Википедия:Викибирелмәләр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
  • ВИКИПЕДИЯ:ВД
Викибирелмәләр логотибы

Викибирелмәләр (Wikidata) — бирелмәләрҙең асыҡ краудсорсинг базаһын булдырыусы Викимедиа проекты, унда элементтар тураһында реляцион раҫламалар һәм был элементтарҙы тасуирлаған Викимедиа проекттары мәҡәләләре менән бәйле интервики-һылтанмалар һаҡлана. Бирелмәләр базаһын ҡулланыу шарттары — Creative Commons”тан «CC0» инструменты (http://creativecommons.org/publicdomain/zero/1.0/deed.ru сайтында ҡарағыҙ).

Викибирелмәләрҙең беренсе фазаһы: 2013 йылдың 6 мартынан алып мәҡәләләрҙә күренгән интервикиҙар  автоматик рәүештә Викибирелмәләр проектынан туранан-тура килә (бүлектәргә һылманмаларҙан башҡа).

Икенсе фазала википроекттар инфобокс карточкалары өсөн үҙәкләштерелгән бирелмәләрҙе файҙаланыу мөмкинлеген алды.

Көтөлгән өсөнсө фаза Википедия мәҡәләләрендәге исемлектәрҙең, Викибирелмәләрҙәге мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп,  автоматик яңырып тороуы мөмкинлеген бирәсәк.  

Интервикиҙар[вики-тексты үҙгәртергә]

Викибирелмәләр, фаза 1: Бөтә телдәргә һылтанмалар – бер нөктәнән
Интервики-һылманмаларҙың иҫке системаһы: Бөтә телдәр араһындағы  һылтанмалар

Википедияның Викибирелмәләрҙә ярашлы бите булған һәр мәҡәләһенең һул бағанаһында Викибирелмәләрҙә һаҡланған  интервики-һылтанмалар сағыла.  Мәҡәләнең вики-кодына яҙылған традицион интервики-һылтанмалар ҙа сағыла һәм Викибирелмәләрҙәге мәғлүмәттән өҫтөн була.  

Әгәр Викибирелмәләрҙә мәҡәлә өсөн һылтанмалар булһа,   улар бөтәһе лә мәҡәләнең вики-кодында бирелгән һылтанмаларға өҫтәлеп күренә.  Әгәр бер үк телдә локаль һылтанма менән Викибирелмәләрҙән килгән һылтанмалар араһында ҡапма-ҡаршылыҡ тыуһа, локаль һылтанма күренә; шул уҡ ваҡытта Викибирелмәләрҙән һылтанмалар мәҡәләлә әүәлгесә бөтә башҡа телдәрҙә күренә.   

Әгәр Викибирелмәләрҙә һылтанмалар әле һаман булмаһа, мәҡәләнең вики-кодында һаҡланған интервики-һылтанмалар күренәсәк. Айырым осраҡтарҙа Викибирелмәләрҙә мәҡәләгә ярашлы бит булыуы ихтимал, тик башҡортса бит әлегә уның менән бәйләнмәгән. Викибирелмәләрҙе көндәлек хеҙмәтләндереү барышында бындай осраҡтар төҙәтелә.

Викибирелмәләр ярҙамында интервики-һылтанмалар менән эшләү[вики-тексты үҙгәртергә]

