Болдин Валерий Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

 

Болдин Валерий Иванович (7 сентябрь, 1935 йыл, Тутаев ҡалаһы, Ярославль өлкәһе, РСФСР, СССР14 февраль, 2006 йыл, Мәскәү, Рәсәй) — совет партия эшмәкәре. КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1988-1991, 1986-1988 йылдарҙа кандидат). 11-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты, СССР-ҙың халыҡ депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһының иҡтисад факультетын тамамлай (1956—1961).

1960 йылдан КПСС ағзаһы.

1961—1965 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты аппаратында эшләй.

1969 йылда КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһын тамамлай. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1969).

1969 йылда «Правда» гәзитенең иҡтисади күҙәтеүсеһе була, һуңынан унда ауыл хужалығы идаралығын етәкләй, гәзиттең редколлегия ағзаһы була.

1981—1987 йылдарҙа — КПСС Үҙәк Комитеты генераль секретары М. С. Горбачевтың ярҙамсыһы.

1987—1991 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитетының Генераль бүлеге мөдире була.

1990 йылдың 23 мартынан — СССР-ҙың Президент Советы ағзаһы[1].

1990 йылдың 17 апреленән 1991 йылдың 22 авгусына тиклем — СССР Президенты Аппараты начальнигы.[2].

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты яғында 1991 йылдың авгусындағы сараларҙа әүҙем ҡатнаша. 1991 йылдың 18 авгусында 4 кешенән торған төркөм составында (Бакланов, Болдин, Варенников һәм Шенин) Форостағы Горбачевҡа оса. 18:00 сәғәттә уларҙың төркөмө кире Мәскәүгә оса.

1991 йылдың 22 авгусында вазифаһынан бушатыла[3] һәм икенсе көндө Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты[4] эше буйынса ҡулға алына, Судҡа тиклем Матросский Тишина изоляторында тотола; 1991 йылдың декабрендә үҙ таныуы буйынса азат ителә. 1994 йылдың 6 майында Дәүләт Думаһының «Сәйәси һәм иҡтисади амнистия декларацияһы тураһында» ҡарары нигеҙендә енәйәт эше туҡтатыла.

2006 йылдың 14 февралендә вафат була. Троекуров зыяратында ерләнә (уч. 13)[5].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡатыны, ҡыҙы бар.

Хәтирәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Болдин В. И. Крушение пьедестала. Штрихи к портрету М. С. Горбачева. — Республика, 1995. — 447 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кто есть кто в мировой политике / Отв. ред. Л. П. Кравченко. — М.: Политиздат, 1990. — С. 5.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]