Бүртә районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бүртә районы
Нигеҙләү датаһы 30 май 1927
Дәүләт  СССР
Административ-территориаль берәмек Ырымбур округы[d], Урта Волга крайы[d], Ырымбур өлкәһе һәм Ырымбур губернаһы

Бүртә районы — рус. Буртинский район — Ырымбур губернаһы, Урта Волга өлкәһе, Урта Волга крайы, Ырымбур һәм Чкалов өлкәләре составында 1927—1963 йылдарға тиклем административ-территориаль берәмек була. Башта административ үҙәге — Крючковка ауылында, аҙағыраҡ — Беляевка ауылында була.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бүртә районы 1927 йылда Ырымбур губернаһы составында ойошторола. 1928 йылда Ырымбур губернаһы бөтөрөлә һәм район Ырымбур округы составына инә. 1930 йылда, округтар бөтөрөлгәс, туранан-тура Урта Волга крайына буйһондорола[1].

1934 йылдың 7 декабрендә Ырымбур өлкәһе составына инә (1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе) .

1945 йыл мәғлүмәттәре буйынса районға 21 ауыл советы ингән була[2].

1959 йылдың 21 июлендә бөтөрөлгән Ейәнсура районы территорияһы өлөшләтә Бүртә районына ҡушыла. 1960 йылдарҙағы мәғлүмәттәре буйынса райондың 14 ауыл советы булған[3].

1963 йылдың 1 февралендә Бүртә районы бөтөрөлә, уның территорияһы Һарыҡташ һәм Соль-Илецк ҡала округы Соль-Илецк районы[1] араһында бүлеп алынған.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Райондың исеме географик урынлашыуы менән бәйле — шул төбәктә аҡҡан, Яйыҡтың һул ҡушылдығы Бүртә йылғаһы һәм Бүртә далаһы атамалары айҡанлы бирелгән. Бүртә йылғаһының үҙенә атама башҡорт телендәге аҡ менән ҡара ҡатнаш йылҡы төҫөнән алып ҡушылған тигән фекер бар.[4] Бынан тыш атама Ырымбур өлкәһе далаһына ла бирелгән, ә 1927—1963 өлкәнең районы ла шул исемде йөрөтә.

Бүртә йылғаһының үҙенә атама башҡорт телендәге аҡ менән ҡара ҡатнаш йылҡы төҫөнән алып ҡушылған тигән фараз бар.[4] Бынан тыш атама Ырымбур өлкәһе далаһына ла бирелгән.

Мәгәр ысынбарлыҡта 18-се быуатта башҡорт ерҙәренә күпләп күсеп ултыра башлаған ҡырғыҙ-ҡайсаҡтар башҡорт телендәге атамаларҙы үҙҙәренекенә үҙгәртеп бөткән. Ҡаҙаҡ телендә йылғаның атамаһы Бур+тә тип әйтелә, был ағарта торған аҡ төҫтәге йомшаҡ эзбизташ [5] тигән мәғәнәлә алынған. Башҡорттар йылғаға биргән атама Бирҙе булған[6]}}.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Справка по истории административно-территориального деления Оренбургского края за 1735—1999 гг. 2018 йыл 20 май архивланған.
  2. РСФСР. Административно-территориальное деление на 1 июля 1945 г. с приложениями изменений с 1 июля по 31 декабря. — М., 1945. — С. 378. — 503 с.
  3. Оренбургская область. Административно-территориальное деление на 1 сентября 1960 года. — Оренбург, 1960.
  4. 4,0 4,1 Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 184-се бит
  5. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 174-се бит
  6. Моисеев, Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историкотопонимические очерки / Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1