Бәрхәт гөл
Уҡыу көйләүҙәре
(Бәрхәт үлән битенән йүнәлтелде)
Бәрхәт гөл | |||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||
Tagetes L. | |||||||||||||||||||||
Бүлендек таксондар | |||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||
|
Бәрхәт үлән, бәрхәт гөл (лат. Tagétes) — астралар ғаиләһенән бер йәки күп йыллыҡ үләнсел, декоратив үҫемлек. 35 төрө билдәле. Төрлө форма һәм ҙурлыҡтағы (2-10 см диаметрҙа) тура бәрхәт гөлө, ауыш бәрхәт гөлө, ҡатмарлы һәм ҡатмарһыҙ, ойошма сәскәле, йоҡа япраҡлы бәрхәт гөлө сорттары үҫтерелә.
Рәсәй территорияһында Мексика бәрхет гөлө (Tagétes patula) − һары, ҡыҙғылт йәки ҡыҙғылт-һары сәскәле, үҙенсәлекле эҫле, тәбәнәк буйлы үҫемлек киң таралған. Башлыса, йорт янында һәм күмәк баҡсаларҙа үҫтерелә. Бәрхәт гөлөн орлоҡтан үрсетәләр, апрель башында теплицаға сәсәләр, май аҙағында үҫентеләрҙе асыҡ грунтка күсереп ултырталар.
Июльдән көҙгө ҡырауҙарға тиклем сәскә ата. Клумба, бордюр, газондарҙағы декоратив төркөмдәр өсөн файҙаланалар.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Киселев Г.Е. Цветоводство. М., 1964.
- Бархатцы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бәрхәт гөл GRIN сайтында мәғлүмәт (инг.) Проверено 21 марта 2009 г.
- Бәрхәт гөл: «Тормош энциклопедияһы» сайтында мәғлүмәт(EOL) (инг.) Проверено 21 марта 2009 г.
- Бархатцы на сайте Энциклопедия декоративных садовых растений
- Коваленко С. Е. Бархатцы в нашем саду . КЦ Зеленая линия. Дата обращения: 16 сентябрь 2013.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татар энциклопедияһы 2013 йыл 7 декабрь архивланған. (тат.)