Эстәлеккә күсергә

Суркин Валерий Андреевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Валерий Андреевич Суркин битенән йүнәлтелде)
Суркин Валерий Андреевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 21 ноябрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (84 йәш)
Тыуған урыны Ергән, Мәләүез районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы XXVII съезд КПСС[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены

Суркин Валерий Андреевич (21 ноябрь 1939 йыл) — СССР-ҙың хужалыҡ, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1984—1990 йылдарҙа КПСС-тың Пермь ҡала комитетының беренсе секретары. РСФСР-ҙың 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1984—1989). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1984) ордендары кавалеры.

Валерий Андреевич Суркин 1939 йылдың 21 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ергән ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы) тыуған. ВКП (б) ағзаһы.

1962 йылдан - хужалыҡ һәм партия эшендә. Шул иҫәптән: 1962-1980 йылдарҙа — М. И. Калинин исемендәге завода мастер, слесарь, инженер, тикшеренеүҙәр бюроһы начальнигы, баш конструктор урынбаҫары, ышаныслылыҡ бүлеге начальнигы, баш инженерҙың етештереү буйынса урынбаҫары, партком секретары, аҙаҡтан — М. И. Калинин исемендәге агрегат производство берекмәһендә баш инженер.

Артабан Валерий Суркин партия эшендә: 1980 йылдың ноябрендә ул КПСС-тың Пермь ҡалаһы Свердловск район комитетының беренсе секретары итеп һайлана һәм был вазифала дүрт йылға яҡын эшләй.

1984 йылдың сентябрендә ул КПСС-тың Пермь ҡала комитетының беренсе секретары итеп һайлана. Был яуаплы эште башҡарғанда КПСС-тың XXVII съезында (1986) һәм КПСС-тың XIX Бөтә Союз конференцияһында ҡатнаша, РСФСР-ҙың 11-се саҡырылыш (1984—1989) Юғары Советы депутаты итеп һайлана[1].

1990 йылдың декабренән Валерий Андреевич Суркин КПСС-тың Пермь өлкә комитетының икенсе секретары.