Булонь декларацияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Булонь-сюр-Мер Конгресы бинаһынан сығыу урыны, 1905

Булонь декларацияһы (эспер. Bulonja Deklaracio) — бөтә донъя эсперантсылар хәрәкәтенең асылын һәм төп принциптарын билдәләүсе база документы. Л. Заменһоф тарафынан яҙылып, ул I Бөтә донъя эсперантсылар конгресында француз ҡалаһы Булонь-сюр-Мерҙа 1905 йылдың 9 авгусында ҡабул ителә.

Декларация биш пункттан тора:

1. Эсперантизм — үҙен халыҡтарҙың эске тормошона көсләп таҡмаусы һәм йәшәп килгән милли телдәрҙе ҡыҫырыҡламаусы бөтә донъяға нейтраль-кешелек телен таратыуға ынтылыш:

  • төрлө милләт кешеләренә үҙ-ара аңлашыу мөмкинлеге биреү;
  • тел арҡаһында төрлө милли ыҙғыштар барған илдәрҙә йәмәғәт институттарының тыныслыҡ яҡлы теле сифатында хеҙмәт итеү;
  • бөтә халыҡтарҙа ла айырым бер ҡыҙыҡһыныу уятырҙай әҫәрҙәрҙе ошо телдә баҫтырыу мөмкинлеге.

2. Бары тик яһалма тел генә халыҡ-ара тел була ала. Бының өсөн иң ҡулайлыһы — эсперанто теле.

3. Эсперанто теленең матди хужаһы булып бөтә донъя тора. Рухи хужалар — эсперанто донъяһында был телдә ижад итеүсе иң яҡшы һәм иң һәләтле яҙыусылар тип танылған кешеләр.

4. Берҙән-бер һәм һәр эсперантсы өсөн мотлаҡ булған эсперанто теленең нигеҙе булып «Эсперанто нигеҙҙәре» әҫәре һанала, бер кемдең дә уға үҙгәрештәр индерергә хаҡы юҡ.

5. Эсперанто телен белгән һәм уны ҡулланған һәр кем, уны ниндәй маҡсаттарҙа ҡулланыуына ҡарамаҫтан, үҙен эсперантсы тип атай ала.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар һәм һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]