Эстәлеккә күсергә

Болниси Сионы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Болниси Сионы
груз. ბოლნისის სიონი
Нигеҙләү датаһы V быуат
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Болниси[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Болниси Сионы Викимилектә


Болниси Сионы - (рус. Болнисский сион, груз. ბოლნისის სიონი) — базилика рәүешендәге бик боронғо грузин ҡорамы. Квемо-Картли өлкәһенең Болниси муниципалитетының Болниси ауылында урынлашҡан.

Ҡорамды 478 йылда төҙөй башлағандар, 493 йылда тамамлағандар - был илдәге иң ҡарт, шул уҡ ваҡытта яҡшы һаҡланған базилика. Ҡорамда грузин телендә яҙылған бик боронғо яҙма табылған.

Болнис Сионы, көнбайыштан күренеш

Ҡорам өс һикәлтәле нигеҙгә ҡороп төҙөлгән. Өс нефы көмбәҙле түшәм менән эшләнгән һәм ике яҡлы ҡыйыҡ менән ябылған. Үҙәк нефтың көмбәҙе ярымтүңәрәк, ә ҡабырғалағылары — киҫек ярымтүңәрәк. Төньяҡтан һәм көньяҡтан ҙур ҡыйыҡлы галереялар ойошторолған. Көнсығыш яҡтан ябыҡ баптистерий (суҡындырыу урыны) булған. Көнсығыш алтарь яғынан ярым цилиндр рәүешле сығынты ҡалдырылған.

Тыштан декоратив биҙәктәр юҡ тиерлек, тәпәш, ауыр күренешле диуарҙар. Эре йәшкелт таш квадрҙарҙан һалынған. Көнсығыш һәм көнбайыш фасадтары монументаль ҡырыҫ һәм ыҡсым. Көньяҡ һәм төньяҡ фасадтарҙың ҡабырғаларын асыҡ галереяларҙың аркалары йәнләндерә.

Ҡорам интерьеры киҫелештә сатраш барлыҡҡа килтергән колонналар рәте менән хасил ителгән. Эре аныҡ формалар эске яҡты монументаль сүрәткә индерә.

Таштан ырып эшләнгән колонна капителдәре һәм пилястралар кейектәр һәм ағастар һүрәте менән биҙәлгән, шулай уҡ икешәрле ваҡ аркалар ярҙамында һыҙатлы орнаменттар барлыҡҡа килтерелгән. Һүрәт сюжеттары, ихтимал, иртә христианлыҡҡа, йәки урындағы инаныстарға бәйле булғандыр. Фарсы һәм Сүриә сәнғәте һәм урындағы ағас биҙәктәр эшләү традициялары ҡулланылыуы тойола.