Вена сецессионы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Вена сецессионының Күргәҙмәләр залы —сецессион Йорто
Густав Климат. Сецессиондың беренсе күргәҙмәһенең афишаһы,1898 йыл

Вена сецессионы (нем. Wiener Secession/Sezession) — Вена рәссамдары берләшмәһе Fin de siècle (ар нуво) осоронда. Вена югендстиль вариантын да шулай уҡ Вена сецессионы тип атайҙар.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вена сецессионына 1897 йылдың 3 апрелендә ,Вена рәссамдар йортоноң консерватизм һәм сәнғәттәге йолалар буйынса бары тик тарихҡа бәйләнгән темалар өҫтөндә эшләгән рәссамдары менән бәйләнештәрен өҙөп, Густав Климт, Альфред Ролледр, Коломан Мозер, Йозеф Хоффман, Йозеф Мария Ольбрих, Макс Курцвайль, Эрнст Штерм , Вильгельм Лист[de]Вильгельмом Листом[de] һәм башҡа рәссамдар нигеҙ һалғандар. Улар өсөн Берлин һәм Мюнхен[de]Мюнхенский[de] сецессиондары үрнәк булып торғандар..

Шул уҡ 1898 йылда Отто Вагнерҙың уҡыусыһы Ольбрих ҡала ерендәге Винцайль (Wienzeile) урамында,Карлсплац (Karlsplatz) майҙанынан һәм Нашмаркт (Naschmarkt) баҙарынан алыҫ булмаған урында, күргәҙмә павильоны һалдырған, уны Вена халҡы ҡыҫҡаса "Сецессион"тип атаған. Мозерҙың проекты буйынса төҙөлгән был павильондың ҡыйығы алтын менән ялатылған көмбәҙле булған, ул алтын ялатылған япраҡтар менән биҙәлгән, йорттоң интерьеры һәм тәҙрәләрендә төҫлө быялалар ҡуйылған. Был йорт Карлсплац майҙанындағы даими күргәҙмә урынына әйләнгән. Уның тышҡы ишегенең өҫтөндә сәнғәт тәнҡитсеһе Людвиг Хевиҙың : «Эпохаға — үҙ сәнғәте, сәнғәткә — үҙ иреге» тигән һүҙҙәре яҙып ҡуйылған һәм улар быуат аҙағында Европала ҙурлығы буйынса дүртенсе урында торған Вена ҡалаһында йәшәгән йәмғиәттең юғары ҡатламдарының уй-фекерен аңлатҡан.

Вена сецессионының беренсе күргәҙмәһе 1898 йылда үткәрелгән.

Был сәнғәт төркөмөнөң төп ҡаҙанышы булып француз экспрессионистарының картиналарын Вена халҡына күргәҙмәләрҙә күрһәтеү торған. Бигерәк тә 1902 йылда Людвиг ван Бетховенға арналған, Йозеф Хофманн тарафынан ойошторолған күргәҙмә ҙур билдәле булған. Күргәҙмәнең үҙәгендә Людвиг ван Бетховендың Макс Клингер эшләгән һыны торған, ул һын Климттың «Бетховен призы » менән уратылып торған.

1898 йылда үҙ идеяларын киң таратыу өсөн төркөм Ver Sacrum (Ҡалып:Tr-la тигән журнал сығара башлаған. Сецессиондың баштағы эштәре ар нуво (модерн) стилендә башланып китһә лә, 1900 йылдың тулыһынса декоратив сәнғәткә бағышланған Һигеҙенсе Вена күргәҙмәһенән һуң , төркөмдөң эше элеккесә барған. Был күргәҙмәлә Чарльз Ренни Макинтош, Чарльз Роберт Эшби, Анри Ван дер Велделәрҙең инсталляциялары ҡуйылған. Йозеф Хоффмандың 1904—1906 йылдарҙа төҙөлгән шифаханаһы геометрия ҡанундары буйынса төҙөлгән куб формаһындағы кресло кеүек булған. Был аҡлы-ҡаралы төҫтәге кресло Коломан Мозерҙың эше булған һәм ул ХХ быуат башындағы сецессион стиленең һәм абстрактлы геометриялы модернизмдың миҫалы булып торған.

1903 йылда Хоффман һәм Мозер Венала оҫтаханалар (Wiener Werkstätte) төҙөткән. Бында рәсем сәнғәте берләшмәһенең сәнғәтте реформалау буйынса эштәрен алып барыу өсөн мөмкинлек асылған.

1905 йылдың 14 июнендә сәнғәткә үҙ ҡарашының үҙгәреүе сәбәпле Густав Климт бер нисә рәссам менән Вена сецессионын ташлап киткән .

1919—1920 йылдарҙа төркөмдең рәйесе Франц Месснер булған. Был йылдарҙа сецессиондың эшмәкәрлек йүнәлеше башланғыс фукционализмға яҡынлашҡан.

Сецессион 1918 йылдың ноябренә тиклем Австро-Венгрия составына ингән илдәрҙең, шул иҫәптән, Хорватия, Польша, Чехия, көнбайыш Украинаның, сәнғәтенә ҙур йоғонто яһаған.

Сецессиондың башҡа рәссамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рихард Герстль
  • Губерт Гесснер
  • Макс Фабиани
  • Оскар Кокошка
  • Йоже Плечник
  • Максимиллиан Пирнер
  • Карл Молль
  • Альфред Роллер
  • Эгон Шиле
  • Эдмунд фон Хельмер
  • Тәржемәһеҙ 5
  • Отмар Шимковиц[en]

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]