Эстәлеккә күсергә

Википедиялағы пассионарлыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Википедия логотибы

Википедиялағы пассионарлыҡ (википассионарлыҡ)— ниндәйҙер телдәге Википедияның актив мөхәррирҙәренең ошо телде йөрөтөүселәр һанына ҡарата булған нисбәтен билдәләүсе статистик күрһәткес термины.

Күрһәткес ниндәйҙер телдәге Википедияны үҫтерең буйынса билдәле бер телде йөрөтөүселәрҙең ошо ваҡыттағы активлыҡ кимәлен ҡылыҡһырлай.

«Википедия пассионарлығы» терминын беренсе тапҡыр ИТ, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһендә эшләүсе украин йәмәғәт эшмәкәре Юрий Пероганич 2016 йылдың 15 февралендә украин Википедияһының мөхәррирҙәренең «Вики: медиа һәм технологиялар» ирекле блогында «Вікіпедійна пасіонарність українців» мәҡәләһендә тәҡдим итә[1]. Термин украина масс-медиаларында ҡулланыла һәм Украина Юғары Радаһының фән һәм мәғариф буйынса үткәрелгән «Образовательная политика в условиях информационного общества» тип аталған түңәрәк ҡорҙа файҙаланыла[2].

Был термин Лев Гумилёв индергән «пассионарий» билдәләмәһенә нигеҙләнә. Ул айырым кешеләрҙең башҡаларҙан нимәнелер үҙгәртер өсөн дәртләнгән һәм илһамланған булыуы менән айырлыуын аңлата[3].

2017 йылдың ноябренә ҡарата башҡорттарҙың википассионарлығы 1 миллион кешегә 27 кеше тура килә. Сағыштырыу өсөн: рустарҙа — 12, француздарҙа −17, украиндарҙа — 19[4].

  • Богданна Мартыник. Еще немного — и будет миллион. / У Википедии написали 750-тысячную статью на украинском языке // Газета «Експрес», № 94 (9653), 21-28 декабря 2017, с. 24