Эстәлеккә күсергә

Бучеджи тәбиғәт паркы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бучеджи тәбиғәт паркы
рум. Parcul Natural Bucegi
Нигеҙләү датаһы 27 ғинуар 1992 һәм 1990[1]
Рәсем
Рәсми атамаһы Parcul Natural Bucegi[1]
Категория защищённых зон МСОП категория МСОП V: охраняемые наземные и морские ландшафты[d][1]
Дәүләт  Румыния[1]
Әһәмиәтле урын Синая[d]
Майҙан 32 663 гектар,
32 533,52997 гектар[1]
Рәсми сайт bucegipark.ro
Карта
 Бучеджи тәбиғәт паркы Викимилектә

Бучеджи тәбиғәт паркы (рум. Parcul Natural Bucegi) — Румынияла һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе, Көньяк Карпатта Бучеджи тау массивында урынлашҡан. Бучеджи тәбиғәт паркы биләмәһе 32663 га тәшкил итә.

20 быуат башынан, оҙаҡ ваҡыттар, Бучеджи тау миассивы үҙенең һирәк һәм бай флораһы менән Румынияла һәм ситтә йәшәүсе күп кенә тикшереүселәрҙе һәм тәбиғәт яратыусыларҙың иғтибарын йәлеп иткән.[2] Бучеджи тау массивында тәбиғәтте һаҡлау биләмәһен булдырыу тураһында беренсе тәҡдимдәр 1936 йылда уҡ була.[3] Туризм үҫеше һәм тәбиғи ресурстарҙы файҙаланыу башланыу менән биологик төрҙәрҙең күпләп юҡҡа сығыу процессы башланда, шуға күрә урындағы тәбиғәтте һаҡлау һәм яҡлау буйынса тейешле саралар күрелә, һәм тәбиғәтте һаҡлау һәм яҡлау тураһындағы ООМ 7 / 01.27.1990[2] бойороғо менән раҫланды. Бучеджи тәбиғәт паркының сиктәре 2003 йылдың 4 мартындағы 230 номерлы Румыния хөкүмәтенең биосфера тыйыулыҡтарын, тәбиғәт һәм милли парк булдырыу, парк администрацияһын төҙөү тарыһында ҡарар менән билдәләнде.[2][4]

Тәбиғәт паркы мәмерйәләр, упҡындар, коньондар, тау һырттарын, йылға үҙәндәрен, шарлауыҡтарҙы һәм урманлы тау райондарын үҙ эсенә ала һәм уларҙың флора һәм фаунаһын һаҡлай. Парк биләмәһендә булған Бабель һәм Сфинкс тау һындары парктың ғорурлығы булып тора.

Паркның тасуирламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парк өлөшләтә Дымбовица, Прахова, Брашов жудецы биләмәләрендә урынлашҡан. Парк администрацияһы Мороень коммунаһының Дымбовица өйәҙендә урынлашҡан.

Парк территорияһы 32 663 га тәшкил итә. Парк территорияһында шулай уҡ үҫемлек, ағастарҙы, эзбислы һындарҙы һаҡлау өсөн 14 тыйыулыҡ районы булдырылған.

Тыйыулыҡтар 12 770 га майҙанды биләй, йәғни парктың 35%-ҡа яҡын өлөшө.[5][6]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Nationally designated areas (CDDA) (ингл.)
  2. 2,0 2,1 2,2 Parcul Natural Bucegi - Istoricul parcului. http://www.bucegipark.ro. Дата обращения: 12 квітня 2019. 2018 йыл 10 декабрь архивланған.  (рум.)
  3. Bine ati venit. http://www.bucegipark.ro. Дата обращения: 12 квітня 2019.  (рум.)
  4. Hotărâre nr. 230 din 4 martie 2003. Portal Legislativ http://legislatie.just.ro. Дата обращения: 12 квітня 2019.  (рум.)
  5. Bucegi National Park. Transylvania Beyond http://www.transylvaniabeyond.com. Transylvania Regional Board. Дата обращения: 12 апрель 2019. Архивировано 13 квітня 2019 года. 2019 йыл 13 апрель архивланған.  (рум.)
  6. Parcul Natural Bucegi - Rezervatii naturale. http://www.bucegipark.ro. Дата обращения: 12 апрель 2019. 2018 йыл 10 декабрь архивланған.