Википедия:Интервики

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

 

Блок с списком интервики-ссылок находится слева

Интерви́ки — Википедия кеүек вики-сайттар араһында тиҙ генә һылтанмалар яһау ысулы. Википедияла төрлө телдәрҙәге параллель мәҡәләләрҙе бәйләү, шулай уҡ ҡәрҙәш вики-проекттарға гипертекст һылтанмалар яһау өсөн бик уңайлы ысул бар.  

Бер үк темаға сит телле бүлектәрҙәге мәҡәләләргә һәм башҡа проекттар биттәренә һылтанмалар[сығанаҡты үҙгәртеү]

Викибирелмәләрҙәге битте мөхәррирләүгә һылтанмалар

Википедия мәҡәләләренең күпселегендә һул яҡта шул уҡ йә мәғәнәһе менән яҡын сит телле мәҡәләләргә һылтанмалар исемлеге бар. Был һылтанмалар Викибирелмәләр тигән махсус проектта яһала һәм үҙгәртелә.

Викибирелмәләрҙең интервики-һылтанмалар яҙылған бите таблицанан тора, уға түбәндәге мәғлүмәттәр индерелә:

  • Телдең атамаһы һәм коды — Викимедиа проекттарындағы ике-өс хәрефле тел коды. Ғәҙәттә стандартына ISO 639 тап килә.
  • Мәҡәләнең исеме — һәр телдә мәҡәләнең исеме.
Викибирелмәләрҙәгә биттең интервики-һылтанмалы өлөшө

Әгәр башҡа тел бүлегендә шул уҡ темаға мәҡәлә барлығын белһәгеҙ, «Һылтанмаларҙы төҙәтергә» йәки «Башҡа телдәрҙә» менюһында «Һылтанма өҫтәргә» тигән яҙмаға баҫығыҙ, ҡалҡынған формаға проект кодын (мәҫәлән, en) һәм мәҡәләнең шул телдәге исемен яҙғыҙ, шунан «Бит менән бәйләргә» тигәнгә баҫығыҙ. Операция уңышлы булһа, ҡайтанан йөкләргә һәм ниндәй һылтанмалар йөкләнгәнен ҡарарға тәҡдим ителер.

Викибирелмәләр элементы менән бәйләнгән сит телдәге мәҡәләне интервики-һылтанмалар исемлеге аҫтындағы ҡәләмле һылтанмаға (күренмәһә, мәҡәләне мөхәррирләү режимына инегеҙ — һылтанма килеп сығыр) баҫығыҙ, унан һуң «Викибирелмәләр» битендә һүрәтләнгә процедураларҙы башлағыҙ.

Интервики-һылтанманы мәҡәлә тексының эсенә ҡуймағыҙ. Был ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында Викибирелмәләргә интервики-һылтанма өҫтәп булмаған айырым осраҡтарҙа ғына мөмкин.

Мәҡәләләрҙе күп мәғәнәлелек биттәренә бәйләргә ярамай, сөнки был бәйләнеш тиҙ арала интервики-ыҙғыштар башлаясаҡ. Мәҡәләләр — башҡа тел бүлектәрендәге мәҡәләләр менән, ә күп мәғәнәлелек биттәре — күп мәғәнәлелек биттәре менән бәйләнә.

Шулай уҡ Викибирелмәләр битендә мәҡәлә предметын башҡа проекттарҙағы шул уҡ предмет менән бәйләп була (мәҫәлән, Википедиялағы шәхес тураһындағы мәҡәләне — шул уҡ кешенең Викиөҙөмтәләге һайланма цитаталары менән). Бәйләнгән мәғлүмәт һул блокта, «Башҡа проекттарҙа» категорияһында күренәсәк.

Бер темаға яҙылған мәҡәләләр төрлө телдә Викибирелмәләрҙең төрлө элементтары менән бәйләнгән булһа, уларҙы нисек бәйләргә[сығанаҡты үҙгәртеү]

  Бер үк темаға яҙылған мәҡәләнең төрлө тел бүлегендә Викибирелмәләрҙең төрлө элементтары менән бәйләнгән саҡтары ла булғылай. Бының ике төрлө сәбәбе булыуы ихтимал.

Ҡайһы берҙә хаталаныу һөҙөмтәһе: кемдер Викибирелмәләрҙә булған элементты уның барлығын белмәйенсә ҡабатлап яһап ҡуйған. Был осраҡта ошо ике элементты, Викибирелмәләрҙең өҫкө уң мөйөшөндә торған «Тағы» («More») менюһындағы (тәүҙә уны гаджеттар битендә тоҡандырыу фарыз) «... менән берләштерергә» («Merge with…») функцияһын ҡулланып, берләштерергә була.

