Эстәлеккә күсергә

Бөйөк Бухарест янғыны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөйөк Бухарест янғыны
Карта

Бөйөк Бухарест янғыны, акварель
Яныусы Изге Георгий сиркәүе
Бөйөк Бухарест янғыны, буялған гравюра

Бөйөк Бухарест янғыны (рум. Focul cel mare) — 1847 йылдың 23 мартында Бухарест тарихында булған иң ҙур янғын. Һөҙөмтәлә 1850 бина яна[1] (яҡынса ҡаланың өс өлөшө); Валахия господаре Георгий III Дмитрий Бибеску һүҙҙәренсә, янғын һөҙөмтәһендә ҡаланың иң тығыҙ һәм иң бай — үҙәк өлөшө зыян күрә[2]. Унда сауҙагәрҙәр һәм һөнәрселәрҙең ике ҡатлы бик күп ағас биналары була, уларҙың беренсе ҡатында — оҫтаханалар урынлаша, ә икенсеһе торлаҡ була[3].

XIX быуатта Бухарестың билдәле өлөшө ағас йорттарҙан тора. Урамдар тар булғанлыҡтан, улар янғын осрағында халыҡҡа ҙур хәүеф менән янай. Фанариоттар заманынан алып даими янғын хәүефе була, шуға күрә төрөк ағаһы резиденцияһы тирәләй кешеләр даими дежурҙа тора[4]. Органик регламент ҡабул ителгәндән һуң Валахияла Көнбайыш Европаның һыу насостары менән йыһазландырылған янғын һүндереүселәр барлыҡҡа килә.

Янғын көндөҙ Изге Димитрий сиркәүе епискобы Бузэу ихатаһында асҡыссы Зойца Другэнески йортонан башлана[5]. Көслө көньяҡ еле һөҙөмтәһендә ут өсмөйөшлө участка буйынса тарала: бер мөйөшө янғын башланған йортта була; уның бер яғы Куртя-Веке һәм Бухарест пушкарняһы; икенсе яғы Липскань, Изге Георгий таверняһы һәм монастыры аша үтә. Ут ҡала ситенә сыға, әммә унда ул тиҙ тарала алмай, сөнки унда ихаталар майҙаны ҙурыраҡ була. Ҡаланың ҡалған өлөшө янғын һүндереүселәр һәм һалдаттар ярҙамында ғына иҫән ҡала[6].

Әммә янғын ҙур зыян килтереп өлгөрә: Изге Димитрий махалы (районы) яна, Француз, Немец һәм Шелари урамдары, Сәскә майҙанындағы пушкарня, Липскань (Пикколонан Маркитаниға тиклем), Хануть-луи-Замфир, Бэрэция сиркәүе, Папазогло трактиры, Изге Георгийҙың иҫке һәм яңы сиркәүҙәре, Тыргул-Кукулуй, Махалауа-Стелей, Удрикани, Страстная Пятница, Лукаки, Изге Стефан һәм башҡа райондар янып бөтә[5]. 158 730 квадрат сажин (61,38 гектар) яна, 15 кеше һәләк була. 1850 бина юҡҡа сыкға: 686 торлаҡ йорт, 1142 магазин, 10 трактирҙар һәм 12 сиркәү[7]. Зыян күләме 100 миллион лей тәшкил итә.

Янғын һүндерелгәндән һуң ҡала властары тергеҙеү менән шөғөлләнә башлай. Георгий III Бибеску шәхсән 6 мең лей индерә, барлығы 2 миллион 200 мең лей йыйыла, шул иҫәптән[8]:

  • 500 мең лей — Румын православие сиркәүенән, уның йыллыҡ килеменең сирек өлөшө
  • Милли Банктан 220 мең лей — барлыҡ килеме
  • Грек православие сиркәүенең румын монастырҙарынан 700 мең лей
  • Румын ҡаҙнаһының резерв фондынан 300 мең лей
  • Бөтә һалдаттарҙың һәм хеҙмәткәрҙәрҙең айлыҡ эш хаҡынан 300 мең лей
  • Баш ҡала хакимиәтенән 180 мең лей[8].

