Эстәлеккә күсергә

Бөйөк Ҡытай аслығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөйөк Ҡытай аслығы
Рәсем
Дәүләт  Ҡытай
Башланыу датаһы 1959
Тамамланыу датаһы 1961
Һәләк булғандар һаны 15 000 000 һәм 55 000 000[1]
 Бөйөк Ҡытай аслығы Викимилектә

Бөйөк Ҡытай аслығы (ҡыт. 三年大饑荒) — 1959 йылдан алып 1961 йылға тиклем осор, Ҡытай Халыҡ Республикаһында, хөкүмәт мәғлүмәттәре буйынса, аслыҡтан яҡынса  15 миллион кеше һәләк булған. Рәсми булмаған сығанаҡтар буйынса аслыҡ ҡорбандарының һаны төрлөсә баһалана, ҡайһы берҙә улар 36 миллион кешегә тиклем[2] һәм унан да күберәк иҫәпләнә. Ҡытайҙа йыш ҡына был трагедия  «өс йыл афәтле бәлә-ҡаза» йәки «әсе өс йыл» тип атала.

Хәҙер тикшеренеүселәр фекеренсә, аслыҡ сәбәптәренә  тәбиғәт шарттарына ҡарағанда илдәге социаль-сәйәси үҙгәрештәр булышлыҡ итә. 1950 йылдар аҙағында Ҡытай Халыҡ Республикаһы ҙур һикереш сәйәсәтен тормошҡа ашырырға тотона, ул нигеҙҙә ауыл хужалығы илен индустриаль дәүләткә әүерелдерергә тейеш була. Коллективлаштырыу һәм  лысенкосылыҡ алымдарын ҡулланыу күҙаллана.  Мәҫәлән, баҫыуҙарҙа бер төр үҫемлектәр араһында конкурентлыҡ ярышы булмау идеяһы арҡаһында  сәсеүҙәрҙең тығыҙлығын ҡырҡа арттыралар  (тәүҙә өс тапҡыр, һуңынан тағы ике тапҡыр). Ысынында, был үҫештең насарайыуына   килтерә һәм уңыш биреүсәнлек кәмей.

Планлы сәйәсәттең хата иҫәбенә ҠХР-ға был осорҙа ябырылған тәбиғәт афәттәре өҫтәлә. Мәҫәлән, 1959 йылдың июлендә Көнсығыш Ҡытайҙа  Хуанхэ йылғаһы үҙенең ярҙарынан сыға, ташҡында ике миллионға тиклем кеше һәләк була. 1960 йылда ҡоролоҡ һәм башҡа уңайһыҙ һауа шарттары илдә 55 процент  эшкәртеләсәк ерҙәргә  ҡағыла. Һөҙөмтәлә 1960 йылда бойҙай уңышы 1958 йылдағы  күрһәткестәрҙең 70 процентын ғына тәшкил итә. Ауыл хужалығы тармағын тергеҙеү  ҙур һикереш сәйәсәте 1962 йылда тамамланыу менән генә мөмкин була[3]

Бөйөк Ҡытай аслығы 60-сы йылдар башында тыуған нәҫелдең демографик юҡҡа сығыуына килтерә.

Бөйөк ҡытай аслығы насар һауа шарттарының, хөкүмәт тарафынан ауыл хужалығында үткәрелгән социаль баҫым, иҡтисади хужаһыҙлыҡ һәм радикаль реформалар   менән бәйле  уңайһыҙ факторҙарҙың тура килеүе эҙемтәләре була.

Был, үҙ сиратында, халыҡ сыуалыштарына һәм  сәйәси тотороҡһоҙлоҡҡа  килтерә. Рәсми статистика мәғлүмәттәре буйынса, 1958 йылдан 1962 йылға тиклем 36 миллион кеше аслыҡтан вафат була[4].

