Эстәлеккә күсергә

Вешенская имәне

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Вешенская имәне — ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы, ул Вешенская станицаһынан 8 километр төньяҡтараҡ урынлашҡан. Ростов өлкәһенең Шолохов районында, Шолохов урман хужалығы биләмәһендә үҫә. Федераль әһәмиәттәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһенә ҡарай[1]. Вешенская имәне Көньяҡ федераль округы территорияһында иң боронғо ағас һанала[2]. Ағас М. А. Шолохов музей-ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан[3].

Риүәйәт буйынса, имәндән биш йөҙ аҙым алыҫлыҡта татар ханы хазинаһы күмелгән. Әммә, уны ҡайһы яҡтан эҙләргә икәне билдәле түгел. Элек күп казактар ошо имән янына килгәндәр һәм ошо биләмәлә хазина табырға тырышҡандар.

1952 йылда имәнде йәшен ата, ике олондоң береһе зыян күрә. Быны имән олононда һаҡланған тамға раҫлай.

Ағастың йәше паспорт буйынса 400 йыл самаһы тәшкил итә, әммә ысынбарлыҡта уны элегерәк ултыртҡан булыуҙары мөмкин, сөнки тикшеренеүселәр фекеренсә, Иван Грозный ваҡытында ағас үҫеп ултырған була инде.

2010 йылда ағас торошо ҡәнәғәтләнерлек була, урман янғынынан ҡотҡарып алып ҡалалар.

2011 йылдың апрель айында, «Ағастар — тере тәбиғәт ҡомартҡыһы» тигән бөтә Рәсәй программаһының сертификатлау комиссияһы, Ростов өлкәһе урман хужалығы департаментының имәнгә айырым статус бирергә тигән тәҡдимен хуплауы тураһында мәғлүмәт барлыҡҡа килә. Белгестәр диагностика үткәргәндән һуң, ағасҡа тере тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелә. Тимәк, дәүләт уны яҡлау аҫтына ала һәм уны реабилитациялау һәм тергеҙеү буйынса саралар комплексы ҡаралған[4].

Ростов өлкәһе Хакимиәтенең 2006 йылдың 19 октябрендәге 418-се номерлы «Ростов өлкәһендә тәбиғәт ҡомартҡыһы тураһында» ҡарарына ярашлы, имән, уға яҡын булған биләмә кеүек үк, өлкә әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора[5].

Вешенская имәне һабаҡлы япраҡлы имән төрөнә ҡарай. Ағас олоно 1,9 метр бейеклектә икегә бүленә һәм ике үҙаллы олондо барлыҡҡа килтерә. Олондарҙың берәүһенең бейеклеге 25 метр, диаметры 1,4 метр тәшкил итә. Икенсеһенең диаметры 1,6 метр, бейеклеге 25,2 метр тәшкил итә. Имән тирәһендә 150 гектарҙа — һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе, ә тәбиғәт ҡомартҡыһының үҙе тирәһендә һаҡланыусы зона — 2,5 гектар тәшкил итә. Имәндең олондары ныҡлы һәм тармаҡланып үҫкән.