Вахитов Риф Хәйрулла улы
Вахитов Риф Хәйрулла улы һәм Вәхитов Риф Хәйрулла улы мәҡәләләрен берләштерергә! |
Викидатала элемент юҡ |
Вахитов Риф Хәйрулла улы (рус. Вахитов Риф Хайруллович) (4 сентябрь 1940 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡорт АССР-ы Юғары Советының йәштәр эше, физик культура һәм туризм комиссияһы ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вахитов Риф Хәйрулла улы 1940 йылдың 4 сенябренд Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында донъяға килгән. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1969 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, 1976 йылда Свердловск Юғары партия мәҡтәбен тамамлаған. [1]
Хеҙмәт юлын, 1958 йылда Арҡауыл МТС-ында токарь булып башлай. 1959 — 1962 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағас, Салауат районы «Һарғамыш» совхозында агроном булып эшләй. КПСС-тың Салауат районы комитетының беренсе секретары итеп һайлана. 1976 йылда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының инструкторы. 1979 йылда Салауат районы советы башҡарма комитетының рәйесе. 1991 йылдан Салауат районында һатып алау һәм ауыл хужалығы продукцияһы сифаты инспекцияһы инспекторы булып эшләй.[2] Салауат районы 247-се Малаяҙ һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана.
Башҡорт АССР-ы Юғары Советының йәштәр эше, физик культура һәм туризм комиссияһы ағзаһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Человек, воплотивший мечты 2020 йыл 27 ноябрь архивланған.
- 12 созыв (БАССР)