Эстәлеккә күсергә

Бөйөк Владимир һәйкәле (Батайск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөйөк Владимир һәйкәле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Батайск
Карта

Бөйөк Владимир һәйкәлеРостов өлкәһенең Батайск ҡалаһында яңы үҫешеп килгән «Йәйғор» биҫтәһендәге 2015 йылда ҡуйылған һәйкәл[1]. Авторы — скульптор Сергей Исаков[1].

Монументты төҙөү буйынса эште башлар алдынан, күҙәтеү майҙансығы менән ҡурған булдырыла. Кенәз Владимир һәйкәле менән йәнәш Кенәз Владимир ғиәбҙәтханаһы ла төҙөлә. 2015 йылдың 13 июнендә тантаналы шарттарҙа нигеҙгә тәүге таш һалына. Урындағы Батайск йолаларына ярашлы ғибәҙәтхана төҙөр алдынан һәйкәл ҡуйыр кәрәк, был юлы ла йолаға эйәрергә ҡарар итәләр[1].


Батайск ҡалаһында һәйкәл асыу тантанаһы 2015 йылдың 16 октябрендә үтә. Тантанала Батайск ҡалаһы башлығы Валерий Путилин, ҡала халҡы һәм руханиҙар ҡатнаша. Кенәз Владимир һәйкәлен Батайсктағы Дон митрополияһы башлығы Меркурий изгеләндерә[2].

Һәйкәлдең бейеклеге 4 метр тәшкил итә, ул өс метр бейеклектәге постаменҡа ҡуйылған. Төҙөлгән постамент периметрында ике башҡа скульптура — 5 изге урынлашҡан: изгеләндереүсе Владимир Феодоры, Кронштадтан ғәҙел Иоанн , княгиня Ольга, Сергий Радонежский һәм Мәскәү Матронаһы[2].