Википедия:Йыш яһалған хаталар
Уҡыу көйләүҙәре
Тыныш билдәләре:
[сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 — (тире) урынына - (дефис) ҡуйыу.
- 2
- 3
Ялғауҙар
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Йылдарҙы ошолай тәртиптә 1920-се йылдар ялғау менән яҙыуҙы күптәр, шул иҫәптән бер филология фәндәре кандидаты, хаталы тип иҫәпләй, һәм 1920 йылдар тип ялғауһыҙ яҙырға тәҡдим итәләр. Әгәр был иң дөрөҫ вариант тип бында иҫәпләһәк, ошондайыраҡ категорияларҙың (Ун йыллыҡтар) һәм уларҙың подкатегорияларының (мәҫәлән, 1800-сө йылдарҙа вафат булғандар, 1890-сы йылдарҙа барлыҡҡа килгәндәр һ.б.) исемдәрен бот ярҙамында үҙгәртергә тәҡдим итәм. --Ryanag (әңгәмә) 00:16, 22 декабрь 2016 (UTC)
- Һөйләшкәйнек бер. 1) Һан датаны белдергәндә ялғауһыҙ яҙыла: мәҫәлән, 1920 йыл. 2) 1920-се йылдар тигәндә һан аныҡ датаны түгел, ә 1920—1929 йылдарҙы эсенә алған осорҙо белдерә. Тимәк, беҙ уны тап-таҙа намыҫ менән ялғау ҡушып яҙабыҙ. --Alfiya55 (әңгәмә) 14:08, 18 март 2017 (UTC)
- 2
- 3
Ойошма исемдәре
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Теләһә ниндәй ойошманың да исеме мәҡәләлә һүҙ барған ваҡытҡа ҡарап яҙыла. Мәҫәлән, әгәр ҙә кемдер 1980 йылда Башҡортостан (Башҡорт түгел) ауыл хужалығы институтын тамамлаған икән, ул бер нисек тә 1993 йылда университет статусын алған аграр университетты тамамлай алмай. Был шулай уҡ бөтә башҡа уҡыу йорттарына ла ҡағыла.
- Был шулай уҡ маҡтаулы исемдәргә лә бәйле: 1980 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған йә халыҡ артисы», ...атҡаҙанған хеҙмәткәре тигән исем бирелмәне, сөнки ул ваҡытта юридик планда Башҡортостан Республикаһы юҡ ине, «Башҡорт АССР-ы» тип яҙырға кәрәк, хатта «Башҡортостан» да дөрөҫ түгел. 1992 йылдың 25 февраленән генә Башҡортостан Республикаһы - юридик статусҡа эйә булды.
- Артабан Яҙыусылар һәм башҡа ижади союздар ағзалары ла шулай уҡ Советтар Союзы тарҡалғансы СССР Яҙыусылар һ.б. союздар ағзалары булды, Башҡортостан Яҙыусылар союзы булһа ла, уның айырым (үҙенә) ағза итеп алыу хоҡуғы булманы.
Дәрәжә һәм вазифалар
[сығанаҡты үҙгәртеү]- ижади союз ағзаһы, фән докторы йә кандидаты булыу — маҡтаулы исем дә, бүләк тә түгел.
Ҡыҫҡартыуҙар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Был ҡыҫҡартыуҙарҙы ҡулланмағыҙ!
- м—н — менән
- һ.б. — бөтөнләй ҡулланмаҫҡа тәҡдим итәм. Һ.б.-ҙы аныҡлап яҙығыҙ
- БР — Башҡортостан Республикаһы
- РФ — Рәсәй Федерацияһы
- й. — йыл
- йй. — йылдар
- б. — быуат
- бб. — быуаттар
- б.э.т — беҙҙең эраға тиклем
- ис. — исемендәге