Айырым алғанда,  Мао Цзэдун, Ҡытай халҡына ауыл хужалығын алып барыу өсөн ер милегенә эйә булыуҙы тыйыу буйынса указға ҡул ҡуя. Бынан һуң  Ҡытай крәҫтиәндәре совет аналогы колхоз һымаҡ  «халыҡ коммунаһы» составында эшләргә тейеш була.  Кем указға ҡаршы килә,  репрессияға дусар ителгән. Бынан тыш хөкүмәт сәнәғәт үҫтереүгә  йүнәлеш ала, шуның өсөн ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән миллионлап  крәҫтиәндәр мәжбүри рәүештә төҙөлөп ятҡан  заводтар һәм фабрикаларға ебәрелә[5][6].

Ҡытай яҙыусыһы  Ян Цзишен  хәлдәрҙе түбәндәгесә  һүрәтләйː

Синьян округында крәҫтиәндәр иген келәте ишегенә йыйылалар һәм "Коммунистик партия, Етәксе Мао, ҡотҡар беҙҙе" тип ҡысҡырып, шунда үләләр. Әгәр  Хэнань һәм Хэбэй провинцияларында иген келәттәренең ишектәре асыҡ булһа һәм унда береһе лә үлмәһә, бында кешеләр күпләп үлә һәм офицерҙарҙың береһе лә уларға ярҙам итмәй. Улар тик үҙҙәренең иген келәттәрен өҫтәлмә тултырыу тураһында хәстәрлек күрә

[7]

Коллективлаштырыу менән бергә, үҙәк хөкүмәт совет ялған ғалимы Т. Д. Лысенко идеялары нигеҙендә ауыл хужалығы техникаһы буйынса бер нисә рәт үҙгәртеүҙәрҙе раҫлай, уға ярашлы бер төр үҫемлектәрҙең сәсеү тығыҙлығын өс, һуңынан ике тапҡыр арттырыуға мөмкин була, сөнки улар бер береһе менән ярыша башлай. Әммә ғәмәлдә был насар уңышҡа килтерә. Бер үк ваҡытта Лысенко күтәреп сыҡҡан тәрән һөрөү практикаһы ла индерелә, уға ярашлы, әгәр ерҙе 15-20 см урынына 1-2 м һөргәндә, Ҡытайҙа ҡабул ителгән һымаҡ, йәнәһе тамырҙарҙың уңдырышлы тупраҡҡа үтеп инеүе  уңыштың артыуына булышлыҡ итә. Әммә практикала тәрән һөрөү тупраҡтың йыуылыуына килтерә һәм уңышты насарайта[8].

Шулай уҡ турғайҙарҙы ҡырыу буйынса кампания ла үҙенең  ролен уйнай, уның  буйынса турғайҙар   ауыл хужалығының төп ҡоротҡостары  тип һанала. Ҡытай крәҫтиәндәре иген менән туҡланыусы турғайҙарға һәм башҡа  ҡырағай ҡоштарға таштар ташлай, һөҙөмтәлә ҡоштар кәмей. Кампания ыңғай һөҙөмтә ала, әммә уның эҙемтәләре ҡоштарға ҡарағанда ауыл хужалығына зыян килтереүсе ҡоротҡос бөжәктәрҙең артыуына килтерә. Ауыл хужалығында уңышһыҙ реформалар насар һауа шарттары, ҡоролоҡ һәм һыу баҫыу кеүек тәбиғәттәге һәләкәттәр менән тура килә. Ул һәләкәттең иң ҙуры 1959 йылдарға тура килә, Хуанхэ йылғаһында һыу кимәле күтәрелә, был яр буйы ауылдарының һыу аҫтында ҡалыуына, уңыштың юҡҡа сығыуына һәм, яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса ике миллион халыҡтың үлеменә килтерә[9]. Дат тарихсыһы  Франк Дикёттер, әгәр ҙә ерҙе хөкүмәт тарафынан ҙур һикереш сиктәрендә индерелгән яңы технология менән һөрмәгәндә күп уңышты һаҡлап алып ҡалырға була ине тип иҫәпләй[10]. 1960 йылда ҡоролоҡ була һәм һөҙөмтәлә 60 проценттан ашыу территориялар һыу менән һуғарылмай[11].

