Интервики
Интервики (ингл. InterWiki) — интернет селтәре эсендәге вики-система араларында төрлө һылтанмалар ойоштороу ҡоралы. Интервики ҡулланғанда, һөйләмдә URL битенең тулы йөкмәткеһен күсереү зарур түгел, эске һылтанма етә. Был осраҡта һылтанма ошо рәүештә яҙыла: ситтәге вики-системаның префиксы + ситтәге вики битенең атамаһы.
Барлыҡ базаның домен исемдәре системаһынан айырмалы, интервики-префикстары юҡ, шуға күрә вики-системаларҙың һәр администраторы, үҙенсә, йә булмаһа, тәүге вики-движок ҡуйған авторҙарҙың префикстарына һылтана. Интервики-һылтанмалар күрһәтеү ысулы бер төрлө түгел — вики-движок уйлап сығарыусы һылтанманың нисек буласағын үҙ ҡарамағы менән эшләй.
Миҫал
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү] Миҫал: MediaWiki һәм Trac өсөн ғәҙел. Википедия Jabber мәҡәләһенә илтеүсе интервики-һылтанма төҙөү өсөн, түбәндәге һөйләм төҙөргә: [[wikipedia:ba:jabber|jabber]]
Вики-системаларҙа ярҙам
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Синтаксис колонкаһында Википедия мәҡәләһенә интервики-һылтанма күрһәтелгән — jabber. Бөтә системаларҙа ла тиерлек Википедияла префикс — wikipedia ҡулланыла. Инглиз теленән айырмалы рәүештә, Википедияның тел бүлектәренә бар вики-системалар ҙа һылтанмаларҙы ҡабул итмәй, мәҫәлән, DokuWiki мөмкинселеге юҡ. Шуға күрә башҡорт бүлегендә һылтанмаларҙы ҡулланыу өсөн, префикстар таблицаһына өҫтәлмә модификация яһарға кәрәк.
Вики исеме | |
MediaWiki | [[wikipedia:ba:jabber|jabber]] |
Trac | [[wikipedia:ba:jabber|jabber]] |
DokuWiki | [[wikipedia>jabber]] или [[wp>jabber]] |
WackoWiki | [[wikipedia:jabber jabber]] |
Википедияла ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Википедия аңлатмаһында, интервики — тәүге нәүбәттә мәҡәләне икенсе тел бүлегендә юраған һылтанма (интерфейс - һулаҡай яҡтан урынлашҡан). Был осраҡта, ISO 639 стандарты буйынса тел коды префикс булып иҫәпләнә.
Шулай уҡ интервики ҡорамалы Фонд Викимедиа проектары араһында үҙ-ара һылтанмалар ойоштороуҙа ҡулланыла. Туғандаш проектарҙың һәр ҡайһыһының префиксы алдан билдәле. Мәҫәлән, jabber мәҡәләһенә, Викиһүҙлеккә алып барыусы һылтанма яһау өсөн — киләһе һөйләм ҡулланырға кәрәк: [[wikt:ba:jabber]]
йәки тулыраҡ вариант [[wiktionary:ba:jabber]]
.
Википедияла башҡорт төркөмөндә Интервики ҡулланылған форсат:
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ: ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Описание интервики в документации MediaWiki
- Википедия:Интервики