  • В1. Мин яңы XBA-ла яңы мәҡәлә яҙҙым һәм уны башҡа бүлектәрҙәге ошо объект тураһындағы мәҡәләләр менән бәйләргә теләйем. Миңә нимә эшләргә?
  • О1а. Был объект өсөн Викибирелмәләрҙә интервикиҙар йыйылмаһы бите бар. Ғәҙәттә унда был мәҡәлә кәм тигәндә ике бүлектә бар һәм улар әллә ҡасан интервики-һылтанмалар менән бәйләнгән.
    • Башҡа бүлектәге (рус, инглиз, немец һ.б.) ошо мәҡәләгә күсегеҙ.
    • Интервики исемлеге аҫтындағы «һылтанмаларҙы төҙәтергә» (edit links) тигәнгә баҫығыҙ.
    • Асылған биттә уның аҫҡы яғына күсегеҙ,  «өҫтәргә» (add) һылтанмаһына баҫығыҙ, телдең кодын күрһәтегеҙ (башҡорт Википедияһы өсөн ba) һәм яңы яҙылған мәҡәләнең башын яҙығыҙ  (XBA). Шунан «һаҡларға» (save) һылтанмаһына баҫығыҙ. Интервики-һылтанма өҫтәлде.
  • О1б. Был объект өсөн Викибирелмәләрҙә бит юҡ. Сәбәбе — башҡа тел бүлектәрендә бындай мәҡәлә юҡ, йә бер  генә бүлектә бар, йә бер нисә тел бүлегендә булһа ла, үҙ-ара интервики-һылтанма менән бәйләнмәгәндәр.
    • Башҡа тел бүлектәрендәге ярашлы мәҡәләне эҙләү өсөн уларҙағы эҙләгесте ҡулланығыҙ.
    • Шунан Викибирелмәләргә күсегеҙ.
    • Яңы мәҡәлә башлағыҙ (item). Бының өсөн навигация блогында (әгәр биҙәлештең «Вектор» темаһын ҡулланһағыҙ, һулда) «Яңы элемент булдырыу» (Create a new item) һылтанмаһына баҫығыҙ.
    • Асылған биттә «Исеме» (Label, инглиз телендә йә  башҡа телдә латиницала тултырырға кәрәк), «Тасуирламаһы» (Description, уны ла, бер аҙ ҡыҫҡартып, мәҡәләнең инешенән алырға була) тигән тәҙрәләрҙе тултырығыҙ, «Бәйләнгән тәүге биттең сайты» тигән тәҙрәлә проект кодын күрһәтегеҙ (кәрәкле мәҡәлә булған бүлектә) һәм «Бәйләнгән тәүге биттең исеме» тигән тәҙрәлә  ярашлы бүлектә мәҡәләнең исемен яҙығыҙ. «Яһарға» (Create) тигән төймәгә баҫығыҙ.
      • Викибирелмәләрҙең инглиз телле версияһында (бәлки, башҡаларында ла) тәүҙә интервикиҙарһыҙ бит яһала, һуңынан уға интервики-һылтанмалар өҫтәлә.
    • Асылған биттә «Шулай уҡ башҡа исемдәре» (Also known as:) тигән тәҙрәлә башҡа исемдәрҙе йә башҡа телдәрҙәге исемдәрҙе һәм башҡа тел бүлектәренә һылтанмаларҙы өҫтәргә мөмкин. Бының өсөн  биттең аҫҡы яғына күсегеҙ, «өҫтәргә» (add) һылтанмаһына баҫығыҙ, телдең кодын (башҡорт теле өсөн ba) һәм мәҡәләнең исемен яҙығыҙ, «һаҡларға» (save) һылтанмаһына баҫығыҙ. Интервики-һылтанма өҫтәлде.
  • Әгәр интервики-һылтанмаларҙы йыш өҫтәргә йыйынһағыҙ, «slurpInterwiki» гаджеты ярҙам итер, уны available in Викибирелмәләрҙең көйләнмәләрендәге гаджеттар битендә тоҡандырырға була. Гаджет тоҡанһа, элементтың һәр битендә һулдағы менюҙа «Интервики импортлау» һылтанмаһы күренер.
  • Бер ни тиклем ваҡыт интервики-һылтанмаларҙы Википедия мәҡәләләренең вики-кодына өҫтәүҙең иҫке ысулы эшләп торор,  ләкин яңы мәҡәләләрҙе торған һайын әҙерәк һандағы боттар тикшерер, һәм интервики-һылтанмаларҙың бөтә мәҡәләләргә лә таралыуына киткән ваҡыт арта барыр.  