Тергеҙеүгә Австрия, Төркиә һәм Рәсәй, шулай уҡ Лейпциг коммерсанттары, банкир Ротшильдтар ғаиләһе һәм шәхсән Георг фон Син 3401 талер (45584[8] лей) күсерә. Шағир Василе Александри молдава халҡы төркөмө менән 50715 лей күләмендә иғәнә индерә. Баш ҡаланан ситтә йәшәгән валахтар һәм янғындан зыян күрмәгәнБухарест халҡы 276357 лей бирә[9].

Йорттарын һәм эшен юғалтҡандарға ярҙам күрһәтеү буйынса сауҙагәрҙәр комиссияһы ойошторола, ул реконструкция фондының биналарҙы тергеҙеү һәм сауҙаны дауам итеү мөмкинлеегн тикшерә, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡынан һәм сиркәү килеменән мотлаҡ иғәнәләрҙе алып ҡала[9]. Комиссияға Ион Отетелишану, Михаил Калифаров, Лазэр Календероглы инә. Комиссия яныған йорттар тураһында мәкғлүмәтте, аныҡлап әйткәндә, уларҙыъ хужаһын, нисә кеше йәшәүен, һөнәрҙәрен, бина төрөн, уларҙың хаҡын, йыһаздарҙы өйрәнә. 1847 йылдың 26 июнендә исемлек баҫылып сыға: бүленгән сумма 2573250 лейҙы янғындан зыян күргән 1559 милексе араһында бүлергә кәрәк була.

Иң ҙур күләм мөлкәтен юғалтҡан баярҙарға, сауҙагәрҙәргә һәм хатта комиссия ағзаларының туғандарына (Елена Калифароваға 8 мең лей) бирелә, кемдер 10 мең лейҙан ашыу ала[9], шул уҡ ваҡытта фәҡирҙәргә 100—200 лейҙан артыҡ эләкмәй[10]. Был халыҡтың ярлы ҡатламы араһында асыу тыуҙыра, һәм улар ебәргән сумманы алыуҙан баш тарта. Эшкә сит ил консулдары ҡыҫыла: Рәсәй империяһы консулы 236800 лейҙы зыян күреүселәр араһында бүлә, Франция консулы средстволарҙың бер өлөшөн ғәҙел компенсация алмауҙарын белдергән 12 кешегә бирә[11].

1848 йылдың апрелдә комиссия 52 кешенең үҙенә тейеш компенсацияны алыуҙан баш тартыуын белдерә 3195759 лей 2887 кеше араһында бүленә[11]. Бухарест митрополиты тәҡдиме буйынса, аҡсаның бер өлөшө зыян күреүселәргә бүленмәй, ә янған йорттарҙы тергеҙеүгә йүнәлтелә:12 мең лей иҫке Изге Георгий сиркәүенә, 8 мең — Вергулуй сиркәүенә, 10 мең — Лукач сиркәүенә, 6 мең — Изге Стефан сиркәүенә, 8 мең — Чауш раду сиркәүенә, 6 мең — Олтеньский сиркәүенә.

Ҡаланы үҙгәртеп ҡороу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй империяһына китеүселәр мәғлүмәттәре буйынса, хөкүмәт ҡаланың янғындан зыян күргән өлөшөн үҙгәртеп ҡорорға ҡарар итә[12]. Бының өсөн 230552 лей бүленә, сумма реконструкция фондынан алына[11]. Мэр Рудольф Артур фон Боррочин, техник бүлек башлығы, ҡала төҙөлөшөн планлаштырыуҙа ҙур роль уйнай һәм урамдарҙы киңәйтергә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үҙгәртергә тәҡдим итә.

  1. Georgescu, p.55, 58
  2. Istoria orașului…, p. 201
  3. Georgescu, p.64
  4. Istoria orașului…, p. 202
  5. 5,0 5,1 Georgescu, p.57
  6. Georgescu, p.58
  7. Georgescu, p.58-59
  8. 8,0 8,1 8,2 Georgescu, p.59
  9. 9,0 9,1 9,2 Georgescu, p.60
  10. Georgescu, p.61
  11. 11,0 11,1 11,2 Georgescu, p.62
  12. Georgescu, p.63
  • Florian Georgescu, «Focul cel mare din martie 1847», in București: Materiale de istorie și muzeografie: VII, 1969, Muzeul de Istorie a Municipiului București
  • Florian Georgescu (coord.), Istoria Orașului București, 1965, Muzeul de Istorie a Municipiului București