Валькирия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Валькири, Петер Николай Арбо, 1864 йыл
«Валькирия», Эмиль Байяр

Валькирия (боронғо исланд телендә valkyrja — «үлтерелгәндәрҙе һайлаусы») — скандинав мифологияһында яугир ҡыҙ. Ул алыш яланында ҡанатлы атта осоп йөрөй һәм һуғышта һәләк булған ҡайһы яугирҙың күк һарайы Вальхаллаға эләгергә тейешлеген хәл итә. Вальхалла — «Үлеләр һарайы»[1]) — герман-норвег мифологияһында Асгардтағы күк һарайы, унда яуҙа һәләк булған яугирҙар эләгә, һәм улар элекке героик тормошон дауам итә.

Скандинав мифологияһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яугир ҡыҙҙар хәрби кейемдә, ҡанатлы шлемда[2], ҡалҡандары һәм һөңгөләре менән һүрәтләнә. Скандинавтарҙың ышаныуҙарына ярашлы, уларҙың хәрби кейеме һәм ҡоралдары ялтырауынан, күктә һаҙағай хасил була.

Валькирийҙарҙың миссияһы — һәләк булған геройҙарҙы Вальхаллаға оҙатыу. Бынан тыш, Вальхаллала валькириялар яугирҙарға хеҙмәт итә, уларға бал тарата[3]. Ҡайһы берҙә уларға һуғыш һөҙөмтәһен хәл итеү хоҡуғы бирелә, ә ҡайһы берҙә улар тик Одиндың бойороҡтарын үтәй. Мифтарҙа валькириялар Одиндың ҡыҙҙары булараҡ һүрәтләнә.

«Өлкән Эдда» героик йырҙарында валькирийҙар яугир ҡатын-ҡыҙ һыҙаттары ала. Улар — Хельг һәм Велундтың һөйгән йәрҙәре. Валькирия Сигрдрива Одинды тыңламай, шуның өсөн язаға тарттырыла һәм тәрән йоҡоға ебәрелә (ул башҡаса һуғыштарҙа ҡатнашмаясаҡ һәм кейәүгә сығасаҡ), сөнки Сигрдрива конунгылар араһындағы алышта Хьяльм-Гуннарға (уларға Один еңеү вәғәҙә итә) түгел, ә Агнарға еңеү бирә; бөйөк герой Зигфрид уның хистәрен уята.

Түбәндәге валькирийҙарҙың исемдәре киң билдәле:

  • Гель («Саҡырыусы»)
  • Гейр («Һөңгө»)
  • Гейрахёд
  • Гейрскёгуль
  • Гёндуль
  • Гондукк («Инә бүре»)
  • Гунн («Жертвенная»)
  • Мист («Томанлы»)
  • Рандгрид («Ҡалҡандарҙы емереүсе»)
  • Регинлейв («Дауыл һыбайлыһы»)
  • Рота («Ығы-зығы тыуҙырыусы»)
  • Свава
  • Сигрдрива
  • Сигрюн («Йәшерен еңеү»)
  • Скеггльёльд
  • Скёгуль («Ҡотороусы»)
  • Скульд («Бурыс»)
  • Труд («Көс») — аллалар Тора һәи Сифтың ҡыҙы
  • Хильд («Алыш»)
  • Хлекк («Һуғыш тауышы»)
  • Хьертримуль
  • Христ
  • Хьерфьетур
  • Лиод — баһадир Гримнирҙың ҡыҙы

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Валг., 1891, с. 399
  2. Эзотерический справочник. Дата обращения: 26 май 2009. Архивировано из оригинала 7 июль 2009 года.
  3. Валгалла, в мифологии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]