Бостон (туҡыма)
Бостон |
Бостон (франц. boston - АҠШ-тың Бостон ҡалаһы исеменән) — саф йөн туҡыма, саржа ысулы менән һуғыла. Меринос тоҡомло һарыҡтың елкә өлөшөнән алынған йөндән иләнгән, урта һәм юғары номерлы нәҙеклектә, 2 йәки күберәк ҡатлап сиратылған ептән һуғылған туҡыма.
Бостон башлыса ҡарағусҡыл төҫтәргә: күк, ҡара, көрән шыма итеп буяп сығарыла.
Сыҙамлылығы юғары булыуы менән айырылып тора [1].
Ыңғай һәм кире сифаттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]әҙер изделиеларҙың төрлө деформацияларға юғары тотороҡлоғон тәьмин итә;
туҙыуға сыҙамлылығы юғары, шул арҡала әйберҙәр оҙаҡ ваҡыт, хатта уларҙы әүҙем файҙаланғанда ла, эстетик йөҙөн һаҡлай;
үҙенең тығыҙлығы, шулай уҡ йөн үҙенсәлектәре иҫәбенә туҡыма йылылыҡтан һаҡлай ала;
экологик яҡтан таҙалыҡ - был материал составына синтетик матдәләр инмәй;
бактерияларға ҡаршы һәм гигиена характеристикалары бик шәп ;
туҡыма һауа үткәреүсәнлеге түбән булыу иҫәбенә ел үткәрелмәй тиерлек - был уны төрлө өҫ кейеме тегеү өсөн ҡулланырға мөмкинлек бирә;
гигроскопиклыҡ;
туҡыма ваҡыт үтеү менән ҡырылмай;
Ошо материалдан тегелгән кейемде кер йыуыу машинаһында йәки ҡул менән йыуырға мөмкин, ә йыһаздарҙың күбеһе таҙартыуға тапшырыла.
Бостонды көйә төшөүҙән тик ныҡ һаҡлау зарур. Тағы ла бер етешһеҙлек шуға ҡайтып ҡала: изделиеларҙың өҫкө йөҙө ялтырай башламаһын һәм матурлығын һаҡлап ҡалһын өсөн тейешле сара күреп торорға кәрәк [2]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бостон — Краткая энциклопедия домашнего хозяйства/ред. И. М. Скворцов и др. — М.: Государственное Научное издательство «Большая Советская энциклопедия» — 1959.
- Бостон // Товарный словарь / И. А. Пугачёв (главный редактор). — М.: Государственное издательство торговой литературы, 1956. — Т. I. — Стб. 514—515.