Венера павильоны
Венера павильоны | |
Нигеҙләү датаһы | 1792 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Гатчина |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Ленинградская область/Гатчина (часть 1)[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | Дворцовый парк, на "Острове любви" |
Венера павильоны Викимилектә |
Венера павильоны, йәки Трельяж, — Гатчинала Һарай паркындағы павильон, Аҡ күл ярында Мөхәббәт утрауы осонда урынлашҡан.
Павильон килеү өсөн асылған, инеү түләүле.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Павильон төҙөү идеяһы 1780 йылдарҙа Павел Петровичтың сәфәренән һуң тыуа. Шантильяла ул Мөхәббәт утрауында павильон күрә, һуңғараҡ уның һүрәттәре Гатчина павильонын төҙөгәндә ҡулланыла.
Венера павильоны проекты 1791 йылда әҙерләнә. Павильон төҙөлөшө 1792—1793 йылдарға ҡарай
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында павильон һиҙелерлек зыян күрә. Паркеты, стена биҙәктәре һәм плафоны зыян күрә. Колонналары һәм диуарҙары артиллерия снаряды ярсығынан ярыла.
1963—1965 йылдарҙа павильон яңынан Махусус фәнни-реставрация оҫтаханаларында архитектор-реставраторҙар проекты буйынса тергеҙелә. Стеналары һәм плафон рәсемен рәссам Л.А.Любимов тергеҙә. 1974—1979 йылдарҙа павильон интерьеры «Кушелев альбомы» һыҙмалары нигеҙендә архитектор А.А.Кедринский проекты буйынса реконструкциялана.
2007 йылда павильондың реставрацияһы башлана, ул 2010 йылдың йәйендә тамамлана
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Павильон ике тигеҙ өлөштән тора: Тура мөйөшлө ҙур залы һәм тура мөйөшлө вестибюле ҡыҫҡа арҡыры яғына һуҙылған.
Төп фасады бейек нигеҙҙә ионик орденлы дүрт бағаналы портик менән биҙәлгән. Киң ике асмалы ишек дөрөҫ формалы архивольт менән рамланған. Портикты классик антаблемент һәм өс мөйөшлө фронтон тамамлай. Уның тимпанында Амурҙың семәрле рельефлы эмблемаһы урынлашҡан — уҡтар менән сатраш һаҙаҡ, лавр һәм роза ботаҡтары һәм яныусы факел
Павильон фасадтарының периметры буйлап антаблементтың декоры һәм композицияһы дауам итә. Уның япмаһынан өҫтәрәк селтәр менән биҙәлгән тәпәш таҫмалы парапет бара.
Павильондың аҡһыл-йәшел төҫө фасад менән тап килә
Интерьеры
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Павильон вестибюле аскетик ҡәтғилектә үтәлгән, тик ишек фрамугаһы аша яҡтыртыла.
Ҙур зал планында тура дүртмөйөш рәүешендә, уның оҙонлоғо 10 метр, киңлеге - 8. Биш тәҙрә күл яғына ҡарай. Павильондың яҡтылығын ике уйым араһындағы көҙгөләр кәсйәтә, уларҙың ярым түңәрәк рамдарын семәрле алтын ялатылған таждар һәм гирляндалар тамамлай. Көҙгөләр өҫтөндә сәскә, уҡтар менән һаҙандар, янып торған йөрәк һүрәттәре төшөрөлгән панно урынлашҡан. Көҙгө тирәләй аралар әүәләүгә оҡшаған орнаментлы композициялар менән биҙәлгән. Улар елем буяуы менән һары-алтын фонда штукатурка өҫтөнән гризайль манераһында башҡарылған. Шул уҡ ысул менән тик зәңгәр фонда залдың ишектәре өҫтөндә панно эшләнгән.
Залдың түбәлеге бай кәрниз менән ситләтеп алынған. «Венера триумфы» плафонын 1797 йылда рәссам И. Я Меттенлейтер башҡара
Зал интерьерын дүрт мәрмәр фонтан байыта, улар быяла ишектәр ҡаршыһында урынлашҡан һәм стеналарҙағы көҙгөләрҙә сағыла.
1887 йылда Венера павильонына Ҙур һарайҙың Аҡ залынан Антонио Ринальди рәсеме буйынса эшләнгән ҙур түңәрәктәр һәм имән япраҡтары гирляндалары рәүешендәге паркет йыйылмаһы өлөшө күсерелә. Быға тиклем павильон иҙәне, бәлки, яһалма мәрмәрҙән яһалған булған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кючарианц Д. А., Раскин А. Г. Дворцовый парк // Гатчина: Художественные памятники. — Лениздат, 2001. — С. 147-157.
- Макаров В. К., Петров А. Н. Остров любви и Павильон Венеры // Гатчина. — 2-е изд., испр. и доп. — СПб.: Издательство Сергея Ходова, 2005. — С. 188-193. — 304 с. — 3000 экз. — ISBN 5-984-56018-6.
- Пирютко Ю. М. Дворец и достопримечательности Дворцового парка // Гатчина. Художественные памятники города и окрестностей. — С. 47-50.