Бөркөт башняһы (Дортмунд)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөркөт башняһы
Рәсем
Дәүләт  Германия[1]
Административ-территориаль берәмек Дортмунд[1]
Обитатель Q76634510?
Карта
 Бөркөт башняһы Викимилектә

Бөркөт башняһы (нем. Adlerturm) — Дортмунд ҡалаһында тергеҙелгән ҡала диуары башняһы (Төньяҡ Рейн — Вестфалия федераль ере). Иҫке ҡала сигендәге Ostwall урамында урынлашҡан. Башня 1992 йылда тарихи нигеҙҙә төҙөлгән. 30- метрлыҡ башня махсус төп таяуҙарҙа тора — был зарарланыуҙан һәм XIV быуат башняһының фундаментына һәм XIII быуат ҡала диуары йәнәшә өлөшөнөң фундаментына артыҡ көс төшмәһен өсөн эшләнелгән. Башняның алты ҡатында музей урынлаштырылған, унда Дортмундтың археологик ҡомартҡылары менән танышырға, урта быуат ҡалаһы күренеше һәм уның оборона диурҙарының моделен, 1389 йылдарҙағы Ҙур Дортмунд Бәхәсе осорондағы ҡоралдарҙы, хәрби кейемдәрҙе күрергә мөмкин.

Дортмундтың 1647 йылда ҡала диуарҙары (Бөркөт башняһы – алғы планда уңдан 4-се)
Дортмундтың 1647 йылда ҡала диуарҙары (Бөркөт башняһы – алғы планда уңдан 4-се)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Althoff, Christiane: der Befestigung Stadt Die Dortmund — der Stadtkernarchäologie Ergebnisse, 1996 Dortmund, ISBN 3-930504-00-7
  • Neuhoff, Karl: und Befestigungskunst ihre Grenzen Dortmunder, Dortmund: Krüger, 1994, ISBN 3-927827-04-5
  • Zänker, Jürgen: Der Adlerturm Dortmunder. Mittelalter-und postmoderner Denkmalskult Nostalgie, in: Vergessene Zeiten. Ruhrgebiet Mittelalter im, 1990/91 Ausstellungskatalog Ruhrlandmuseum Essen, bde 2кл., hg. u von Ferdinand Seibt.a., 1990 Essen, Bd. 2, 300-303 S., ISBN 3-89355-052-6

Галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.