Эстәлеккә күсергә

Бөгөлгән урман

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөгөлгән урман
пол. Krzywy Las
Рәсем
Дәүләт  Польша
Административ-территориаль берәмек Западно-Поморское воеводство[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 70 метр
Майҙан 0,3 км²
Карта
 Бөгөлгән урман Викимилектә

Бөгөлгән урман (шулай уҡ Кәкре урман, пол. Krzywy Las , ингл. Forest Crooked), Польшала, Померания ерендәге Nowe Czarnowoла урынлашҡан сәйер бөгөлгән ҡарағай төркөмөнән торған сауҡалыҡ.

Сауҡалыҡ составында 1930 йыл тирәһендә ултыртылған барлығы 100-гә яҡын ҡарағай, ул саҡта сауҡалыҡ немец провинцияһы Померания сиктәрендә урынлашҡае була. Һәр ҡарағай дөйөм уникаль формаға эйә — ерҙән сыҡҡан урынынан уҡ 90 градусҡа төньяҡҡа ҡырҡа бөгөлә, ә һуңынан 1-3 метр кимәлендә сигмаға оҡшатып ҙур булмаған бөгөлгәндән һуң, вертикаль рәүештә күтәрелә. Моғайын, был ағастарҙың формаһы антропоген йоғонтоға дусар ителгән, тик маҡсаты ла, алымы ла билдәле түгел; бәлки, бонсай техникаһындағы кеүек, форма тартылыу ярҙамында бирергә кәрәктер. Бындай деформация, артабан йыһаздар эшләү йәки кәмәләр төҙөлөшөндә тәбиғи бөгөлгән ағасҡа мохтажлыҡтан сығып, шулай эшләнгән тип фаразлай [1].