Бык (Днестр ҡушылдығы)
Бык | |
---|---|
молд. Bîc | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 155 км |
Бассейн | 2150 км² |
Һыу ағымы | |
Тамағы | Днестр |
· Координаталар | 46°54′42″ с. ш. 29°27′59″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Ҡара диңгеҙ |
Ил | Молдова |
Бык Викимилектә |
Бык (молд. Bîc) — Молдовалағы йылға. Днестрҙың уң ҡушылдығы, Ҡара диңгеҙ бассейнына ҡарай. Оҙонлоғо — 155 километр. Бык йылғаһында Молдавияның баш ҡалаһы – Кишинев урынлашҡан. Үрге ағышында Кодры ҡалҡыулығы буйынса үтә. Ҡайһы бер йылдарҙа бер нисә тәүлектән ике-дүрт айға тиклем ҡорой. Йылғала Гидигич һыуһыҡлағысы бар. Ҙур ҡушылдыҡтары: Быковец һәм Ишновец. Икеһе лә уң ҡушылдыҡ.
Йылғаның торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кишиневҡа яҡынлашҡан һайын һыуы бысрағыраҡ була бара. Ҡала эргәһендә һыу фаунаһының бер нисә төрө генә осрай. Ҡаланан сыҡҡанда йылғала бары тик үле һыу ғына ҡала, ә бысраныу кимәле норманы тиҫтәләрсә тапҡырға артып китә. Шул уҡ ваҡытта йылғаның баш ҡала участкаһында иң хәүефле хәл-торош күҙәтелә. Дәүләт Экологик үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 10 йыл инде Кишиневтан Гура Быкулуйға тиклем арауыҡта бер ниндәй йән эйәһе юҡ. Экспреттар белдереүенсә, йылғаны предприятиеларҙан ағып төшкән токсик матдәләр (97 процент) бысрата. Ҡалған өс процент көнкүреш ҡалдыҡтарын тура килә. Икенсе зыянлы фактор – йылға ярҙарында рөхсәтһеҙ автомобилдәр йыуыу.
Шулай уҡ йылғаның ағышы буйынса торбалар ҡуйылған һәм уларҙан ямғыр йәки йыйылған һыуҙар ағып төшә. Бынан тыш, ике яҡ ярға ла ҡалдыҡтар ташлана, ә Бык йылғаһын һуғарған каналдарҙы ләм баҫҡан. Ил властарына хәл-торошҡа ҡыҫылыуҙарын саырып юлламалар ебәрелә, әммә әле һаман улар ҡыбырларға ашыҡмай. Парламент спикеры Мариана Лупуға ла махсус ҡара ҡабул итеү һәм Бык йылғаһы территорияһын экологик һәләкәт зонаһы тип иғлан итеү тураһында мөрәжәғәт була, әммә бер ниндәй һөҙөмтә юҡ. Эксперттар, төбәктең мөхитен тергеҙеү өсөн махсус программа кәрәк, тип белдерә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Географический энциклопедический словарь. Москва. «Советская энциклопедия». 1989. стор. 90
- Dimitrie Cantemir, Descrierea Moldovei, București, Ed. Librăriei SOCEC & Co., 1909, pag. 49
- http://www.nr2.ru/kishinev/433204.html 2013 йыл 3 сентябрь архивланған.
- http://www.vedomosti.md/news/Na_Vyhode_Iz_Kishineva_Reka_Byk_Mertva 2013 йыл 23 август архивланған.
- http://ru.publika.md/link_959571.html 2016 йыл 4 март архивланған.
- http://riulbic.md/raportul_pe_starea_mediului.php 2013 йыл 24 октябрь архивланған.
- http://riulbic.md/view_news.php?id=23 2013 йыл 3 ноябрь архивланған.