Йышыраҡ осраҡ торған сәбәбе — Викибирелмәләрҙәге элементтарҙың Википедиялағы мәҡәләләргә ҡарағанда тарыраҡ классификациялы булыуы. Мәҫәлән, Викибирелмәләрҙә ике төшөнсә бар Германия канцлеры һәм Германияның федераль канцлеры (был вазифа 1949 йылдан шулай тип аталған). Башҡа телдәрҙә, мәҫәлән, рус Википедияһында Федеральный канцлер Германии тигән бер мәҡәлә бар, инглиз Википедияһында ла мәҡәлә берәү, әммә ул Германия канцлеры элементы менән бәйләнгән. Был осраҡта Викибирелмәләрҙәге элементтарҙы берләштерергә ярамай. (Викибирелмәләрҙә был элементтарҙы яңылыш берләштереп ҡуймаһындар өсөн хатта «менән бутамаҫҡа» тигән сифаты ла бар). Әммә был осраҡта интервики аша мәҡәләләреҙ түбәндәге юл менән бәйләргә була:

  1. Сит тел Википедияларынан башҡорт Википедияһына интервики ҡуйыр өсөн йүнәлтеү яһарға кәрәк, мәҫәлән, Германия канцлеры → Германияның федераль канцлеры, шунан был йүнәлтеүҙе Викибирелмәләрҙәге кәрәкле элемент менән бәйләп ҡуйып була. Шуның менән бергә, Викибирелмәләр әлеге ваҡытта элементты йүнәлтеү менән бәйләргә рөхсәт итмәй. Шунлыҡтан йүнәлтеүҙе Викибирелмәләр менән бәйләү өсөн түбәндәше хәйләне ҡулланалар:
    1. Йүнәлтеү бите ваҡытлыса ҡәҙимге биткә әйләндерелә (быны, мәҫәлән, биттең башланған ерендәге # тамғаһын алып ташлап йә унан һуң буш ара ҡалдырып эшләп була).
    2. Был битВикибирелмәләрҙәге элемент менән бәйләнә.
    3. Бит йүнәлтеү ҡҡиәфәтенә кире ҡайтарыла.
    4. Йүнәлтеү битенең ахырына {{Wikidata-redirect}} ҡалыбын ҡуйырға тәҡдим ителә.
  2. Рус Википедияһынан интервики ҡуйыр өсөн, мәҡәләлә Викибирелмәләрҙең бәйле элементын {{interwiki extra}} ҡалыбы ярҙамында күрһәтәләр. Мәҫәлән, Федеральный канцлер Германии мәҡәләһенә {{interwiki extra|qid=Q56022} ҡуйырға кәрәк, (бында Q56022 — «канцлер Германии» элементының коды).

Был ысул формаль рәүештә төрлө төшөнсәләрҙе һүрәтләгән биттәрҙе бәйләү мөмкинлеген бирә. Ләкин кәрәкһә-кәрәкмәһә лә был юлды ҡулланырға ярап етмәҫ. Килеп тыуған проблеманы хәл итергә кәрәк булғанда ғына ҡулланырға мөмкин.

Интервики-һылтанма менән бәйләнгән мәҡәләләр тематикаһы һәм төшөнсәнең күләме буйынса бер-береһенә ярашлы булырға тейеш.

Мәҫәлән, Природный ядерный реактор в Окло мәҡәләһе менән природный ядерный реактор элементын бәйләргә була, сөнки тәбиғи ядро реакторы донъяла берәү генә..

Әммә Википедияның бер тел бүлегендә «Парламент демократияһы» тигән үҙаллы мәҡәлә булһа, ә икенсе тел бүлегендә «Парламент демократияһы» «Демократия» мәҡәләһенең бер бүлеге генә булып торһа, «Демократия» мәҡәләһенә уны «Парламент демократияһы» менән әбйләр өсөн {{interwiki extra}} ҡалыбын ҡуйырға ярамай, сөнки «демократия» төшөнсәһе күпкә киңерәк. (Ләкин «Парламент демократияһы»н «Демократия» мәҡәләһендәге бүлеккә йүнәлтеп, йүнәлтеүе «Парламент демократияһы» элементы менән бәйләргә ярай).

Текстағы һылтанмалар[сығанаҡты үҙгәртеү]

  Движок гипертекст һылтанмаларын башҡа телле Википедия мәҡәләләренә ҡуйыу мөмкинлеген бирә. Был эске һылтанма ҡуйған кеүек эшләнә, тик мәҡәләнең исеме алдына ике хәрефле код менән ике нөктә ҡуйыла:

[[:en:Russia|Рәсәй тураһында инглиз телендәге мәҡәлә]]

ул ошолай булып күренә:

Рәсәй тураһында инглиз мәҡәләһе

Ләкин текстың эсендә сит телле мәҡәләләрҙә һылтаныу хупланмай. Бындай гиперһылтанма-интервикиҙы түбәндәге осраҡтарҙа ғына ҡулланырға була:

  • нәҡ сит телле мәҡәләгә һылтанырға кәрәк булһа, ә уның объектына түгел;
  • Википедияның сит тел бүлегенең үҙенә һылтанырға кәрәк булһа — {{тел бүлеге}} ҡалыбы аша эшләнә;
  • ул документацияға йә Мета-викиҙағы метамәҡәләгә алып барһа.

Һәр осраҡта уҡыусы контекстан сит телле бүлеккә эләгәсәген аңларға тейеш.