Дөрөҫ булмаған интервики-һылтанмалар[вики-тексты үҙгәртергә]

Биҙәлештең Вектор темаһында Викибирелмәләрҙе мөхәррирләүгә һылтанма һоро төҫтә
  • В3. Мин шуға иғтибар иттем:  ZBA мәҡәләһе  инглиз/немец/рус Википедияһында дөрөҫ булмаған XEN мәҡәләһе менән бәйләнгән. Быны нисек төҙәтергә?
  • О3.
    ZBA мәҡәләһенең интервики-һылтанмалар бүлегендә һылтанмалар исемлеге аҫтындағы ҡәләмгә баҫығыҙ. Һеҙ Викибирелмәләрҙәге кәрәкле биткә күсерһегеҙ.
    «Википедия» тигән бүлектә Википедияның бөтә бәйләнгән интервикиҙары урынлашҡан. Артабан, исемлектең составына ҡарап, стратегияларҙың береһен һайлағыҙ.
    1. Әгәр исемлектә бөтә интервикиҙар дөрөҫ булһа, башҡорт телле мәҡәләлә ҡайһылыр мәлдә дөрөҫ булмаған һылтанма өҫтәлә (мәҫәлән, [[:en:XYZ]] урынына [[en:XYZ]] тип яҙылған, ти). Башҡортса мәҡәләне кәрәкле һылтанма баҫылып ҡалмаҫлыҡ итеп төҙәтегеҙ.
    2. Әгәр башҡа интервикиҙарға  темаһы буйынса тик башҡортсаһы ғына тап килмәһә, уны исемлектән юйырға һәм уға ярашлыраҡ урын табырға (мәҫәлән, рус телендәге тап килгән мәҡәлә буйынса) йәки, бер телдә лә ундай мәҡәлә табылмаһа, яңыны яһарға кәрәк.  
    3. Әгәр бер нисәһенән (мәҫәлән, инглиз телендәге XEN  һәм немец телендәге мәҡәләнән) башҡа, бөтәһе лә башҡортсаға тап килһә, тегеләрен исемлектән алырға кәрәк. Әлбиттә, уларға ла яраҡлы яҙманы табыу йә яһау бигерәк тә яҡшы булыр.
    Әгәр башҡорт Википедияһындағы мәҡәләлә ҡәләм күренмәһә, был әлегә Викибирелмәләрҙә элемент  булмағанын аңлата. Үрҙә, О1 пунктында, тасуирланған ғәмәлдәрҙе эшләгеҙ.

Интервики-һылтанмаларҙың бер ғаиләһенән күберәк[вики-тексты үҙгәртергә]

