Бөҙрә тал
«Бөҙрә тал» | |
Йыр | |
---|---|
Жанр | |
Башҡарыу теле |
башҡортса |
Дауамлығы |
3,5 мин |
«Бөҙрә тал» (урыҫ. Кудрявая ива) — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таң алдынан ҡунып һайрай микән
Талдан талға һары һандуғас?
Һандуғастар тауышы моңло икән,
Өҙөлөп-өҙөлөп һине һағынғас.
Ҡушымта:
Бөҙрә тал, сит илдәрҙә йөрөп
Ғибрәт ал,
Аҡ арғымаҡҡайым бесән, һай, ашамаҫ,
Эйәрләһәң, биле лә бушамаҫ.
Ҡай илдәргә барһаң да бер үк ҡояш,
Тыуған-үҫкән ергә лә оҡшамаҫ.
Ҡушымта:
Бөҙрә тал, сит илдәрҙә йөрөп
Ғибрәт ал,
Ағиҙелкәйҙәрҙе, һай, кискәндә,
Айыуҙар күрҙем арғы ла яҡтарҙа.
Тыуған илкәйемде һағынып йырлайым
Сит илдәрҙә йөрөгөн саҡтарҙа.
Ҡушымта:
Бөҙрә тал, сит илдәрҙә йөрөп
Ғибрәт ал.
1961 йылда Һарытау өлкәһе Пугачёв районының Мәҡсүт ауылында йәшәгән Борхан Ҡорманаевтан (1897 йылғы) яҙып алына[1].
Йөкмәткеһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кешенең тормош тураһындағы фәлсәфәүи уйланыуҙары йыр йөкмәткеһенә һалынған. Шул уҡ ваҡытта йыр тыуған илдән ситтә булғанда ниндәй хистәр кисерелеүе хаҡында ла һөйләй.
Характеристикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Бөҙрә тал» йырының шиғыры 10—9 ижекле юлдарҙан тора. Әммә һәр ярымстрофанан һуң үҙгәртеүҙәрһеҙ ҡабатланған ике юллы рефрен-ҡушымта килә. Ошондай рефрен-ҡушымталар йырҙың йөкмәткеһен байыта һәм формаһын киңәйтә төшә. Көйҙөң моң һыҙаты һәлмәк тулҡынға оҡшаш характерҙа.
Башҡарыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Киләсәктә был тарихи йыр ҙа халыҡ йырын өҫтөн күргән йырсыларыбыҙ репертуарында урын алыр, тигән ышаныс бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ғилми архив, ф. 3, оп. 73, д. 65, л. 16
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- №27 Бөҙрә тал 285-се бит
- Йырҙар. Алтынсы баҫма. Төҙөүсеһе Хөрмәт Бикҡолов. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1984, 624 бит;
- Буранғолов М. А. Сәсән аманаты: халыҡ ижады hәм ижадсылар тураhында, туй йолалары, боронғо йырҙар hәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө, 1995.