Валаам (ҡасаба)
Валаам | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Сортавальское городское поселение[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Халыҡ һаны |
1351 кеше (1959)[2], 1132 кеше (1970)[3], 937 кеше (1979)[4], 487 кеше (1989)[5], 522 кеше (2002)[6], 372 кеше (2009)[7], 447 кеше (2010)[8], 466 кеше (2013)[9] |
Почта индексы | 186792 |
Валаам (фин. Valamo) — Рәсәй Федерацияһы Карелия Республикаһының Сортавальский районы Сортавальский ҡала биләмәһе составында торған ҡасаба.
Дөйөм мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Валаам ҡасабаһы Ладога күлендәге Валаам утрауының төньяҡ ярында урынлашҡан
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандың тәүге йылдарында, элек Финляндияға ҡараған Ладогалагы Карелия территорияһы СССР-ға күскәндән һуң, Валаам ҡасабаһы барлыҡҡа килә. Ысын мәғәнәһендә Финляндия халҡы яңынан барлыҡҡа килгән сиктәргә күсерелә. Уларҙан азат ителгән ерҙәргә СССР граждандары — урыҫтар, татарҙар, белорустар, украиндар һәм башҡалар күсерелә. 1950 йылда Валаамда СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Һуғыш ветерандары һәм инвалидтар йорто ойошторола. 1952 йылда Валаам ауылына ҡала тибындағы курортлы ҡасаба статусы бирелә. 1984 йылда Инвалидар йорто материкҡа (Карелия Республикаһы Олонец районы Видлица ҡасабаһына) күсерелә[1].
Инвалидтар йортонан тыш, Валаам ҡасабаһында Валаам тарихи-мәҙәни һәм ландшафт музей-ҡурсаулығы (1979—1992) эшләй, Валаам урман хужалығы, метеостанция, ауыл дауаханаһы, мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, юл ремонт-төҙөлөш участкаһы, элемтә бүлексәһе, китапхана була.
2003 йылда Карелия Республикаһы ҡабул иткән законға ярашлы[10], ҡасаба муниципаль берәмектәр исемлегенә индерелә һәм уға үҙаллы муниципаль берәмек статусы — Валаам ауыл биләмәһе статусы бирелә.
Әммә Сортавала ҡала берәмеге хакимиәте башлығы С. В. Рыжков инициативаһы менән 2005 йылдың башында Валаам ҡасабаһының үҙидаралығы бөтөрөлә һәм ул Сортавала ҡала биләмәһе составына индерелә. Ошо ваҡыттан алып ҡасабала бик күп ойошмалар юҡҡа сығарыла. Быға халыҡтың күпселеге риза булмай һәм эш судҡа барып етә. Карелия Республикаһының Юғары суды, һуңынан Рәсәй федерацияһының Юғары суды был конфликтты ҡарай. 2006 йылдың июлендә был эшкә Патриарх Алексий II ҡыҫыла. [2]
Ошонан һуң Валаам ҡасабаһындағы дәүләт һәм муниципаль мөлкәте, шул иҫәптән торлаҡ йорттар, монастырға тапшырыла.
2016 йыл башына ҡасабала Валаам төп дөйөм белем биреү мәктәбе, табип амбулаторияһы, мәҙәниәт йорто универсаль тамаша залы менән, элемтә бүлексәһе, магазин, полиция пункты ғына эшләй.
Муниципаль ҡала транспорты Валаам ҡасабаһын Сортавала менән бәйләп тормай.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу (урыҫ) — Демоскоп Weekly.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. (урыҫ) — Демоскоп Weekly.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. (урыҫ) — Демоскоп Weekly.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 г. Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу (урыҫ)
- ↑ Данные Всероссийской переписи населения 2002 года: таблица № 02c. Численность населения и преобладающая национальность по каждому сельскому населённому пункту. (урыҫ) — М.: Росстат, 2004.
- ↑ Рекомендуемая нормативная сеть и формы библиотечного обслуживания с указанием численности населения на 1 января 2009 года по данным Карелиястата (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Сельские населённые пункты Республики Карелия
- ↑ Численность населения в разрезе сельских населённых пунктов Республики Карелия по состоянию на 1 января 2013 года (урыҫ)
- ↑ Закон Республики Карелия от 1 ноября 2004 г. за № 813-ЗРК «О городских, сельских поселениях в Республике Карелия»