Ҡабатланып килгән уңайһыҙ шарттар һөҙөмтәһендә 1959 йылда уңыш илдә  15 %, ә 1960 йылда 30 процентҡа тиклем кәмей. Хәл-ваҡиғалар 1962 йылдан һуң  ҙур һикереш программаһын ғәмәлдән сығарғас ҡына яҡшыра башлай[12].


80-се йылдарға тиклем ҡытай хөкүмәте  гуманитар һәләкәтте «тәбиғәт бәлә-ҡазаһының өс йылы» тип атай һәм аслыҡты күбеһенсә тәбиғәт катаклизмы эҙемтәләре һәм өлөшләтә ауыл хужалығында үткәрелгән планлы реформаларҙың хатаһы тип аңлата. Әммә сит ил тикшеренеүселәре билдәләүенсә, аслыҡта  сәйәси тотороҡһоҙлоҡ роль уйнай, яңы хөкүмәттең репрессив характерҙа   һәләтһеҙ етәкселек итеүен билдәләй. 80-се йылдарҙан башлап ҡытай хөкүмәте аслыҡтың барлыҡҡа килеүендә рәсми рәүештә үҙ ғәйебен таный, тәбиғәт катаклизмының аслыҡҡа өстән бер өлөшө генә йоғонто яһаны, ә ҡалғаны етәкселектең хаталар эҙемтәһе  тип белдерә[5].

  • Большой скачок
  • Уничтожение воробьёв
  1. Dikötter F. Mao's Great Famine (ингл.): The History of China's Most Devastating Catastrophe, 1958-1962Bloomsbury Publishing, 2010.
  2. A hunger for the truth: A new book, banned on the mainland, is becoming the definitive account of the Great Famine. 2012 йыл 10 февраль архивланған.  (инг.)(англ.)
  3. WHAT CAUSED THE GREAT CHINESE FAMINE? 2010 йыл 31 март архивланған.  (инг.)(англ.)
  4. Jisheng, Yang "Tombstone: The Great Chinese Famine, 1958–1962". Book Review. New York Times. Dec, 2012. March 3, 2013. https://www.nytimes.com/2012/12/09/books/review/tombstone-the-great-chinese-famine-1958-1962-by-yang-jisheng.html
  5. 5,0 5,1 Ҡалып:Cite video
  6. Demeny, Paul & McNicoll, Geoffrey, eds. (2003), "Famine in China", «Encyclopedia of Population», vol. 1, New York: Macmillan Reference USA, сс. 388–390 
  7. Translation from "A hunger for the truth: A new book, banned on the mainland, is becoming the definitive account of the Great Famine." 2012 йыл 10 февраль архивланған., chinaelections.org, 7 July 2008 of content from Yang Jisheng, 墓碑 --中國六十年代大饑荒紀實 (Mu Bei - - Zhong Guo Liu Shi Nian Dai Da Ji Huang Ji Shi), Hong Kong: Cosmos Books (Tian Di Tu Shu), 2008, ISBN 9789882119093 Ҡалып:Zh icon (недоступная ссылка)
  8. Lynch, Michael. The People's Republic of China, 1949–76. — second. — London : Hodder Education, 2008. — P. 57.
  9. The Most Deadly 100 Natural Disasters of the 20th Century (неизв.).
  10. Dikötter, Frank. Mao's Great Famine: The History of China's Most Devastating Catastrophe, 1958-62. Walker & Company, 2010. p. 333. ISBN 0-8027-7768-6
  11. Liu, Henry C K. Part 2: The Great Leap Forward not all bad, Asia Times online (1 April 2004). 2018 йыл 18 август архивланған.
  12. (2000) «Food Availability, Entitlements and the Chinese Famine of 1959–61». The Economic Journal (Royal Economic Society) 110 (460). DOI:10.1111/1468-0297.00494.