Википедия:Мета-вики

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мета-вики
Meta-Wiki
Wikimedia-logo-meta.svg
Логотип Meta-Wiki
URL:

meta.wikimedia.org

Коммерция:

Нет

Сайт тибы:

Вспомогательный сайт для проектов фонда «Викимедиа»

Теркәлеү:

Необязательная

Сервер урынлашҡан:

Майами

Милексе:

Фонд Викимедиа

Автор:

Джимми Уэйлс

Commons-logo.svg Мета-вики Викимилектә

Мета-вики (ингл. Meta-Wiki) —  «Викимедиа» фонды проекттары өсөн ярҙамсы вики-сайт.

Тәүҙә 2001 йылдың ноябрендә ингл. Meta-Wikipedia булараҡ яһалған был сайт әлеге ваҡытта  бер нисә төрлө роль уйнай:

  1. Викимедианың бөтә проекттары буйынса фекер алышыу, атап әйткәндә ҡағиҙәләр тураһында фекер алышыу.
  2. Шәхси эсселар өсөн форум, улар НҠ талаптарына тап килмәҫкә мөмкин.
  3. Тел-ара проблемаларҙы әҙерләү һәм тултырыу, улар буйынса фекер алышыу урыны.  
  4. Эшләнмәне координациялау урыны.
  5. MediaWikiҙы файҙаланыу буйынса ҡулланма  (дөрөҫ, бындай ҡулланмаларҙы шулай уҡ вики принцибында төҙөлгән MediaWiki.org сайтына күсерергә йыйыналар).

Мета-вики әлеге ваҡытта викимедиасыларҙың (шул иҫәптән википедиясыларҙың) төп фекер алышыу урындарының береһе булып хеҙмәт итә, аралашыу саралары иҫәбендә таратыу исемлектәрен, IRC каналдарын, мәҡәләләрҙең һәм файҙаланыусыларҙың фекер алышыу биттәрен атарға була.  IRC каналдары кеүек үк, Мета-вики —  бойондороҡһоҙ һәм  автономиялы проект, үҙ ҡағиҙәләре бар, улар Википедияның тел бүлектәренең ҡағиҙәләренән айырыла.

Тәүҙә дискуссиялар инглиз телендә бара, ләкин MediaWiki движогын яңыртҡандан һуң, Мета-вики күп телле фекер алышыу форумына әүерелде, уны  Викимедианың бөтә тел берләшмәләре файҙалана.

Мета-викиҙа шулай уҡ өр-яңы проекттар тәҡдим итеү урыны ла бар —https://meta.wikimedia.org/wiki/New_project_process.