Эстәлеккә күсергә

Вавель соборы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вавель соборы
пол. Katedra wawelska
пол. Katedra na Wawelu
Нигеҙләү датаһы 1020
Рәсем
Изображение интерьера
Кем хөрмәтенә аталған Станислав Щепановский[d]
Дәүләт  Польша[1]
Административ-территориаль берәмек Краков[1]
Урын Вавель
Епархия Архиепархия Кракова[d]
Расположено в религиозной территориальной единице Cathedral Parish of St. Stanislaus and St. Wenceslas in Krakow[d]
Христианский литургический обряд латинская церковь[d]
Архитектор Тревано, Джованни Баттиста[d] һәм Джованни Баттиста Джизлени[d]
Архитектура стиле готик архитектура[d], Романское искусство[d], готика[d] һәм Барокко
Смежное здание National Bards crypt of the Wawel[d] һәм Королевские гробницы Вавельского собора[d]
Мираҫ статусы недвижимый памятник[d][2]
Рәсми сайт katedra-wawelska.pl
Урынлашыу картаһы
Вид в ночное время
План помещения
Святой покровитель Вацлав[d]
Зимнее изображение
Изображение входа
Иң тәүге яҙма ваҡыты XI быуат
Страница учреждения на Викискладе Wawel Cathedral
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Вавельском соборе[d]
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of the Wawel Cathedral[d]
Номер в польском реестре культурного наследия Ak-1-100/31[2]
Карта
 Вавель соборы Викимилектә

Изге Станислав һәм Вацлав соборы (пол. Św Bazylika archikatedralna. I Stanisława św. Wacława) — рим католик сиркәүенең Краков архиепархияһының архикафедраль соборы, кесе базилика статусын йөрөтә. Краковта Вавель ҡалҡыулығында урынлашҡан, күп кенә Польша дәүләте башлыҡтарының кәшәнәләре урыны булып тора.

Хәҙерге ғибәҙәтхана урынында элек ике башҡа бина урынлаша: изге Вацлав кафедраль костёлы (1020 йылда төҙөлгән һәм 1038 йылда чех кенәзе Бржетислав тарафынан емерелгән) һәм 1142 йылда епископ һәм ыҙа сигеүсе Станислав Щепановскийҙың изгеләндерелгән өс нефлы костелы. Был бина 1305 йылда янғында зыян күрә, тик Изге Леонардтың Криптаһы ғына ҡала.

Һуңынан бер нисә йылдан һуң епископ Нанкер өсөнсө готика ҡорамы төҙөй башлай. Краков 1609 йылға тиклем Польшаның баш ҡалаһы булғас, кафедраль собор бер үк ваҡытта һарай яны ҡорамы булып хеҙмәт итә, ә ер аҫты кәшәнәләрендә Польша королдәре ерләнә.

Вавель соборы алдағы быуаттарҙа күп тапҡыр үҙгәртеп ҡорола. Бина тирәләй часовнялар төҙөлә, улар араһында король Сигизмундтың (Зигмунт) часовняһы бар, был ренессанс архитектураһының әҫәре, итальян төҙөүсеһе Бартоломео Береччиның (1533) эше.

XIV быуатта Вавель ҡалҡыулығы нығытмаһының өлөшө булараҡ төҙөлгән Зигмунт манараһында «Зигмунд» ҡыңғырауы бар. Ул Польшала иң билдәле ҡығырау һәм илдең милли символы булып тора.

1399 йылда архикафедраль соборҙа Польша королеваһы изге Ядвига ерләнә, ә XVII быуатта собор уртаһында изге Станислав Щепановскийҙың мавзолейы төҙөлә.

1931 йылдың 28 мартында собор Малополь воеводлығының мәҙәниәт ҡомартҡыһы реестрына индерелә.

  1. Зигмунт манараһы
  2. Кафедраль ҡаҙна
  3. Чарторыйскийҙар часовняһы
  4. Солан
  5. Мацеевский часовняһы
  6. Стоун часовняһы
  7. Скотницкий часовняһы
  8. Зебжидовский часовняһы
  9. Кейенеү бүлмәһе
  10. Гамрат часовняһы
  11. Дева Мария часовняһы
  12. Томицкий часовняһы
  13. Залусский часовняһы
  14. Король Ян Ольбрахт часовняһы
  15. Задзик часовняһы
  16. Конарский часовняһы
  17. Король Сигизмунд I часовняһы
  18. Ваз королдәре часовняһы
  19. Шафранецтар часовняһы
  20. Потоцкий часовняһы
  21. Изге Тәре часовняһы
  22. Троица часовняһы
  23. Изге Станислав кәшәнәһе
  24. Төп алтарь
  1. 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.
  2. 2,0 2,1 Реестр памятников — 2022.
  • Michał Rożek, Krakowska na wawelu katedra. Wydawnictwo św. BM Stanisława Krakowskiej Archidiecezji, 1989 kraków

Памятник культуры Малопольского воеводства[1]: регистрационный номер А-7 от 28 марта 1931 года.

  1. Narodowy Instytut Dziedzictwa: Rejestr zabytków nieruchomych — województwo małopolskie(недоступная ссылка)