Сит тел бүлегендәге мәҡәләгә һылтанғанда «не переведено» ғаиләһе ҡалыптарын ҡулланалар.

Был ҡалыптың өҫтөнлөгө шунда: башҡорт телендә ошо мәҡәлә яҙылһа, ул башҡорт телендәге мәҡәләне күрһәтәсәк.

Фонд проекттары кодтары[сығанаҡты үҙгәртеү]

Викимедиа фондының һәр проектында үҙ коды бар, ул башлыса ике өлөштән тора:

  • тел коды,
  • проекттың үҙ коды.

Һылтанма яһағанда проект кодын тел кодына тиклем ҡуйырға һәм ике нөктә менән айырырға кәрәк. Мәҫәлән, инглиз Викиөҙөмтәһендә Star Wars битенә һылтанырға кәрәк булһа, ошондай код ҡулланыла:

[[q:en:Star Wars]]


Әгәр һылтанмала тел коды ғына файҙаланылһа, мәҫәлән, en:, de:, fr:, ru:, ул сағында:

  • ағымдағы проект бер нисә телгә бүленгән булһа (Википедия, Викиһүҙлек, Викиөҙөмтә һ.б.) — һылтанма ағымдағы проекттың ярашлы тел бүлегенә килтерер,
  • проект телдәргә бүленмәгән булһа (Мета-вики, Викиһаҡлағыс) — һылтанма Википедияның ярашлы тел бүлегенә килтерер.

Тел коды алдына ике нөктә һылтанма текст эсендә ҡалһын өсөн кәрәк, юғиһә ул интервики секцияһына эләгә. Мета-викиҙа тел коды алдына ике нөктә ҡуйыу мотлаҡ түгел.

Телдәр буйынса бүленгән Викимедиа проекттары

  • w: — Википедияның тейешле тел бүлеге (башҡа проекттарҙың аҫбүлектәре араһында) — мәҫәлән, башҡортса Викиһүҙлектән башҡорт Википедияһына күселә, ә инглиздекенән — инглиздекенә.
  • b: — Викидәреслек
  • n: — Викияңылыҡтар
  • q: — Викиөҙөмтә
  • s: — Викикитапхана
  • v: — Викиверситет
  • wikt: — Викиһүҙлектең ярашлы тел бүлеге.

Тел буйынса бүленмәгән Викимедиа проекттары:

Теләгән бер проекттағы берәй мәҡәләгә бер төрлө һылтаныр m: өҫтәмә приставкаһы ҡулланыла, мәҫәлән, m:w:de:Berlin һылтанмаһы, ниндәй тел бүлегендә индерелһә лә, һәр ваҡыт немец Википедияһындағы Берлин тураһында мәҡәләгә алып барасаҡ, независимо от того, из какой языковой версии какого проекта вы её использовали.

Викимедиа фондының бөтә проекттарының (шул иҫәптән әлегә юҡтарының да) приставкалары Махсус:SiteMatrix битендә бирелгән.

Ҡайһы бер тышҡы проекттарға һылтаныра була, мәҫәлән, CreativeCommons: by/4.0/deed.ru, Freenode:#wikipedia-ru йәки Google: Википедия. Мөмкин булған приставкалар исемелеге m:Interwiki map бирелгән, ә аныҡ бер бүлектәгеләр — Махсус:Интервики битендә.

Башҡа приствкалар һанға һуғылмай һәм эске һылтанма тип һанала. Әлегә яҙылмаған мәҡәләләргә һылтанмаларҙы айырып күрһәтеү эске һылтанмалар өсөн генә эшләй.

Интервики һәм мәҡәләләрҙең дубликаты[сығанаҡты үҙгәртеү]

Әгәр башҡорт Википедияһы өсөн мәҡәлә яҙырға уйлаһағыҙ, тәүҙә уны башҡа тел бүлектәрендә, айырыуса ҙурҙарында (рус, инглиз, немец, француз) эҙләп ҡарау урынлы. Мәҡәлә яҙыр өсөн мәғлүмәт табыу файҙаһы тейеүҙән тыш, башҡорт Википедияһында шундай уҡ мәҡәләгә интервики-һылтанма табыуығыҙ ихтимал, ул сағында ундай мәҡәләне ҡабатлап яҙыуҙың кәрәге булырмы? Әллә йүнәлтеү ҡуйыу менән сикләнергәме? Был мәҡәләне ҡабатлап яҙыуҙан һәм дубликаттар яһауҙан ҡотҡарыр.

Шулай уҡ башҡорт Википедияһында булған интервики-һылтанмаһыҙ мәҡәләләрҙең сит тел бүлектәрендәге ярашМәҡәләнең дубликатын тапһағыҙ, интервики ҡуймағыҙ, ә шунда уҡ мәҡәләләрҙе берләштереүгә тәҡдим яҙығыҙ.

Өҫтәмә ҡалыптар[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡәрҙәш проекттарға һылтанмалар өсөн мәҡәлә ахырында {{ҡәрҙәш проекттар}} универсаль ҡалыбын ҡулланырға тәҡдим ителә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ярҙамсы биттәр
Белешмә биттәре
Ҡоралдар