  • В4. Мин шуға иғтибар иттем: en:YEN, de:YDE һәм fr:YFR мәҡәләләре үҙ-ара бәйләнгән, ә cs:YCS менән hu:YHU — үҙ-ара. Ысынында был биш мәҡәлә бер объектҡа арналған.  Был яҙмаларҙы нисек итеп табырға һәм Викибирелмәләрҙә берләштерергә?  
  • О4.
    Үрҙәге О1-ҙә  һүрәтләнгәнсә, яҙмаларҙы таба алаһығыҙ — бындай осраҡта d:Special:ItemByTitle/en/YEN һәм d:Special:ItemByTitle/cs/YCS тигәнде табырға тырышып ҡарағыҙ. Ярҙам итмәһә,  исеме буйынса башҡа телдәрҙән эҙләгеҙ, сөнки айырым осраҡтарҙа элемент бер исемгә ҡарата сығарылған булырға ихтимал, ә  уға бәйле мәҡәлә өсөн түгел.
    Әгәр һеҙ ике элементты тапһағыҙ, Merge гаджеты йә  Special:MergeItems инструменты менән уларҙы берләштерегеҙ.
    Әгәр һеҙ бер генә элемент тапһағыҙ, кәрәкле мәҡәләләргә һылтманмалар өҫтәгеҙ.  
    Әгәр һеҙ бер элемент та тапмаһағыҙ,   О1-ҙә һүрәтләнгәнсә, бөтә биш мәҡәлә өсөн дә элемент яһағыҙ.
  • В4а. Мин ba:XBA һәм ru:XRU мәҡәләләре бер үк нәмә тураһында икәнен, әммә үҙ-ара бәйләнмәгәнен асыҡланым. Нимә эшләргә?
  • О4а. Беренсенән, Викибирелмәләрҙә XBA өсөн  элемент барлығына инанығыҙ (ҡарағыҙ:  О1); артабан был элементтың һылтанмалар исемлегендә, ru телен күрһәтеп, XRU-ға кәрәкле һылтанманы өҫтәп ҡарайбыҙ.
    Килеп сыҡһа, мәҡәләләр бәйләнде.  
    Килеп сыҡмаһа (алһыу дүртмөйөш ҡалҡты), уға сиртәбеҙ. Ғәҙәттә ул, ru:Xru  Викибирелмәләрҙең Qnnn элементында ҡулланыла инде, тигән яҙыуҙы сығара. Ул сағында элементтарҙы берләштерергә кәрәк, ҡарағыҙ: алдағы яуап.
    Әгәр объект өсөн ru:Xru-лы элемент булһа, әммә ba:XBA-һы булмаһа, уға баяғыса мәҡәләбеҙҙе өҫтәйбеҙ;
    Әгәр икеһе лә элементтар менән бәйләнмәгән булһа, яңы элемент яһайбыҙ һәм мәҡәләләрҙе ошо элементҡа өҫтәйбеҙ.

Яңы интервики-һылтанмаларҙы күсереү[вики-тексты үҙгәртергә]

  • В5. Викибирелмәләрҙә яҙмаһы булған һәм интервикиҙары унда бот тарафынан күсереп ҡуйылған мәҡәләгә яңыраҡ кемдер суахили телендәге бүлеккә  интервики-һылтанма өҫтәп ҡуйған. Был осраҡта ни эшләргә?
  • О5.
    Суахилиҙа мәҡәләнең барлығын һәм мәҡәлә предметының шул уҡ икәнен тикшерегеҙ.  
    Әгәр булһа, теге интервики-һылтанманы Викибирелмәләргә суахили телендәге был мәҡәләгә һылтанма өҫтәүҙе һорау тип аңлағыҙ һәм  О1-ҙә өйрәтелгәнсә эш итегеҙ.
    Әгәр инде мәҡәлә булмаһа, был интервики-һылтанманы юйҙырығыҙ.

Даими конфликттар[вики-тексты үҙгәртергә]

  • В6 Мин ошоларҙы эшләргә тырышам, әммә гел башҡа вики-проекттар менән ҡапма-ҡаршылыҡҡа тап булам.
  • О6 Интервики-конфликттар буйынса d:WD:IWC тигән инглиз телле форумға күсегеҙ (рус телендәге форумдар ҙа бар: ВП:Ф-ВД һәм d:Wikidata:Форум, әммә унда әүҙемлек түбәнерәк) һәм тәжрибәле файҙаланыусынан ярҙам һорағыҙ.
    Башҡа ҡатмарлылыҡтар буйынса ла ВП:Форум/Викиданные йәки d:Wikidata:Форум форумдарына мөрәжәғәт итергә  мөмкин.

Бәйле мәғлүмәттәр[вики-тексты үҙгәртергә]

Мәҡәләләрҙең статусы тамғалары[вики-тексты үҙгәртергә]

Яҡшы һәм һайланған мәҡәләләр, шулай уҡ Википедияның башҡа тел бүлектәрендәге һайланған исемлектәр был бүлеккә интервики-һылтанма эргәһендә тамға ҡуйып билдәләнә (уға баҫып, статусты мөхәррирләргә була). Элк быны Link FA, Link GA һәм Link FL ҡалыптары ярҙамында эшләйҙәр ине. Хәҙер статус викибирелмәләрҙә күрһәтелә.

