Эстәлеккә күсергә

Бәшмәк йыйыу (уйын)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бәшмәк йыйыу уйыны
Уйынсылар һаны
күп
Уйнау урыны
урам
Физик активлыҡ
юғары

Бәшмәк йыйыу (рус. Сбор грибов) — башҡорт милли балалар уйыны.

Балалар түңәрәккә баҫа. Уйынды ойоштороусы ике уйынсыны түңәрәк эсенә саҡырып сығара һәм уларҙың күҙҙәрен бәйләй. күҙе бәйләнгәндәрҙең аяҡ аҫтына "бәшмәк" рәүешендәге бер нисә әйбер ҡуйыла.

уйынды ойоштороксы күҙе бәйләнгәндәргә бер минут эсендә "бәшмәктәр"ҙе йыйып бөтөрөргә ҡуша. Түңәрәк эсендәгеләр төртөшә-төртөшә "бәшмәк" йыя башлайҙар. Кем билдәләнгән ваҡытта күп "бәшмәк" йыйып өлгөрә, шул еңе-се тип иғлан ителә. Түңәрәк эсенә башҡа уйнаусылар сыға.

Был уйынды ике тигеҙ төркөмгә бүленеп тә уйнарға була.



  • И.Ғ. Ғәләүетдинов. Башҡорт халыҡ балалар уйындары. – Өфө : Китап, 2002 й. ISBN 5-295-02840-2
  • Башҡорт халыҡ уйындары / [төҙ. Г. Р. Хөсәйенова]. – Өфө : Ғилем, 2006 q. – 72 б. ; 20 см. – 200 д. – ISBN 5-7501-0628-4.
  • Балалар фольклоры. Өфө-1997 й