Ватан-әсә саҡыра!
Ватан-әсә саҡыра! | |
Нигеҙләү датаһы | июнь 1941 |
---|---|
Булдырыусы | Тоидзе, Ираклий Моисеевич[d] |
Ватан-әсә саҡыра! Викимилектә |
«Ватан-әсә саҡыра!» — рәссам Ираклий Тоидзе 1941 йылда, июнь һуңында булыуы ихтимал, эшләгән Бөйөк Ватан һуғышы осороноң билдәле плакаты. Аныҡ датаһы билдәһеҙ һәм бәхәсле.
Рәссам белдереүенсә, әсәнең улдарын ярҙамға саҡырған йыйылма образы осраҡлы ғына тыуа. Совинформбюроның нацистик Германияның СССР-ға һөжүме тураһында беренсе хәбәрен ишетеп, Тоидзеның ҡатыны оҫтаханаға: «Һуғыш!» — тип ҡысҡырып килеп инә. Уның йөҙөнә ҡарап, рәссәам ҡатып ҡалырға ҡуша һәм шунда уҡ буласаҡ шедеврҙың беренсе һыҙмаларын эшләй[1].
Тыуған ил образы Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышы йылдарында пропаганда өсөн киң ҡулланылған Рәсәй-әсәй образы менән бәйле.
Тоидзеның улының хәтирәләре буйынса, рәссам: «Позволь же, о родина-мать, в сырое, пустое раздолье, в раздоль твое прорыдать…» тигән юлдар яҙған Андрей Белый ижадын ярата. Бәлки, тап ошо юлдар плакат йөкмәткеһе нигеҙенә яталыр[2].
«Ватан-әсә» образы артабан совет пропагандаһының иң таралған образдарының береһе була. Был плакатҡа һынлы рәсем сәнғәтендә, скульптурала, халыҡ ижадында, рекламала образды бик күп интерпретациялау һәм пародия эшләү күренештәре билдәле.
Плакаттың художество композицияһы совет осорондағы «Һин ирекмән булып яҙылдыңмы?» плакаты (Дмитрий Моор, 1920), «U. S. I Army for you want» (Джеймс Флагга, 1917) Америка плакаты, шулай уҡ француздарҙың милли символы — Марианна һүрәтләнгән «Халыҡты илтеүсе Азатлыҡ» (Эжен Делакура, 1830) картинаһы менән ауаздаш.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Андрей Воронцов Родина-Мать зовёт! Оружие третьего фронта Великой Отечественной войны // Лента.Ру. Архивировано из первоисточника 1 сентябрь 2007.
- ↑ Руслан Макушин Женское лицо войны. История создания плаката «Родина-мать зовет!» // АиФ. — 17.03.2004. Архивировано из первоисточника 19 август 2007.