Якорлы интервикиҙар[вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡайһы берҙә интервикиҙарҙа мәҡәләнең  секцияһын күрһәткән якорҙар була. Якорь «#» тамғаһы менән билдәләнә (мәҫәлән, [[fr:Analyse de survie#Fonction de survie]]). Был билдә, Википедияның тел бүлегендә теүәл генә тап килгән мәҡәлә булмаһа ла,  объект тураһындағы мәҡәлә булған осраҡта ҡуйыла. Викибирелмәләрҙең һылтанмалар механизмы якорҙар менән эш итмәй, шуға якорлы интервикиҙар кәрәк булған хәлдә текста һаҡланырға йә  ҡабат йүнәлтеү юлы менән ҡушып ҡуйылырға тейеш, ҡарағыҙ: {{Wikidata-redirect}} деталдәре. Мәҫәлән, Survival function мәҡәләһе Викибирелмәләр элементы d:Q2915096 аша башҡа тел бүлектәре менән бәйләнгән, тик француз теле менән генә бәйләнмәгән; уның урынына текста секцияға һылтанма тора (ҡарағыҙ: һуңғы юлды).

Викибирелмәләргә һылтанмалар күрһәтеүҙе һүндереү  [вики-тексты үҙгәртергә]

Кәрәк булғанда Викибирелмәләрҙә булған  интервики-һылтанмаларҙың берәй айырым биттә күрһәтелеүен һүндереп ҡуйып була, был осраҡта code>{{noexternallanglinks}} коды ярҙам итә. Шулай уҡ айырым тел бүлектәрендә һылтанмаларҙы йәшереп тороп була: {{noexternallanglinks:es|fr|it}} ярҙамында биттән Википедияның испан, француз һәм итальян бүлектәренә һылтанмаларҙы йәшерергә мөмкин, әгәр улар Викибирелмәләрҙең бәйләнгән битендә булһа.  

Викибирелмәләрҙән һылтанмаларҙы үткәрмәү[вики-тексты үҙгәртергә]

Мәҡәләлә Викибирелмәләрҙән һылтанмалар йыйылмаһын күрһәтеүҙе {{noexternallanglinks}} тигән һүҙ ярҙамында тулыһынса ябып ҡуйып була. Шулай уҡ айырым һылтанмаларҙы ғына ла ябырға мөмкин: {{noexternallanglinks:en|fr|zh-min-nan}}.

Башҡа атамалар даирәләрендә интервики-һылтанмалар[вики-тексты үҙгәртергә]

Викибирелмәләрҙә, «Ҡатнашыусы» һәм «Ярҙамсы» тигән даирәләрҙән тыш, бөтә атамалар даирәләренең биттәренә лә интервики-һылтанмалар һаҡлана. Ҡалыптарҙың Викибирелмәләрҙә элемент яһау норма булып тормаған ярҙамсы биттәренә генә был ҡағиҙә ҡағылмай.

Текст эсендәге тел-ара һылтанмалар[вики-тексты үҙгәртергә]

Текст эсендәге тел-ара һылтанмалар ([[:код-языка:Имя статьи]]) элекке кеүек үк эшләй. Мәҫәлән, ошонда был биттең немец версияһына һылтанырға мөмкин; тел-ара һылтанмалар бер ерҙә лә үҙгәрмәй, тик тел коды алдына ике нөктә ҡуйырға онотмағыҙ!

Яңы төҙәтеүҙәр[вики-тексты үҙгәртергә]

Викибирелмәләрҙең Википедия мәҡәләләре менән бәйле биттәрендәге үҙгәртеүҙәр Википедияның яңы төҙәтеүҙәр битендә тейешле опцияны ҡатнашыусының көйләүҙәренә өҫтәгән осраҡта күренә (төҙәтеүҙәрҙе биттәр буйынса төркөмләү тоҡандырылмаған осраҡта).

