Варжанаули күпере
Варжанаули күпере | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Кобулетский муниципалитет[d] |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Варжанаули күпере Викимилектә |
Варжанаули күпере - Грузияның Кобулети муниципалитетындағы Варжанаули ауылындағы күпер.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күпер Грузияның Аджария Автономниялы Республикаһы төбәгендә, муниципалитет үҙәге Кобулетиҙан 20 километр ғына алыҫлыҡта урынлашҡан, Кинтриши йылғаһы аша һалынған.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күпер ярайһы ҙур, киң, бейек. Ул ҡаяташтарға ултыртып, тәбиғи ташҡа эзбизлы иҙелмә һылап, дуғаландырып төҙөлгән. Таштар тигеҙ итеп юнылып, бер-береһенә вертикаль рәүештә беркетеп һалынған , улар шундай ныҡ береккән, хатта монолит киҫәктән һалынған кеүек тойола.
Шул уҡ ваҡытта күперҙең конструкцияһы бик еңел кеүек тойола, нәфис һыҙатланышлы.Бик төҙөк пропорциялы. Тирә-яҡтағы тәбиғәт мөхитендә матурлыҡ тыуҙыра, бер бөтөнлөк хасил итә һәм ҡарарға килгән кешеләрҙә яҡшы тәьҫир ҡалдыра.
Күперҙең үҙ горизонталь оҙонлоғо 14,6 м, тигеҙ ергә төшкәнсе дөйөм оҙонлоғо 28,1 м, уртаһындағы киңлеге - 2,6 м, ярҙан күпергә күтәрелгән убасығы - 3,5 м.
Күперҙең аркаһының бейеклеге һыу кимәленән - 7,9 м, күперҙең өҫтөнә сыҡҡансы - 8,6 м.
2008 йылда күперҙә консервация эштәре башланған.
Ҡомартҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2006 йылда ил президенты указы менән Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән [1].
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ საქართველოს პრეზიდენტის ბრძანებულება № 665, 2006 წლის 7 ნოემბერი, ქ. თბილისი, კულტურის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის მინიჭების შესახებ 2019 йыл 1 июль архивланған. Указ Президента № 665, 2006 по 7 ноября, ул. Тбилиси, о предоставлении категории государственного значения некоторым недвижимым памятникам культуры
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кахидзе А., Мамуладзе Ш., Археологические памятники Аджарии, Tb., 2016, с. 112