Бәҙриә Таһир Гөкмән
Бәҙриә Таһир Гөкмән | |
төр. Bedriye Tahir Gökmen | |
Ил | |
---|---|
Бәҙриә Таһир Гөкмән Викимилектә | |
Бәҙриә Таһир Гөкмән (төр. Bedriye Tahir Gökmen) — төрөк осоусыһы, пилот лицензияһы алған беренсе төрөк ҡатын-ҡыҙы.
Төрөк парашютсыһы Абдуррахман Түркҡушу үҙенең интервьюһында уға «Зәңгәр күктең һеңлеһе» («Gökmen Bacı») тигән ҡушамат бирә[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таһир Vecihi Hürkuş шәхси осоу мәктәбендә уҡый һәм 1933 йылда пилот лицензияһына эйә була[2]. Ул ваҡытта эшләгән һәм Эш биреүсе бер үк ваҡытта уҡып та, эшләп тә йөрөгән ҡыҙҙың осоштар менән мауығыуын хупламай һәм, шул ысул менән Таһирҙы мәктәптән китергә мәжбүр итергә өмөтләнеп, уға яза сифатында эш хаҡын кәметә.
Шуға ҡарамаҫтан, 1934 йылда ҡыҙ осоу мәктәбен тамамлай, һуңынан лицензияһын раҫлатыу маҡсатында Төркиәнең Хәрби-Һауа Көстәре министры урынбаҫарына мөрәжәғәт итә. Уның оҫталығын раҫларға министр урынбаҫары мәктәпкә инспекторҙар төркөмөн ебәрҙе. Әммә был ваҡытта авария арҡаһында мәктәптә Таһирҙың самолёт менән идара итә белеү оҫталығын күрһәтеү өсөн ҡулланырлыҡ самолёттар булмай сыға[1]. Инспекторҙар командаһы башҡа тикшереү үткәрергә килмәй, ә һуңыраҡ шул уҡ йылда мәктәп ябыла[3].
1934 йылда, фамилия тураһында яңы төрөк законы (Surname Law Turkey) сыҡҡанлыҡтан, ул Гөкмән фамилияһын ала[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Aksu, İbrahim The Story of Turkish Surnames: An Onomastic Study of Turkish Family Names, Their Origins, and Related Matters // Olay Gazete Press. — 2006. — Т. 1. — С. 29.
- ↑ Bedriye Tahir Gökmen – Turkey (ингл.). FemmesPilotes (24 июль 2015). Дата обращения: 5 май 2020. Архивировано 30 апрель 2021 года.
- ↑ 3,0 3,1 BEDRİYE TAHİR GÖKMEN (төр.). Tayyareci. Дата обращения: 5 май 2020. Архивировано 27 апрель 2006 года.