль 2003). Дата обращения: 6 ноябрь 2018.
  2. В Гюмри молодёжь оцепила площадь Независимости. armeniasputnik.am (17 апрель 2018). Дата обращения: 6 ноябрь 2018.
  3. Площадь независимости. armenia2u.com. Дата обращения: 6 ноябрь 2018. 2018 йыл 7 ноябрь архивланған.