Викибирелмәләрҙән мәғлүмәттәр[вики-тексты үҙгәртергә]

Викибирелмәләрҙә төрлө телдәге мәғлүмәттәр һаҡлана, уларҙы Википедияның төрлө бүлектәре берлектә ҡуллана ала, айырыуса ҡалып карточкалары составында. Мәҫәлән, ниндәй ҙә булһа вики-текст автоматик рәүештә периодик таблицалағы элементтың номерын йә берәй илдең халыҡ һанын һорай ала. Викибирелмәләр һәр береһе өсөн сығанаҡтарға һылтанмаларҙы һаҡлай.

Теге йәки был мәғлүмәтте файҙаланыу тураһында ҡарар локаль викиберләшмә тарафынан ҡабул ителә. Мәҫәлән, рус Википедияһында Викибирелмәләр менән киң интеграциялашыу ҡабул ителгән, карточкаларҙа ҡулланыла алған үҙенсәлектәрҙең күпселеге унда ҡулланыла, хәйер, мәҫәлән, Ҡалып:WD һәм Ҡалып:WD кеүек ҡайһы бер үҙенсәлектәр уларҙа ОРИССТАР күп булыу арҡаһында, ә башҡа ҡайһы берҙәре техник сәбәптәр арҡаһында ҡулланылмай. Француз, каталан Википедияларында һәм башҡа ҡайһы бер бүлектәрҙә  шулай уҡ Викибирелмәләрҙән мәғлүмәт алына, ул төрлөһөндә төрлө күләмдә алына, ә бына инглиз Википедияһында ул ҡулланылмай тиерлек.  

Викибирелмәләр элементтарын карточкаларҙа күрһәтеү өсөн нисек мөхәррирләү тураһында  Википедия:Ҡалып карточкалары#Викибирелмәләр бүлегендә уҡырға мөмкин.

Викибирелмәләрҙең үҙенсәлектәрен  ҡалып карточкаларына нисек индерергә икәне тураһында {{wikidata}} ҡалыбында, шулай уҡ Википедия:Ҡалып карточкалары#Ҡалып_карточкаларын_мөхәррирләү битендә бер аҙ мәғлүмәт табырға мөмкин. Парсер функцияһын property туранан-тура ҡулланырға ярамай, сөнки ул иҫкергән ысул.

Парсер функцияһы[вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкергән ысул — парсер функцияһын property туранан-тура ҡулланыу. Мәҫәлән, Мадоннаның тыуған көнөн яһау өсөн тыуыу датаһының үҙенсәлегенең номерын белеү кәрәк, ул —  P569 (Викибирелмәләрҙә үҙенсәлектәр һылтанмаһына баҫып сығарып була).

  • {{#property:P569}} кодын Мадонна (йырсы) битенә ҡуябыҙ һәм уның тыуған көнөн хасил итәбеҙ – 16 август 1958.
  • Үҙенсәлектең башҡортса билдәһе буйынса ла эшләй (ул Викибирелмәләр битендә, нәҡ ошондай регистрҙа күренә), мәҫәлән, {{#property:тыуыу датаһы}}; ләкин  идентификатор варианты тотороҡлораҡ.

Башҡа элемент тураһында бирелмәләр алыу өсөн был элементтың номерын белергә кәрәк. Мәҫәлән, алдағы абзацта дата Мадоннаның {{#property:P569|from=Q1744}} кодлы Q1744 элементынан алынған.

Тағы шуныһы: һеҙ ҡайһы берҙә өтөрҙәр менән айырылған исемлек аласаҡһығыҙ — ҡайһы бер үҙенсәлектәр өсөн раҫламаларҙың күп булыуы мөмкин. Мәҫәлән, әгәр һеҙ Дуглас Адамстың (Q42) шөғөл төрҙәрен (P106) алырға теләһәгеҙ, {{#property:P106|from=Q42}} ошоларҙы бирәсәк: драматург, сценарий яҙыусы, романист, балалар яҙыусыһы, писатель-фантаст, комик, яҙыусы. Былар – ошо үҙенсәлектең  иң юғары рангылы мәғәнәләре.

Ҡоралдар
Программалау